Баҡса йоҡоға тала
Баҡса йоҡоға тала
[үҙгәртергә]"Башҡортостан" гәзитендә баҫылған 30.10.2012.
Ҡышҡа инергә лә күп ҡалманы. Баҡсала миҙгелдең һуңғы эштәре бара. Ағастар, емеш ҡыуаҡтары япраҡтарын ҡойҙо — йоҡоға талырға әҙерләнә.
Еләк-емеш үҫентеләре алдында ҙур һынау тора. Ҡайһы бер йылда ямғырҙар яуып, ҡар иртә көҙҙән ҡалын ятһа, үҫентеләрҙең тамыры тын ала, киләһе йыл уңышына көс туплай. Ҡайһы йылда иһә, киреһенсә, көҙ ҡоро килә, ҡар яумай, һалҡын көндәр башлана. Артынса уҡ туңдырып ебәрә, ер ярыла, тамырҙарға туңыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла ағас олондары тирәләй, еләк-емеш ҡыуаҡлыҡтарын тиреҫ, серетмә менән ҡапларға кәрәк. Улай иткәндә, емеш ботаҡтары 40–50 градус һалҡындарҙы ғына ауыр үткәрә. Ҡар туплау, емеш-еләк плантацияларын ҡар аҫтында ҡалдырыу өсөн барыһын эшләргә кәрәк: ҡар тотҡостар — щиттар ҡуйыу, елгә ҡаршы кәртә, сыбыҡтар ташлау һәм башҡалар. Ҡалын ҡар ҡатламы, беренсенән, тамырҙары өҫтә булған еләк-емеште һаҡлаһа, икенсенән, ерҙәге дымды тулыландырыуҙа ҙур роль уйнай. Белгестәр әйтеүенсә, 10 см ҡар ҡатламы ятһа, һәр гектарҙа 300 тоннаға тиклем дым туплана. Беҙҙең шарттарҙа үҫентеләрҙе дым менән тәьмин итеү өсөн ер өҫтөндә 40–50 см ҡар булыуы мотлаҡ. Яҙ ҡоро килһә, ошо дым запасы еләк-емештең уңышын хәл итә.
Ағастарҙы сысҡандарҙан һаҡлау сараһы көҙҙән күрелә. Әгәр емеш-еләк тирәләй креолин һеңдерелгән бысҡы вағы йәки торф һибелмәһә, олондар ылыҫлы ағас ботаҡтары менән уратып бәйләнә. Һуңғы ысул ябай ғына һымаҡ булһа ла, һәр ағасты бәйләү өсөн әллә күпме ылыҫ кәрәк буласаҡ. Шуға иң ябай ысул тәҡдим итәбеҙ: ҡарҙы яуған һайын тапап, кәрәкһә, ағас олоно тирәләй һыу һибеп торорға кәрәк. Ҡаты ҡарҙы сысҡандар урап уҙа.