Башҡортостан гидронимдары тураһында
Башҡортостандағы һыу сығанаҡтары атамалары
[үҙгәртергә]Этнонимдар менән топонимдар, шул иҫәптән, гидронимдар тығыҙ бәйләнгән. Улар ҙа шулай уҡ күп ҡатлы һәм төрлө осорҙа барлыҡҡа килгән.
Уларҙың тәүатамаларының әйтелеше һәм мәғәнәһе һәр быуын һайын күпмелер үҙгәреш кисергән, һәм йыш ҡына төрлө синонимдар ҡатнашмаһынан торған гибрид топонимдар барлыҡҡа килгән.
Ҡайһы берҙә бер үк топонимдар һәм гидронимдар төрлөсә аңлатылыуы мөмкин.
Гидронимдарҙы алфавит тәртибендә түгел, төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, айырым төбәктәрҙә боронғо ҡәбиләләрҙең этномәҙәни бәйләнештәре дәрәжәһен асыҡлау маҡсатында, географик зоналар буйынса комплекста ҡарарбыҙ. Шуның менән бергә ҡайһы бер осраҡта бер типтағы бер нисә гидронимды параллель рәүештә сағыштырырбыҙ.
Телсе ғалим А. А. Камалов Башҡортостандың төрлө райондарында бер үк атамалы гидронимдар осрауын боронғо дәүерҙә ҡбиләләрҙең төрлө тәбәктәргә күсенеп йөрөүе менән бәйләй.
Ыҡ йылғалары
[үҙгәртергә]1. Мәҫәлән, көнбайыштағы Кама йылғаһының ҡушылдығы ҙур Ыҡ йылғаһы, көньяҡ-көнсығыштағы Һаҡмарҙың ҡушылдыҡтары — Оло һәм Кесе Ыҡ, төньяҡ-көнсығышта Әйҙең ҡушылдығы Оло һәм Кесе Ыҡ йылғалары, Урал аръяғында — Тубылдың ҡушылдығы Ыҡ, Ыҡ күле һәм ҙур Яйыҡ (Урал) йылғаһы.
Тикшеренеүселәрҙең күпселеге «ыҡ» термины фин-уғыр сығышлы. Манси телендә ja—йылға, венгрҙарҙа jo—йылға, финдарҙа joki—йылға, ханттарҙа jihk—һыу.
Башҡорттарҙа «ик» термины Ыҡ тип әйтелә, һәм был төрки телле халыҡтарҙың «аҡ» (течь) терминына яҡынайта. Шулай итеп, Ыҡ гидронимы төрки телдәрҙә лә аңлайышлы.
Өфө гидронимы
[үҙгәртергә]2. Өфө гидронимы ла киң географик координатаға эйә. Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында ике бәләкәй генә йылға — Өфө, Өфәйле, Өфәле күле һәм Өфәйле тау һырттары. Шул урындан ҙур Өфө йылғаһы үҙенең башын ала һәм Өфө ҡалаһы янында Ағиҙелгә ҡоя.
Башҡортостандың баш ҡалаһының атамаһы ла Өфө йылғаһы менән бәйле. Башҡаса аңлатмалар ҙа бар, әммә улар ышандырырлыҡ түгел.
Удмурт һәм комиҙарҙың телендә «ва-ву» термины һыу, «ув» — түбән, уйһыулыҡ тигәнде аңлата. Ува, Өпәйле, Уф-доршор, Уф-туга, Улва, Тулва, Сылва һ. б. фин-уғыр халыҡтары йәшәгән өлкәләрҙә осрай.
«Уфф—уффа» термины боронғо мадьяр телендә «урман йылғаһы» тигәнде аңлатҡан тип фаразлайбыҙ.
Боронғо пермь топонимикаһы
[үҙгәртергә]Әй, Буй, Зәй, Уй, Аҡа, Йүрүҙән йылғалары
[үҙгәртергә]3. Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында Әй, Буй, Зәй, Уй, Аҡа, Йүрүҙән гидронимдары осрай.
«Ай-ой» ялғаулы гидронимдарҙы А. К. Матвеев боронғо пермь топонимикаһына ҡарата.
Манси телендә «урай» — йылға йырҙаһы (старица), коми телендә «арай» —түбән, еүешерәк туғай, үҙән (ложбина).
Осетин телендә «aj» (ай) — һоҡланыу билгеһе «был ниндәй мөғжизәнең мөғжизәһе!», ә тажиктар телендә «сой-чуй» — йылғасыҡ, шишмә, сыуаш телендә «ай» — түбән урын, тау араһындағы йылға.
«Ай-уй» ялғаулы гидронимдар, моғайын, һинд-европа сығышлы.
Әйҙең ҡушылдығы Аҡа әйтелеше буйынса Волга (Иҙел) ҡушылдығы Ока атамаһына оҡшаш, моғайын, фин-уғыр сығышлы.
Йүрүҙән
[үҙгәртергә]Башҡортостанда Йүрүҙән (Юрюзань) гидронимы бик популяр.
Коми телендә «ю» — йылға, йылғасыҡ, удмурт телендә «юр» — тауыш, шау-шыу. Шунан сығып, Йүрүҙән — шаулап ағыусы йылға.
Коми телендә «вөрю» — урман йылғаһы
«БАССР топонимдары һүҙлеге»ндә былай тип яҙылған: «Йур» — ҙур, бор. башҡ. телендә үҙән — уйһыулыҡ, йылға
Уҫы йылғаһы
[үҙгәртергә]Шул уҡ төбәктә Әй йылғаһының уң ҡушылдығы Уҫы йылғаһы бар. сыуаш телендә «уҫы» — ысыҡ коми телендә «уса» — һандуғас.
