Беҙ Еңдек

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

“Ватандаштарыма аманатымды тапшыр! Беҙ үҙебеҙҙең һүҙебеҙҙе тоттоҡ. Беҙ Еңдек!”

Бөрйән районы Ғәлиәкбәрҙә донъяға килеп, хәҙерге көндө Севастополь ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғитов Барый Ҡәйүм улы 2019 йылдың ноябрендә 95 йәшен билдәләне. Миңә был тантанала ҡатнашыу һәм олатайҙы Бөрйәндә йәшәүсе барлыҡ туғандар исеменән ҡотлау бәхете тейҙе. Үҫеп килеүсе быуынға үҙебеҙҙең аҡһаҡал дың, үҙен таныштырғанда, һәр ваҡыт үҙе хаҡында, “Башҡорт халҡы улы” тип әйтеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының әйткән һүҙҙәрен, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү айҡанлы ҡотлауҙарын еткергем килә. (Н. ШӘМИҒОЛОВА, Һеңлеһе Ғилминур Сәғитованың ейәнсәре)

Барый Ҡәйүм улы Ҡара диңгеҙ ярына яҡын ерҙә йәшәй. Уның йорто эргәһендә сквер бар. Унда кешеләр ял итә, диңгеҙ ярында йөрөй, балалар уйнай. Беҙҙең олатайыбыҙ һәр ваҡыт йыйнаҡ, спорт һөйөүсе кеше булды, тәмәке тартманы, хәмер эсмәне. Уның һәр иртәһе күнекмәләрҙән башлана. Үҙенең 95 йәшендә лә ул зарядканы ташламаған.

Ул әле лә саф һауала йөрөргә ярата.Олатайҙың айырыуса яратҡан урыны – әлеге сквер. Һәр көн һайын ҡыҙы Людмила Барый ҡыҙы уға скверға барырға ярҙам итә. Унда олатай, йомшаҡ пледҡа уранып, үҙенең яратҡан эскәмйәһендә һуғыш йылдары йырҙарын, башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңдарын тыңлап ултырырға ярата. Шул рәүешле, Севастополь ҡалаһының, герой ҡаланың, яр буйҙары, ундағы парк көн һайын тылсымлы ҡурай моңдарына сорнала.

Барый олатай миңә, үҙенең бер туған һеңлеһе Ғилминурҙың ейәнсәренә, беҙҙең ырыуҙың, заттың тарихы, һуғыш йылдары һәм һуғыштан һуңғы йылдар тураһында һөйләне. Сәғитов Барый Ҡәйүм улы 1924 йылда Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында донъяға килгән. Ғаиләләрендә 7 бала була. Кинйәләре – минең Ғилминур өләсәйем. Ә Барый Ҡәйүм улы малайҙарҙан иң бәләкәйе була.

Беҙҙең ҡарт олатай Ҡәйүм Сәғитовты бик белемле һәм юмор яратыусы, йор телле кеше тип хәтерләйҙәр. Торған ерҙән шиғыр сығарыу һәләте лә булған. Уның был сифаттары балаларына ла, шул иҫәптән Барый олатайға ла күскән.

Ҡәйүм олатай Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтша хәҙрәттә дини белем алған. Олатай унан һуң да белем алыуын дауам итергә теләгән. Ләкин атаһы ебәрмәгән. Малай аптырап ҡалмаған, йәшертен генә ат эйәрләп, атаһына белдермәй генә Стәрлетамаҡҡа юллана. Атын һатып, мәҙрәсәгә уҡырға инә. Унда дини дәрестәр менән бер рәттән тәбиғи фәндәр ҙә уҡытылған. Мәҫәлән, рус телен өйрәнгәндәр.

Уның был мәҙрәсәлә алған белеме аҙаҡ урындағы халыҡҡа бик ярап һалған. Ул йыш ҡына Бөрйән кешеләре менән Кананикольск, Әүжән, Ырғыҙлы ауылдарында төйәкләнгән урыҫтар араһында тылмас (тәржемәсе) булып йөрөгән. Ул Кананикольск һәм Бөрйән районының Әтек, Яңы Усман ауылдарында йәшәүсе халыҡтар араһында сыҡҡан бәхәстәрҙе һуңғылары файҙаһына көйләгән.

