Эстәлеккә күсергә

Бешамель соусы

Викидәреслек проектынан

Бешамель соусы — иң тәмле һәм ябай әҙерләнә торған соустарҙың береһе. Атамаһы француз короле Людовик XIV һарайында гофмейстер булып хеҙмәт иткән Луи де Бешамель маркиз де Нуатель исеме менән бәйле.

Соусты ит, балыҡ, йәшелсә ризыҡтары менән бирергә була.

Ҡатнашмалар

[үҙгәртергә]

Соустың нигеҙен бешерер өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

  • 100 г аҡ май
  • 1 аш ҡалағы он
  • 2 аш ҡалағы һурпа
  • 1 стакан һөт өҫтө.

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Сеүәтәлә аҡ майҙы иретергә һәм он һалып алтын төҫкә ингәнсе болғата-болғата ҡыҙҙырырға. Шунан ҡайнар һурпа өҫтәргә. Соустың ниндәй ризыҡҡа тәғәйенләнгәненә ҡарап, һурпа иттеке, балыҡтыҡы йә йәшелсәнеке булырға мөмкин. Болғатыуҙан туҡтамайса һөт өҫтө ҡойорға. Һөт өҫтө урынына шыйыҡ ҡаймаҡ йә һөт ҡулланырға ла була. Тик һөт ҡушҡан осраҡта ондо күберәк алырға кәрәк.

Әммә иң үҙенсәлекле тәмде бешамелгә тәмләткестәр бирә. Беренсенән, уға ваҡ ҡына итеп туралған һәм алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡурылған һуған һалырға була. Икенсенән, райхан, кейәү үләне, орегано һәм башҡа тәмүләндәр өҫтәргә мөмкин.

Бешамель әҙерләүҙең башҡа ысулдары, специяларҙы (мәҫәлән, лавр япрағы, кейәү үләне, борос, эре киҫәкле һуған) һөттә йә һөт өҫтөндә бешереп, ярты-бер сәғәт тирәһе ултыртып торғас, аҡ майҙа ҡурылған онға ҡушып бутауҙан ғибәрәт.