Коми Республикаһындағы Печера ҡушылдығы Уса йылғаһы һандуғас йылғаһы тип атала.
Учалы менән Өргөн күлдәре
[үҙгәртергә]4. Көнсығыш Башҡортостандағы Оло һәм Бәләкәй Учалы күлдәрен дә һандуғас күлдәре тип аңлатырға кәрәктер, моғайын. Удмурттар телендә «уча» — һандуғас
Шунда уҡ Учалы күле менән йәнәш тағы бер ҙур күл — Өргөн күле бар. Удмурт телендә ул баҡыр тигәнде аңлата. Улар икеһе лә бер осорҙа бер ҡәбилә халҡы тарафынан шулай аталғандыр.
Өргөн гидронимын «киң» тигән монгол термины менән билдәләү (БАССР топонимдары, 117 б.) дөрөҫкә оҡшамаған. Сөнки «өргөн-баҡыр» мәғәнәләренең тап килеүе кире ҡаҡҡыһыҙ.
Берҙәм һинд-европа тамырлы гидронимдар
[үҙгәртергә]Танып йылғалары
[үҙгәртергә]5. Төньяҡ Башҡортостандағы Оло Танып һәм Бөрйән районындағы Оло Нөгөш йылғаһы ҡушылдығы Танып
Тажиктар телендә Танып «танба» — плотина, быуа.
Оло Танып ҡушылдығы — Ар гидронимы.
Боронғо фарсы һәм осетин телдәрендә «ар» термины — йылға. Шулай уҡ венгр телендә лә «ар» — йылға. Үзбәк телендә лә «ар» термины «арыҡ», йәғни һуғарыу каналы тип, ә төрки телендә «ыр» (течь) формаһында ҡулланыла.
Ар, Ор, Ур, Ыр гидронимдары, моғайын, берҙәм һинд-европа тамырының төрҙәре булып тора.
Базы йылғаһы
[үҙгәртергә]6. Базы гидронимы, Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы. Баз термины фарсы телендә асыҡ зәңгәр, коми телендә — ҡара еләк төҫөндә, төрки телдәрҙә баҙ - соҡор, упҡын (йылғаның текә ярҙарына тура киләлер).
Сөн йылғаһы
[үҙгәртергә]Ағиҙелдең ҡушылдығы Сөн менән көнбайыштағы Ыҡтың ҡушылдығы Һүрәм бер типтараҡ.
Удмурт телендә «сюм» — йылға ҡултығы, затон, ә «сөн» — балыҡ атамаһы — голавль.
Сөн гидронимы менән йәнәшә Чалл-Чаллы (Яр Саллы ҡалаһы). Фарсы телендә чал, чалаб — соҡор, сөңгөл, эсенә һыу тулған соҡораҡ.
Манчар
[үҙгәртергә]Манчар топонимы ике өлөштән тора. Фарсы телендә «ма-ман» — һыу, «чар» — йырын, соҡор, текә яр, йәки «ман» — ер, урын, «чар» - бейек битләү, текә яр (обрыв), йырын (овраг). Тимәк, Манчар — текә ярлы һыу, йылға
Бөрө йылғаһы
[үҙгәртергә]7. Бөрө гидронимы, Ағиҙелдең ҡушылдығы (шунан — Бөрө ҡалаһы.
Фарсы теленә һөйләштәре яҡын курд телендә «Ber» (бер-бир) — диңгеҙ, һинд һәм тажик телдәрендә бэһр-бэр — диңгеҙ, ҡултыҡ. «Бирь» термины ла һинд-иран сығышлы.
«БАССР топонимдары һүҙлеге»ндә, П. И. Рычковҡа һылтанып, термин мәғәнәһен «бүре» һүҙенә ҡайтарыу ышандырырлыҡ түгел.
Ҡармасан менән Сәрмәсән
[үҙгәртергә]8. Ҡармасан менән Сәрмәсән (Чермасан) гидронимдарын бер нисә вариантта аңлатып була.
Сыуаш телендә (боронғо булғар термины) «ҡар-ҡара» — ярһыу, көслө. Фарсы телендә «ма» термины — һыу, шыйыҡлыҡ. Тимәк, Ҡармасан гидронимы — ярһыу, көслө йылға (һыу).
Сәрмәс — ан (аффикс) термины бор. төркисә үрелеү, уралыу (обвиваться, обкручиваться), шулай уҡ төрки телдә ул минең менән бергә балыҡ һөйрәп сығарҙы тигән мәғәнәгә эйә. Күреүегеҙсә, ике миҫал да йылға, һыу менән бәйләнгән.
Сәрмәсән гидронимын тағы ла икенсе төрлө лә аңлатып була. Фарсы телендә «сар» — башы, сығанағы, үре йәки таҙа, асыҡ, «ма-мә» — һыу. Сәр—мә—сән, тимәк, йылға башы, үре йәки таҙа, үтә күренмәле йылға. Әгәр гидронимды Чармасан тип әйтһәң, текә ярлы йылға тип аңлатырға була.
Тағы бер вариант: венгр телендә «harman» — ысыҡ тигәнде аңлата.
«БАССР топонимдары һүҙлеге» Сәрмәсән һәм Ҡармасан гидронимдарын антропоним нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип аңлата (90, 91 б.).