Ҡарт олатай ғәрәп, фарсы яҙмаһын һәм телдәрен дә бик яҡшы белгән. Уны йыш ҡына ошо телдәр буйынса ла тылмас итеп саҡырыр булғандар. Ләкин золом йылдарында Ҡәйүм Сәғитов нахаҡ ғәйепләүҙәр буйынса хөкөм ителеп, 1932 йылда 54 йәшендә мордва лагерҙарында вафат булған. Өлкән улы Хамматты ла ошо уҡ яҙмыш һағалаған – уға сәйәси ғәйеп тағып, лагерға ебәргәндәр һәм ул шунда 35 йәшендә генә үлеп ҡалған. Һуғыш башланғас, ғаиләләге өлкән уландар Әхәт менән Самат тәүгеләр рәтендә фронтҡа алыналар.

Өләсәй бәләкәй ейәне һәм минең өләсәйем менән ҡала. Был ваҡытта 16 йәше генә тулған Барый ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ иңдәренә ала. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған үҫмер 1941-1942 йылдарҙа Ғәлиәкбәрҙә балаларға математиканан һабаҡ бирә.

Барый олатай, бер көндө иртәнсәк әсәйем уятты ла, башҡа ашарға бер нәмә лә ҡалманы, хатта һуңғы он да бөттө, тине, тип хәтерләй. Ә тышта һыуыҡ ҡыш. Һуғыш ваҡытында уҡытыусыларҙың ғаилә ағзаларына 5-әр кило он биргәндәр. Тик был ондо ауылдан 36 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенән барып алырға кәрәк.

17 йәшлек үҫмер саңғыларын эләктереп ала ла таң менән Иҫке Собханғолға юллана. Уға урман араһынан барырға тура килә. Ә Бөрйән районы ҡырағай хайуандары менән дан тота. Шулай 36 саҡырым араны саңғыла үтеп, имен-аман район үҙәгенә барып етеп, 15 кило он алып, шул көндө үк кире әйләнеп ҡайта. Күршеләре картуф менән ярҙам итә. Шул рәүешле һуғыштың тәүге ҡышын имен-аман сығалар.

1942 йылда уны ла армияға алалар. Шул мәлдән алып хәрби хеҙмәт Барый Ҡәйүм улының йәшәү рәүешенә, хатта йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Ул, армияға китер алдынан, йәш уҡытыусы, комсомолец булараҡ, армияға саҡырылыусылар исеменән сығыш яһай. Бөрйән халҡы алдында: “Беҙҙең эшебеҙ хаҡ! Беҙ еңәсәкбеҙ!”, тип вәғәҙә бирә.

Ул, район халҡын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлап, “Беҙ еңдек!” тип халыҡ алдында биргән вәғәҙәһен үтәүен яҡташтарына аманат итеп тапшырырға ҡушты... Олатайҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы хәрби ҡаҙаныштарын да билдәләп үтергә теләйем. Армияға саҡырылғас, ул Тымыҡ океан флотына ебәрелә. Рус утрауында диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткәндән һуң Барый Сәғитов Владивостоктағы Ленин комсомолы исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы юғары хәрби-диңгеҙ артиллерия училищеһына уҡырға инә. Училищела уҡыған сағында, курсант Уссурийск районына ил сиген һаҡлауға ебәрелә. Империалистик Япониянан илде һаҡлауҙа, япондарҙы ҡоралһыҙландырып, этаплауҙа ҡатнаша. Шул ваҡыттағы батырлыҡтары өсөн “Японияны еңгән өсөн” тигән миҙал менән бүләкләнгән.

1945 йылда училищены Рига ҡалаһына күсерәләр. Унда уҡығанында, ҡаланы патрулләү ваҡытында, Латвия нацистарын аулауҙа ҡатнаша. 1952 йылға тиклем Рига ҡалаһы хәрби хәрәкәттәр биләмәһе булып иҫәпләнә.

