Баш (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бер йомғаҡта ете тишек.
- Бер бүкәндә ете тишек.
- Бер тауҙа ете мәмерйә.
- Бер бүлмәлә ете ишек.
- Бәләкәй генә бер һандыҡҡа
Донъялағы бөтә нәмә һыя. - Шарҙы урман ҡаплаған,
Йылдар үткәс саллана. - Белеп тора, күреп тора,
Ишетеп тора, тойоп тора,
Өҫкә ҡатта йөрөп тора,
Бар әмерен биреп тора. - Тау ҙа урман, тау ҙа урман,
Был хикмәтте кем ҡорған? - Бер бүректә ете ямау.