Күреүебеҙсә, һинд-европа, һинд-иран һәм төрки сығышлы терминдар үҙ-ара яраша һәм уларҙың ниндәй телгә ҡарағанлығын айырыуы еңел булмай.
Шаран йылғаһы
[үҙгәртергә]Алда һанап киткән гидронимдар эргәһендә Шаран йылғаһы ла бар.
Боронғо төркисә «шар» термины — ямғыр тауышы, һыу ағымы, ә «шара» — урын-ер, төбәк атамаһы.
Бындай семантика башҡорт телендәге «шарлай-шарлау» — йылға тауышы, борғаланып ағыу«шарлауыҡ» тигәнгә тап килә. «БАССР топонимдары һүҙлеге»ндә был термин һаҙ, һаҙлыҡлы урын (169 б.) тип билдәләнгән.
Лабау йылғаһы
[үҙгәртергә]9. Лабау (лабаво) гидронимы, Өфө йылғаһының һул ҡушылдығы.
Коми телендә «лаб» — урмандағы еүеш урын, венгр телендә «лап-лаб» — һаҙ, тажик телендә «лаб-лаби» йәки «лаболаб» — ҡырыйына тиклем һыу тулған.
Бында боронғонан килгән сармат-алан һәм фин-уғыр бәйләнештәре менән аңлатырға мөмкиндер.
Тауыш йылғасығы
[үҙгәртергә]Өфө йылғаһының уң ҡушылдығы кескәй генә Тауыш йылғаһының мәғәнәһе исеменә тап килә. Фарсы, төрки һәм башҡорт телдәрендә «taus» шау-шыу, тауыш, өн мәғәнәһенә эйә. Ҡасандыр йылғасыҡ көслө һәм гөрһөлдөп аҡҡандыр хәҙер бик ҡыҙғаныс хәлдә.
Эҫем
[үҙгәртергә]Эҫем (Сим) гидронимын төрлөсә аңлатып була. Курд телендә «сем-сим» — түбәнге ағымы, фарсы телендә «сим» — ҡорман (балыҡ) йәки көмөш, коми телендә «сим» — ҡуңыр, буръяҡ, ә «сима» — ҡармаҡ ҡалҡыуысы (леска). Моғайын, термин һинд-иран сығышлы.
Ләмәҙ йылғалары
[үҙгәртергә]Ләмәҙ (Лемезы) гидронимы Башҡортостандың Иглин, Дыуан һәм Ҡыйғы райондарында осрай, әммә терминдарҙың нигеҙе бер төрлө булһа ла, әйтелеше ике вариантлы: Ләмәҙ һәм Нәмәҙ. «Ләм» — башҡорт һүҙе, тимәк ләмле йылға (илистый). Фин-уғырса «lem» термины — балыҡ итенән бешерелгән шыйыҡ өйрә. Курд телендә «нэмэз-нимз» — уйһыулыҡ.
Моғайын, Ғафури районындағы Ләмйән йылғаһы, тауы һәм ауылы атамаһын шул уҡ терминдар категорияһына индереп булалыр. Ә урындағы халыҡ «ләм» — аҙыҡ-түлек, ризыҡ, туҡлыҡлы матдә тигәнде аңлата ти.
Өршәк
[үҙгәртергә]Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Өршәк гидронимы ике өлөштән тора: «өр (ур)» — йылға (Обь йылғаһы бассейны ҡушылдығын ҡара), коми һәм удмурттарҙа «яуым-төшөм, ҡурйын» (гуща) — моғайын, Өршәк йылғаһы туғайҙары урыны-урыны менән һаҡлыҡлы, ләмлелер.
Көгөш — Усолка
[үҙгәртергә]Усолка гидронимы минерал составы менән айырыла. Шунан сығып, «әсе» — тоҙлойылға тиҙәр. Коми телендә «усьны» — шарлама, сыуаш телендә «уса» — ысыҡ мәғәнәле һүҙҙәр бар.
- Иҫкәрмә: Көгөш — Усолка йылғаһының башҡорт телендәге атамаһы. Урындағы халыҡ уны Тоҙлойылға тип тә йөрөтә.
Фәүзиә Ҡотлогилдинанан өҫтәмә мәғлүмәт:
Көгөш йылғаһын Күгеш йылғаһы менән бутаусылар бар. Улар икеһе ике йылға. Күгеш йылғаһы инеш кенә булып элекке Бейәләйкүл (әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан) ауылының өҫ яғынан башлана. Күпмелер ағып барғас ул Ишембай районы биләмәһенә кергән Һарғай ауылынан өҫтәрәк Биктәр тауы эргәһендә Рәүҙәк йылғаһына барып ҡоя. Рәүҙәк йылғаһы Һаралы ауылына барып етмәҫ элек Оло Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк йылғаларынан берләшкән йылға. Оло Рәүҙәк Рәүҙәк башында башлана, ә кесе Рәүҙәк элекке Сәфәртуйы (хәҙер юҡҡа сыҡҡан ауыл) яғынан ағып килә. Ике Рәүҙәк Сатра яланында бергә ҡушылалар. Рәүҙәккә ҡойған тау йылғаһы Күгештә бағыр, бәрҙе, ҡоморой, сабаҡтар бар. Рәүҙәк башы яланына беҙҙең Иҫәкәй ауылынан да бесән сабырға бара торған инеләр.
