Бесәй (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Аҡ кейеҙем өҫтөндә
Мәүли мулла ултыра. - Үҙе суфый, үҙе урлаша,
Тотоп алһаң, тырнаша. - Аҡ кейеҙем уртаһында
Ҡуҡрай мулла ултыра. - Туны бар — сапаны юҡ,
Мыйығы бар, һаҡалы юҡ. - Һике өҫтөндә һимеҙәк.
- Һике өҫтөндә бикә биҙәнә лә төҙәнә.
- Һике өҫтөндә бикәм,
Битен йыуа икән. - Аяғы йомшаҡ, мыйығы ҡаты.
- Бағрый башлы, быҙ күҙле.
- Һике өҫтөндә ҡомғаны,
Ике күҙен йомғаны. - Мейес башында ҡомған,
Ауыҙын-күҙен йомған. - Көлдөксәлә ҡомған,
Ике күҙен йомған. - Үҙе мейес башында,
Үҙе тун ябынып йоҡлай. - Йөнө йомшаҡ, тырнағы осло.
- Бәләкәй генә еңгәм
Уҡлауын һөйрәтеп йөрөй.