Берғаҙан

Викидәреслек проектынан

Башҡортостан ҡоштары

Берғаҙан[үҙгәртергә]

Берғаҙан — ҡотан, бабағош (урыҫ телендә — пеликан, латинса — Pelecanus crispus Bruch) Ҙур ҡош, ауырлығы 12-14 килограмға етә. Төркөмгә тупланып, күмәкләшеп йәшәйҙәр.

Башҡортостанда осраған берғаҙандарҙың күпселеге аҡ төҫтә, баш һәм елкә ҡауырһындары бөҙрәләнеп тора. Ҡанаттары дәү, ауыр. Ҡанат ситендәге ҡауырһындары ҡара. Оҙон һорғолт һары суҡышының аҫтындағы балыҡ тотоп һала торған ҡаҙанға оҡшаған тамаҡ ҡапсығы ҡыҙғылт һары. Күҙҙәре аҡ. Аяҡтары ҡыҫҡа, йыуан, ҡара төҫтә. Инә берғаҙандар аталарына ҡарпғанда бәләкәйерәк һәм күренеше менән тоноғораҡ. Атлауҙары ипһеҙ булһа ла, шәп итеп, хатта шыҡыйып, оса.

Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тоноҡ сипылдай һәм осо ҡармаҡланып торған оҙон суҡыштарын бер-береһенә ҡағып тырылдай.

Һай күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Башлыса балыҡ, һирәгерәк тәлмәрйендәр менән туҡлана. Кәүҙәләре кәүгерҙәк булғанлыҡтан, балыҡты сумып тота алмайҙар, ә һыу өҫтөндә эләктерәләр. Көнөнә бер килограмдан артыҡ балыҡ менән туҡлана.

Күсмә ҡош. Башҡортостанға ҡайһы бер йылдарҙа ғына килә.

Оя ҡороу осрағы һирәк. Инә берғаҙандар ҡуйы ҡамыш араларында оялай, ата берғаҙан оя ҡороу материалын ташыуҙа ярҙам итә. 2-3 бөртөк суғырмаҡланып торған аҡһыл зәңгәр ҡабыҡлы йомортҡаһы була. Күкәйҙәрен 30-42 көн буйы баҫалар. Ҡошсоҡтары һуҡыр һәм яланғас булып күренә. 8-10 көнгә генә тәндәре йөн менән ҡаплана. 70-75 көнлөк булғас ҡына оса башлайҙар. Бик күп ҡошсоҡтар һәләк була.

Берғаҙандар Ҡыҙыл китапҡа керетелгән.

Топонимикала[үҙгәртергә]

  • Берғаҙан һаҙлығы (Дәүләкән районы)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 8 б.