Ә Көгөш йылғаһы Һаралыға барышлай һул яҡта ятҡан Айыулы яланынан башлана. Ул был яланда табаҡ ҙурлыҡ ҡына булып ер өҫтөнә ҡалҡа ла үҙенә юл ярып, элекке Үҙбәйҙәк (60-сы йылдарҙа урынынан күсерелеп юҡҡа сыҡҡан ауыл) эргәһенән ағып үтә. Тәүҙә бәләкәй генә башланған ошо йылғаға эреле-ваҡлы күп кенә шишмәләр ҡушылғас киңәйә башлай. Пчелосовхоз янына килеп еткәндә инде ул апаруҡ ҙур ғына йылғаға әйләнә. Уның һыуы таҙа, тоҙо ла юҡ, эреле–ваҡлы балыҡтар йөҙгән ҡәҙимге йылға ул Көгөш.
Унан Көгөш йылғаһы Курорт ауылына етмәҫтән алда эреле-ваҡлы шифалы минераль шишмәләр менән тулылана. Бына был тирәлә инде Көгөш йылғаһына күп кенә минераль тоҙло шишмәләр ҡушылғас, көмөш кеүек таҙа, сөсө һыуы тоҙло тәм ала.
Шуғалыр инде был йылғаны урыҫ телендә Усолка тип йөрөтә башлайҙар. Көгөш йылғаһы хәҙер ике исемле Көгөш–Усолка булып китә. Красноусол ауылына етмәҫтән алдараҡ Көгөшкә Бәләкәй Төлкәҫ һәм Оло Төлкәҫ йылғалары ҡушылып, ул тәрәнәйә һәм киңәйә. Элек быяла заводы эшләгән саҡта завод мейесенә яғыр өсөн Көгөш йылғаһы буйлап өҫтән ағас ағыҙғандар һәм багорҙар менән тартып сығарып утын әҙерләгәндәр. Завод тирәһендә уның быуаһы ла булған.
Красноусол эргәһенән ағып үтеп Көгөш йылғаһы Заречный (Заготскот) ауылына теймәй генә эргәһенән үтә лә Родина–Ватан ауылы яғына юл тота. Заречный ауылынан ағып сыҡҡан шишмә лә Көгөшкә ҡушыла. Ә Ватан ауылы янында Көгөшкә әллә нисә бәләкәй шишмәнең, шул иҫәптән минең Селтер тип исем ҡушҡан шишмәмдең дә һыуын үҙенә алған Бирешле исемле бәләкәйерәк йылғасыҡ та барып ҡушыла. Бына шулай, күп кенә ҡушылдыҡтарҙы йыйғас, инде ҙурайған һәм тәрәнәйгән Көгөш–Усолка йылғаһы Табын ауылына барып етә. Бында инде уны көслө ағымлы аҡ йылға Ағиҙел көтөп тора. Көгөш үҙенең шифалы һыуҙарын Ағиҙелгә ҡоя. Ағиҙел Камаға, Кама Оло Иҙел-Волгага, Оло Иҙел Каспий диңгеҙенә минең бәләкәй генә Селтер шишмәмдең һыуын да алып бара. Көгөш йылғаһының һыуы артыҡ йылы ла, артыҡ һыуыҡ та түгел, уртаса йылылыҡта. Йәй көнө Көгөш буйы һыу инеүселәр менән тулы була. Төбөндә ваҡ ҡом булһа ла, эре таштар юҡ. Ярының бейек ерҙәре лә бар, күбеһенсә һөҙәк, йәм-йәшел үләнле һәм туғайлы уның ярҙары. Йәй көнө Көгөш буйында ниндәй генә ҡоштар һайрамай! Ҡоштар оркестры кеүек! Мин һандуғастар һайрағанда, кәкүктәр саҡырғанда видеоға төшөрөп алғаным да бар. Тәбиғәт матурлығына бик күп шиғырҙарым арналған. Бәлки йәшәгән еремдең иҫ киткес матурлығы миңә илһам өҫтәп кенә торалыр ҙа әле. Бына шундай матур беҙҙең ауылыбыҙ эргәһенән көмөш таҫма булып ағып ятҡан Көгөш йылғаһы! Ошо йылғаға һөйөүөмдө мәңгеләштереп сираттағы китабымды КӨГӨШ МОҢДАРЫ тип атамаҡсы булдым. Фәүзиә Ҡотлогилдина–АЛТЫНБИКӘ. 5.02.2018
Дим йылғаһы
[үҙгәртергә]10. Дим бассейны гидронимдары ҡыҙыҡ һәм ҡатмарлы. Ошо атамаға оҡшашыраҡ йылғалар Татарстандың Бөгөлмә районында Ыҡ йылғаһының ҡушылдығы Дым йылғаһы бар. Обь йылғаһы ҡушылдыҡтары — Тым һәм Пим, шулай уҡ Венгриялағы Дъема топонимы әйтелеше менән оҡшаған. Башҡорттар һәм удмурттар телендә «дым» — еүеш (влага, сырость). Б. э. IV б. Аму—Даръяның ҡушылдығы Дим йылғаһы булған.
Башҡортостандың көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш гидронимдары
[үҙгәртергә]Ҡара—Ҡаран, Нөгөш, Мәләүез, Мәнәүез гидронимдары, бик һирәк булһа ла, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла осрай.
Ҡаран
[үҙгәртергә]Телсе ғалим А. А. Камалов «ҡаран» терминын башҡорт һүҙе, күләүек (полынья) тип аңлата. Моғайын, шулайҙыр, ләкин башҡа бик күп оҡшаш терминдар менән сағыштырып китәйек. Фарсы телендә «куран» — ағым (течение, поток), курд телендә «кара» — май, тажик телендә «канор» — йылға яры, коми телендә «кунар» — болот, сыуаш телендә «карла» — шауларға, «каран» — күк күкрәүе. Һөҙөмтәлә, ҡаран — ярһыу, көслө һыу ағымы мәғәнәһендәге һинд-иран сығышлы термин.
