Болот (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Аяғы ергә етмәҫ, башы күккә теймәҫ.
- Йомабикә юрғаны, лаҫтыр-лоҫтор туҙғаны.
- Ҡат-ҡат-ҡат кейеҙ, ҡатланмаған аҡ кейеҙ, һоро-һоро-һоро кейеҙ, һырланмаған һор(о) кейеҙ.
- Ҡояштан көслө, елдән көсһөҙ.
- Аяғы юҡ — ил гиҙә, күҙҙәре юҡ — йәш түгә.
- Унда сабыр, бында сабыр ҡара атым, тау башынан дыулап барыр ҡара атым.
- Күк түбәлә күк түшәк, ҡуйылған шунда түшәп, елдәр иҫһә, ҡабара, ергә төшһә, тарала.
- Ҡайғы белмәһәк тә илайбыҙ.
- Оңғол да соңғол, ҡат-ҡат ҡабара, Һыуы барҙа ҡарала, Һыуы бөтһә, таҙара.
- Килә-килә күп була, илай-илай юҡ була.
- Урман аша апара таша.
- Тау башында ямаулы турпыша.
- Түбә өҫтөндә түңгәк.
- Үҙе аға — яры юҡ, барып еткән ере юҡ.
- Юҡтан бар була, барҙан юҡ була.
- Бара ла бара,Тауҙарҙы яра, толомо ҡара, өҙөлөп ҡала.
Болот, ямғыр
- Урман аша сапсаҡ таша.
- Ел-дауыллап етә килер,
Ике еңен һелкә килер,
Ялан, һаҙҙан үтә килер,
Ҡайын һыуын һибә килер. - Түбә арҡылы ҡаҙ үтте, бөтөн ерҙе һаҙ итте.
- Лыҫтыр уның башы, ҡара уның ҡашы, гел түгелә йәше.
- Көнбикәнең күбәһе, күбеп сыҡҡан түбәһе. Төпкенәһен асҡан,тишелгән дә аҡҡан.
- Елә-елә елә килер, ҡайынһарға керә килер, ҡайын һыуын эсә килер.
- Кәмә йөрөй, кәмә йөрөй, артынан һыу тама йөрөй.
- Ала икән, ҡола икән, ҡара икән, бара икән;