Училищены тамамлағандан һуң, Барый Ҡәйүм улын Римский Корсаков исемендәге утрауға хеҙмәт итергә оҙаталар. Ул унда батарея командиры була. Артабан Корея сигенә - Хәсән күле районына күсерелә. Унан һуң Находка янындағы Ольга бухтаһында (Владимир гарнизонында) батарея командиры, дивизион командиры булып хеҙмәт итә.

Хәсән районының Клерк ҡасабаһында дивизион штабы начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт иткән сағында Төньяҡ Кореяға ҡорал ебәргән ваҡытта етди яралана. 6 айҙан артыҡ госпиталдә ята. Ләкин уның ҙур рухи көсө һәм ныҡлығы уға йүнәлеп, киренән сафҡа баҫырға ярҙам итә. 1959 йылда ғаиләһе менән Севастополь ҡалаһына күсә һәм 29-сы, 30-сы батареялар менән командалыҡ итә.

Артабан Балаклавта хеҙмәт итә, уҡытыусылыҡ эше менән булыша, тәжрибә уртаҡлашыу ваҡытында сит ил хәрбиҙәренә һабаҡ бирә. 1969 йылда, сәләмәтлек торошо, алынған хәрби йәрәхәттәр арҡаһында, артиллерия подполковнигы дәрәжәһендә пенсияға китә.

Хәрби хеҙмәттән китһә лә, тағы 23 йыл Ҡара диңгеҙ балыҡсылыҡ флотында янғын инспекцияһы начальнигы вазифаһында эшләй. Йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ул Севастополь ҡалаһында тәү башлап ирекле халыҡ дружинаһын ойоштора. Ҡаланың ветерандар советын төҙөшә. Ҡара диңгеҙ флоты командующийы, адмирал Кузнецовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлгә аҡса йыйыуҙа әүҙем ярҙам итә, Севастополде обороналағанда Мекензив тауҙарында һәләк булған Ҡара диңгеҙ флоты курсанттары тураһында китап сығарыуҙа ҡатнаша.

Барый олатай өлгөлө ғаилә башлығы ла. Улар ҡатыны менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡыҙы Людмила Барый ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, олатай бик грамоталы, аҡыллы, изге күңелле һәм тормош яратыусы кеше. Бер ваҡытта ла һүгенмәй, тауыш күтәрмәй. Ләкин уны һәр ваҡыт тыңлайҙар һәм хөрмәт итәләр.

Людмила Барый ҡыҙы һөнәре буйынса табип. Уның ире, Барый Ҡәйүм улының кейәүе, Геннадий Ясницкий Севастополдәге хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлап, оҙаҡ ҡына йылдар Төньяҡ флотта хеҙмәт итә. Яҡын Көнсығыштағы кризислы йылдарҙа ул Урта диңгеҙҙә “Киев” крейсерына командалыҡ итә. Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән наградланған. 1998 йылда вице-адмирал Геннадий Ясницкий ҡаты ауырыуҙан һуң 52 йәшендә вафат булған. Уның улы, Барый Ҡәйүм улының ейәне лә, диңгеҙ династияһының бер сылбыры. Павел Геннадьевич Ясницкий Санкт-Петербургта Нахимов исемендәге хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлаған. Ул – ғәмәлдәге офицер, 1-се ранга капитаны. Павел олатаһы Барый Ҡәйүм улы менән атаһының эшен лайыҡлы дауам итә.

Төпкөл Ғәлиәкбәр ауылында донъяға килеп, кесе йәштән үк тормош йөгөнә егелгән Барый Ҡәйүм улы шулай тормошон хәрби диңгеҙ флоты менән бәйләй һәм, Бөрйәненән ситтә ғүмер итһә лә, бөгөнгө көндә диңгеҙ буйында башҡорт моңдарын тыңлап кинәнә. Үҙе әйтмешләй, күңеле менән ғүмере буйына башҡорт улы булып ҡалған ул... Н. Шәмиғолова, район прокуроры урынбаҫары. "Таң" гәзите 2020 йыл, 6 ноябрь, йома, № 89 (10433)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

  • [hhttps://tanrb.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Vatandashtarima-amanatimdi-tapshir-Be--ebe-e---ebe-e-totto--Be-E-dek-531380/]