Нөгөш
[үҙгәртергә]Нөгөш гидронимын «нагыз» — яҡшы, гүзәл һәм «нахыр» — йылға тажик терминдары менән сағыштырырға мөмкин.
Ҡайһы бер топоним һәм гидронимдарҙың тамырҙары шул тиклем ҡатмарлы сиселгәне түбәндәге миҫалдарҙа күренә: Иглин районындағы Таутөмән ауылының исемен урынлашҡан урыны буйынса тау түбәне, тау яғы тип аңлатып булыр ине, бәлки. Әммә tymy-tyma — ырыу, туған-тыумаса, туғандар мәғәнәһендәге осетин термины бар. Механик рәүештә башҡорт терминдары менән сағыштырғанға ҡарағанда, осетин термины дөрөҫөрәктер.
Ҡаҙаяҡ
[үҙгәртергә]«БАССР топонимдары һүҙлеге» шундай уҡ исемле этноним менән бәйләй, әммә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй (83 б.). Йәиһә Башҡортостан урмандарында үҫкән ҡаҙаяҡүләненән тип яҙалар. Беҙгә «ҡаҙаяҡ» терминының сығанаҡ нөктәһен аңлау кәрәк. Был термин Фарсы телендә ҡазъягы — болан мөгөҙө тигән һүҙ бар. Япраҡтары симметриялы урынлашҡан, еңел бөкләнеүсе һәм үргә табан конус формаһында барып тоташҡан абаға үләне, ысынлап та, болан мөгөҙөн хәтерләтә.
Борон замандарҙа болан сармат-аландар иң хөрмәт иткән хайуан булған. Топоним һәм гидронимдарҙың мәғәнәһе бик ҡатмарлы һәм серле булып боронғо дәүер менән үрелә.
Мәләүез
[үҙгәртергә]11. Мәләүез менән Мәнәүез бер типта, әйтелештәрендә лә айырма күп түгел. Иглин һәм Мәсетле райондарындағы Мәләкәс, Ейәнсура районындағы Мәлә, Дыуан районындағы Мәләт һәм Салауат районындағы Малаяҙ уларға яҡын тора. Был гидронимдарҙы семантикаһы һинд-иран сығышлы, моғайын.
Тунгус телендә «ма» — һыу, удмурт телендә «мэлэсъ» — аҡбур йә балсыҡ менән буръяҡланған һыу, тажик телендә «малла» — асыҡ һары, осетин телендә «малл» — күл, йылғаның тәрән ере, фарсы телендә «ма» — тере һыу, «мализ» — һөлөк, «узуз» — һыу шауы, сылтырауы.
Әгәр мал+узуз булһа, моғайын Мәләүез — һарғылт балсыҡ менән буръяҡланған йылғаның, һыуҙың сайпылыуы, сылтырауы.
Тунгус һәм фарсы телдәрендәге «ма» терминдарының һәм тажик «малла»һы менән удмурт «мэлэсъ»ының яҡын мәғәнәләрен билдәләп үтер кәрәк. Башҡорт телендәге һыу ятҡылыҡтары буйында күренеп ятҡан балсыҡ тигәнде аңлатҡан «мәте» һүҙе сығышы менән һинд-иран терминдарына бәйле.
Мәнәүез
[үҙгәртергә]«БАССР топонимдары һүҙлеге»ндә, йәнәһе, «мәнәүез» — торған һыу тигәнде аңлата (110 б.) тип яҙылған. Ләкин Мәләүез дә, Мәнәүез дә торғон сығанаҡ түгел, киреһенсә, шәп һәм шаулап аға.
Мәләкәс, Мәлә, Мәләт һәм Малаяҙ гидронимдары удмурт термины «мэлэсъ» — аҡбур йә балсыҡ менән буръяҡланған һыу һәм тажик телендәге «малла» — асыҡ һары мәғәнәләре менән бер-береһенә оҡшаш.
Ҡуҡрауыҡ шарлауығы
[үҙгәртергә]12. Был шарлауыҡ тураһында урындағы халыҡ бик күп риүәйәт-легендалар һөйләй. Боронғо төрки һүҙлектә Ҡоҡраҡа термины тураһында былай тиелгән: «Һыу ағымын бейектән, күктән, эләктереп алған күк күкрәгән тауыш». Тап ошо һүҙҙәр шарлауыҡтың характерын ҡылыҡһырлай.
Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш гидронимдары
[үҙгәртергә]13. А. К. Матвеевтың Рә, Рәз, Рәүәт, Рәүзәк, Рясток терминдарының фарсы теленә бәйле тигәне дөрөҫ. Уларға тағы ла Ряря, Ревля, Ремяшь һ. б. терминдарҙы өҫтәргә мөмкин.
Курд телендә «ру» — йылға, «ряря» — сыбар, тотороҡло түгел, йырҙаһын алмаштырыусан, «руни» — таҙа, «руун» — яҡты, асыҡ. Фарсы телендә «раһраһ» — тулҡынлы, (рифленный), «руанреван» — ағыусы, ағымлы, «раһаб» — үткәргес, һыу үткәргес канал
Көньяҡ Башҡортостан гидронимдары
[үҙгәртергә]Тур—Тор
[үҙгәртергә]14. Мәләүез районындағы Тур (Верхотур), Учалы районындағы Тора йылғалары. Көнбайыш Себерҙә Иҫәт йылғаһы бассейнында Тура—Тара йылғалары осрай, Венгрияла Тур йылғаһы бар. Фарсы телендә «тур» — балыҡ тотоу ҡулайламаһы (невод, сеть), «тар» — темный, матовый, «тәр»—«тәри» — матовый, тажик телендә «тар» — дым, осетин телендә «tur» — шәп ағымлы һәм был беҙҙең йылғаларға тап килә.
