Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

53°25′05″ с. ш. 54°09′16″ в. д. (G)

Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылының ер-һыу атамалары



Бишбүләк районы Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Унда урыҫтар, сыуаштар, татарҙар, башҡорттар йәшәй. Күп милләтле район булғанға һәр ауылдың тарихы, ер-һыу атамалары бик ҡыҙыҡлы. Минең атайым ошо райондың Ҡаныҡай ауылында тыуып үҫкән. Шуға ла мин эҙләнеү эшемде ош ауылдың тарихын, топонимикаһын өйрәнеүгә арнаным.
Һуңғы йылдарҙа кешеләр үҙҙәренең шәжәрәһе, тыуған яғының, ауылының тарихын ныҡлап өйрәнә башланы. Шәжәрәләр буйынса документтар архивта һаҡланһа, ауыл тарихы буйынса материалдар бер урында тупланмаған. Ҡайһы бер яҡтарҙа уны бары оло кешеләр генә белә. Шуға күрә был легендаларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн ололарҙан һорашып, яҙып алып ҡалыр кәрәк.
Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн топонимик һүҙлек, “Башҡорт халыҡ ижады” китабы ҡулланылды. Шулай уҡ ауыл кешеләре менән осрашыуҙар булды.
Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылы Дим йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ауылға нигеҙ һалыусының исеме менән аталған.Уның улдары Торсонбай (1783 й.), Илсебай (1794 й.), Алсынбай (1808 й.) билдәле.
Ҡаныҡай ауылының легендаһы “Башҡорт халыҡ ижады” китабының “Легендалар, риүәйәттәр” томына ингән. Ҡаныҡай исемле батыр яуҙа ҡатнашҡаны өсөн батша уға күп аҡса бирергә теләй, әммә батыр аҡсанан баш тарта. Тыуған яғына ҡайтып был турала һөйләгәс, халыҡ, һин башҡорттарға ҡаршы яуҙа ҡатнашҡанһың тип уны был ерҙән ҡыуа. Ҡаныҡай Дим буйына килеп сыға. Бында ул дошмандарҙан ҡасып йөрөгән Таубикә исемле ҡыҙ менән осраша, уның дошмандарын тар-мар итә. Таубикәгә өйләнеп ошо яҡтарҙа төпләнә. Уларҙың Сәфәр, Ҡасҡын, Исламғол исемле өс улы була. Ҡаныҡайҙың улдары нигеҙ һалған ауылдар уларҙың исеме менән йөрөтөлә.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырында ла телгә алына Ҡаныҡай батыр:
Яуға сабыр юлдарҙы
Иҙеү шунда билдәләп:
Келәйлене мең башы,
Туҡһан, Сәфәр, Аҙнайҙы,
Ҡасҡын, Бикҡол, Ҡаныҡайҙы
Мең эсендә йөҙ башы
Итеп атҡа мендергән;
Дәмми бейҙе ҡыуырға,
Үҙен бәйләп алырға
Тигән уйын белдергән (78-се бит).
Хәҙерге Бишбүләк, Миәкә райондарындағы ауылдар был легендар батырҙарҙың исемдәре менән аталған. Ауылдың тирә-яғындағы тау, күл атамалары тарихы ла ҡыҙыҡлы. Уларҙы ныҡлап өйрәнгән кешеләр юҡ, шуға ла ауылдың иҫән булған оло кешеләре менән осрашып яҙып алдыҡ легендаларҙы.
Тором тауы, Тором күле.
Граждандар һуғышы ваҡытында был тауҙа аҡтар торған, шунан ҡалған Тором атамаһы. Эргәһендәге күлде Тором күле тигәндәр.

Майлы түбә

Был түбәлә элек-электән нефть сығып ятҡан, ауыл халҡы шунда барып (әлеге ваҡытта Ырымбур өлкәһе территорияһында ҡалған) арба күсәрҙәрен майлап йөрөгән.

Мулла аҡланы

Муллаға бүлеп ҡалдырылған ер. Ауыл халҡы шул аҡланда муллаға бесән әҙерләгән.

Кәбеҫтә төбәге

Колхозлашҡан осорҙа Дим буйындағы был урында йәшелсә үҫтергәндәр, йәшелсә баҡсаһы булған. Йәшелсә, бигерәк тә кәбеҫтә, бик уңған. 70-се йылдарға тиклем булған унда баҡса.

Мәтәү

Революциянан һуң был ергә әлеге Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылынан бер нисә ғаилә күсенеп ултырған. Әммә ул ерҙә һыу булмағас, кире күсеп киткәндәр. Шул урын Мәтәү тип аталып ҡалған.
Дим йылғаһын кисеп сығып йөрөгән ерҙәрҙең береһе Үрге кисеү, икенсеһе Һалауыҙ тип атала. Был атамаларҙың да килеп сығышын белештек.
Үрге кисеү ауылдан үрҙәрәк урынлашҡан, атамаһы шунан килә.
Һалауыҙ тип аталған кисеүҙән сығып аръяҡта һалабаш һалғандар, исеме шунан ҡалған.
Ҡаныҡай ауылынан 2 км йыраҡлыҡта көкөртлө водород шишмәһе бар. Уны урындағы халыҡ Ҡылы тип йөрөтә. Ҡылы шишмә тигәнде аңлата. Һыуы ныҡ һыуыҡ, ҡыш көнө лә туңмай. Төбө зәңгәр-йәшел балсыҡ.
Ҡул һүҙе менән атамалар күп осрай. Ҡул – соҡор тигәнде аңлата икән. Шулай уҡ яҙ-көҙ һыулы, йәй-ҡыш ҡоро ятҡан һыу юлын да аңлата.
Киндер ҡулы. Ул ерҙә киндер үҫтергәндәр.
Арҡылы ҡул. Ауылға арҡыры ятҡан соҡор.
Миләшле ҡул. Был соҡор ерҙә миләш күп үҫкән.


Абдрахманов Данир (Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 4 в класы уҡыусыһы) Етәксеһе Аҡбулатова Светлана Валерьевна

Лена Абдрахманова