Эстәлеккә күсергә

Билмән (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Аҡ алаша батты,
    Ҡолаҡтары ҡалҡты.
  2. Ҡола ҡолоном ҡойоға төштө,
    Ҡолағы ҡарпая төштө.
  3. Ҡола атым ҡойоға төштө,
    Ҡолаҡтары күренеп ҡалды.
  4. Ҡола атым һыуға төштө,
    Ҡолағы ҡарпая төштө.
  5. Ҡола атым ҡомған күленә сумды.
  6. Ала үгеҙ бата,
    Ике ҡолағы ҡалҡа.
  7. Аҡ ҡалағым һыуға батты,
    Ҡолаҡтары өҫкә ҡалҡты.
  8. Ҙур-ҙур кешеләр таҡта быуалар,
    Киләләр ҙә һыуға сумалар.
  9. Матур-матур ҡыҙҙар
    Таҡта өҫтөнән шыуалар ҙа
    Ҡайнар һыуға сумалар.