Үр (Орь)
[үҙгәртергә]15. Үрҙә әйтелгәнсә, венгр телендә «ар» — ағымды аңлата. Көньяҡ Уралда Үр (Орь) гидронимы венгрҙар телендә һаҡсы, ә «оранг» термины — һаҡсы фәрештә Башҡортостандың ҙур Үр йылғаһы күпмелер осорҙа боронғо уғырҙарҙың көньяҡ сиге була, һәм уғырҙар тап уны һаҡсы тип дөрөҫ атағандар.
Һамар һәм Һаҡмар
[үҙгәртергә]16. Һамар гидронимы Башҡортостан сиктәренән тыш, әммә сиктәренә яҡын урынлашҡан. һәм дүрт районында шундай атамалы тораҡ пункттар — Һамар, Самарка, Самарские — бар. Г. М. Васелевич яҙғанса, Һамар, Шамар, Хамар топоним һәм этнонимдары ханттарҙа һәм мансиҙарҙа осрай. Башҡортостанда ла, Венгрияла ла бер төрлө: Һамар, Таҙлар, Мажар, Унғар тигән атамалар билдәле.
Башҡорт телендә «һамар» — тотҡосло ҙур ағас туҫтаҡ, венгр телендә «hamar» — тиҙ, шәп, тажик телендә: 1. «самара» — емеш, 2. «самур» — кеш, фарсы телендә «шәмәр» — быуа, һыуһаҡлағыс, «самур» — ҡама (выдра)
Себер термины ла фарсы телендә һуҫар тигәнде аңлата. Үзбәкстанда Сәмәрҡәнд ҡалаһы, Ираҡта, Бағдад ҡалаһы янында — Самарра бар.
Һәр халыҡ «һамар» терминының мәғәнәһен үҙ аллы билдәләй. Шулай ҙа башҡортса — «туҫтаҡ», венгр телендә — «шәп», тажик телендә — «емеш», фарсы телендә — «быуа, һыуһаҡлағыс, ҡама» һыу менән бәйле
Һаҡмар
[үҙгәртергә]Һаҡмар — Яйыҡ — Урал йылғаһының уң ҡушылдығы. Һаҡмар — йырҙарҙа данланған билдәле йылға. Төркмән телендә «сакар» термины — оазис, әйтелеше буйынса Һаҡмар терминына яҡын. Осетин телендә «Sak» (сак) — көс, күл йә йылға тармағы. Фарсы теленең бер төрө булған охар телендә «саке» — йылға, фарсы телендә «ма» — һыу. Шулай булғас, Һаҡмар — ҡеүәтле, көслө ағымлы йылға. Бында тағы бер мәсьәлә ҡалҡа: лингвист В. И. Абаев билдәләгәнсә, скиф телендә «мар» — үлтереү тигәнде аңлатҡан. Шулай булғас, Һаҡмар йылғаһы исеменең мәғәнәһе ғүмергә ҡурҡыныс менән янаған йылға тип аңларға мөмкин. Скифтар һәм Сактар, моғайын, йылғаның шәп, ярһыу ағымынан ҡурҡҡандыр. Бәлки, был осраҡлы ғына тап килеүҙер?
Шуның менән бәйле, 1930-сы йй. билдәле крайҙы өйрәнеүсеһе Г. Вильдановтың Һаҡмар терминын «һаҡ бар» — йөрөгәндә һаҡ йөрө, ҡурҡыныс тигәнде аңлатҡан.
Саҡмағош
[үҙгәртергә]Башҡортостандың төньяҡ һәм көньяҡ райондарында Саҡмағош исемле йылғалар осрай. Өс өлөштән тора: саҡ-ма-ғош «саҡ» — тармаҡ, «ма» — һыу«гош» — шаулау, гөжләү. Шулай булғас, Саҡмағош — гөжләп торған йылға тармағы тигәнде аңлата.
Саҡмағош гидронимының икенсе билдәләмәһе лә бар. «БАССР топонимдары һүҙлеге»ндә «саҡма» — саҡматаш (кремний), ә «гош-кош» — ҡыуыш, аласыҡ тип билдәләнә.
17. —Ас—аш приставкалы топонимдар менән гидронимдарҙың мәғәнәһе төрлөсә аңлатыла.
Мәҫәлән, Асы, Ассы, Асҡар, Асау, Асҡын, Асылы, Ашиҡ, Ашҡаҙар һ. б.
Осетин телендә «асс-ассы» — ҡыр өйрәге йәки кулик, «ас» — дәүмәл, «ас-ассы» — аландар, тажик телендә «асил» — ысын, яҡшы, таҙа, башҡорт телендә «аҫыл» — затлы, «асыл» — асыл (сущность), боронғо төрки телдә «асли» — затлы, яҡшы, төркмән телендә «ассы» — шым, әкрен.
Осетияла Терек ҡушылдығы Ассы йылғаһы бар. —Ас—аш приставкалы терминдарҙы В. А. Кузнецов иран сығышлы этник атамаларға индерә. —Ас—аш приставкалы топонимдарҙың, шул иҫәптән гидронимдарҙың күплеген иҫтә тотоп, боронғо фарсы йә боронғо төрки термин категорияларына индереү яҡлыбыҙ. Мәҫәлән осетиндарҙың «аехсидын-ахсидын» — ҡайнау, ярһыу башҡорт гидронимы Асҡын менән тап килә. Сөнки был йылға тау аҫтынан сыҡҡанда, ҡайнаған һыуҙы хәтерләтеп, гөрһөлдәп ағып сыға. Дәүләкән районындағы Асылыкүл тураһында ла шулай тип фекер йөрөтөргә мөмкин.
Аслы гидронимын тажик термины «асли» — тәбиғи, яҡшы, гүзәл; боронғо төрки «асли» — затлы менән сағыштырһаҡ, уларҙың сығышы тураһында икеләнеү ҡалмай.
Тағы икенсе варианттары ла бар. Үрҙә әйтелгәйне. Осетин телендә «ас» термины — дәүмәл, йәғни ҙур, бик дәү мәғәнәһендә. Был да Асылыкүлгә тап килә. Күлде Аслыкүл тип түгел, ә башҡорт телендәге «әсе» — асы, тоҙло мәғәнәһенән сығып, Асылыкүл тип аңлатыу ҙа бар. Был фекерҙәрҙең һәр береһе Асылыкүл атамаһын аңлатыуға яраҡлы.
Ашҡаҙар
[үҙгәртергә]18. Халыҡ йырҙарҙа данлаған Ашҡаҙар термины шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул Ашҡ—а—ҙар тигән өлөштәрҙән тора. «Дар—ҙар» термины асыҡ аңлашыла — йылға, һыу, ҙур ағым. Тажик һәм курд телендә «ашҡ-әшк» — күҙ йәше, илау, һуҙынҡы а — союз. Әйтер кәрәк күҙ йәше лә шыйыҡса һәм һыу менән бәйле. Шулай итеп, урыҫ һүҙе илау менән фарсы термины ашк бер төрлө мәғәнә аңлата.
Бында Ашҡаҙар гидронимы менән һунарҙа һәләк булған егет өсөн илаусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында ассоциация барлыҡҡа килә: «... шәшкеләргә китеп вафат булды... йәш көйгә». Күҙ йәше йылғаһы (ашк-ашка) менән башҡорттарҙың легенда-йыры Ашҡаҙар араһында уйламағандан тап килеү күҙгә ташлана.
Тағы шундай терминдар бар: тажик телендә «ашколунд» — илап, күҙҙәре шешмәкләнеп бөткән үрҙә яҙылғанды раҫлай. Төркмән телендә «ашак-ашакы» — аҫҡы нимә, түбәнге өлөш. «БАССР топонимдары» һүҙлегендә гидронимдың беренсе өлөшө «ашка», имеш, аҡ, таҙа тигәнде аңлата тип яҙылһа ла, фарсы телле халыҡтарҙың бер һүҙлегендә лә тапманыҡ. Фарсы телендә аҡ һәм таҙа — пак һәм саф
Стәрле йылғаһы
[үҙгәртергә]19. Ашҡаҙар һәм Стәрле (шунан: Стәрлетамаҡ) гидронимдары — игеҙәк йылғалар, моғайын, бер заманда атама алғандар. Стәрле әйтелеш буйынса өс өлөштән тора: «эс (is)» — приставка-алмаш (осетин теле), алып китә-килтерә, «тар-тур-тэр» (вариация) — шәп һыу—йылға, «ле» — аффикс. Тимәк, Эс (is)-тэр-ле — шәп аҡҡан һыу, йылға. Фарсы теле төрө булған афған телендә Stәr (стэр) — ҙур, боронғо һинд телендә Sthura (стэурэ) — ҡеүәтле.
«БАССР топонимдары» һүҙлегендә (131 б.) Стәрле өс—төр—лө йәғни өс сығанаҡтан баш алған йылға булараҡ билдәләнә. Әммә гидронимдарҙаң тамырҙары тәрән боронғолоҡтан. Кем генә мең йыл элек йылғаның алыҫтағы сығанаҡтарын эҙләп йөрөгән икән? бының булыуы мөкин түгел.
Стәрлетамаҡ янында Ҡуғанаҡ йылғаһы аға. Был йылғаның семантикаһы беҙгә бик асыҡ түгел. Йылғаның атамаһы «ҡамыш» терминынан сыҡҡан тигән аңлатма бар. Бында Ҡуғанаҡ гидронимы удмурт телендәге «Ковгыны» — ямғыр шауы тигәнгә тап килгәне күренә.
Башҡортостандың башҡа йылғалары
[үҙгәртергә]20. Башҡортостанда тағы шундай гидронимдар осрай: Зига, Егән (Зигян), Ергән (Зиргян), Еҙем (Зилим), Еҙем-Ҡаран Зилим-Каран, Йылайыр (Зилаир) һ. б.
Был гидронимдарҙың әйтелеше, аҙ ғына айырмалыҡ менән, бер төрлө. Фарсы һәм удмурт телендә: «зерни», «заерни», «зарни», «зир» — алтын, алтынланған, был гидронимдарҙың мәғәнәһен билдәләй. Әйтер кәрәк, Башҡорт һүҙлегендә башҡорт телендә «зәр» — алтын термины бар. Ишембай районында Маҡарҙа эшләгәндә, урындағы халыҡ Егән йылғаһында йөҙгән өйрәк һәм ҡаҙҙарҙың тамағында алтын бөртөктәре тапҡандарын һөйләй торғайны, тип яҙа автор.
Бында шуны билдәләп китер кәрәк: удмурт телендә «зирьян» — һыуҙы ташлау ырғытыу термины Ергән һәм Егән гидронимдары менән оҡшаш. Әйтелеш буйынса Еҙем, Еҙем-Ҡаран, Йылайыр яҡындар. Фарсы телендә «зи—зил» термины — бик көслө, башҡорт телендә «зилзәбәр» — шәп (моментальный).
Тимәк, Еҙем гидронимы — шәп ағымлы. Сыуаш телендә «карла» — шаулау, «кара» — ярһыу, көслө, «каран» — күк күкрәү. Еҙем-Ҡаран гидронимы шәп аҡҡан, ярһыу, шаулы йылға тигәнде аңлата.
Йылайыр гидронимы ла алдан әйтелгәнгә оҡшаш.
Башҡорт һәм фарсы телдәрендә «зил»—«зи-зир» — шәп, башҡорт телендә «айыр» — ҡушылдыҡ, йылға тармағы, коми телендә «йир» — төпһөҙ күл, йылға тәрәнлеге тигән мәғәнәләр шәп ағымлы, тулы һыулы. Шул уҡ ваҡытта удмурт термины «зильыр» — һыу сылтырауы һәм ҡойолоуы тигәнде күҙ уңында тотор кәрәк. 21. Тағы ла Шүлгән, Шәре, Шәһәр, Шыр һ. б. Уларҙың сығанаҡ тамырҙары, моғайын, бер төрлөлөр. Тажиктарҙа «чар» — йырын, текә яр (обрыв), «чары» — тылсым, сихыр, «чараен» — ағым, ҡырғыҙҙарҙа «чур» — үре, фарсыларҙа «шыр-шыр» — сылтырау, тауыш, һыу ағымы (струя).
Башҡорт—урыҫ һүҙлегендә «шур» — үҫемлектәр илауы, яҙ көнө ағас һутының ағыуы тип билдәләнгән. Курдтарҙа «чур» термины — ағым, тамсы, «шуре» — аҡҡан һыу шауы, сылтырау, «чуран» — аға, тама. Данлыҡлы Шүлгәнташ ҡомартҡыһы менән бәйләнгәнлектән, беҙҙе барынан элек Шүлгән атамаһының мәғәнәһе ҡыҙыҡһындыра.
Шүлгән терминын шау-шыу, сылтырау йә ағым, эзбиз шыйыҡсалы һыу тамсыһы тип аңлатырға мөмкин. Фарсыға яҡын «чуран» курд термины һәм башҡортса «шүлгән» яңғыраш буйынса ла, йөкмәткеһе буйынса ла бик яҡын. Ике халыҡтың диалекттары һәм һөйләштәре араһындағы терминдар айырмаһы.
Башҡортостанда, берәмек булһа ла, Балҡан, Ҡафтау, Һиндостандағы кеүек Кәшмир, Тажикстандағы кеүек Манчар.
Балҡан болғарҙар телендә текә, бейек тау йә тауҙар сылбыры. Ҡафтау (ҡаф) — фарсы телендә ерҙең бер сигенән икенсе сигенә тиклемге мифик тау.
Йомғаҡлау
[үҙгәртергә]Телсе ғалим С. Ф. Миржанова Башҡортостан гидронимдары атамаларының 1/3 өлөшөн төрки телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә, аңлатып булмай, тип яҙҙы. Бындай топонимдарҙы һәм гидронимдарҙы махсус хеҙмәт яҙып өйрәнергә кәрәк.
Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында гидронимдар фин-уғыр, ә көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш райондарында гидронимдар сармат-алан ҡәбиләләренән үҙләштергән фарсы сығышлы.
Һинд-иран, боронғо төрки һәм һинд-европа нигеҙҙәренә барып тоташҡан гидроним һәм топонимдар осрай.
Боронғо халыҡтарҙан башҡорт теленә терминдар, йыш осраҡта ҙур үҙгәрештәр кисереп, тауар кеүек механик алмашыу йәки ҡолас йәйеп биргән бүләк итеп түгел, ә тығыҙ бәйләнештәр, ҡушылыу, ҡауышыу, йотолоу, йәғни халыҡтың формалашыу процесы һөҙөмтәһендә яйлап ингән.
Этнонимдар, топонимдар һәм гидронимдар крайҙың боронғо тарихының мөһим аспекты. Уларҙы объектив, тәрән, бөтә яҡтан өйрәнмәй тороп, башҡорт халҡыны килеп сығыуын аңлау, асыҡлау, күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Шундай анализ һөҙөмтәһендә «...башҡорттар, халыҡ булараҡ, ҡайҙандыр килеп сыҡмағандар, ә Көньяҡ Уралда урындағы ҡәбиләләрҙең ҡатмарлы һәм оҙайлы үҫешендә, күсеп килгән төрки телле халыҡ менән ҡушылыу һөҙөмтәһендә, формалашҡан»
Сығанаҡ
[үҙгәртергә]- Ҡалып:БЭ2013/index.php/info/2-statya/12515-zigan-reka Егән йылғаһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә]- Р. Б. Ахмеров. Наскальные знаки и этнонимы башкир (Из записок историка-краеведа). V. О семантике некоторых башкирских этнонимов и топонимов. VI. О гидронимах Башкирии, 73-97 с. Уфа: «Китап», 1994