Борсаҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ағасы һайын ботағы,
Ботаҡ һайын ояһы,
Оя һайын балаһы. - Ҡырҡ тирәк, ҡырҡ ботаҡ,
Ботаҡ һайын ун оя,
Оя һайын ун йомортҡа. - Нарат-нарат нарлы ботаҡ,
Ботаҡ һайын йомортҡа. - Оҙон-оҙон уҫаҡ,
Уҫаҡ һайын ботаҡ,
Ботаҡ һайын оялар,
Оя һайын балалар. - һары-һары-һары ботаҡ,
Ботаҡ һайын бер оя,
Оя һайын йомортҡа. - Ҡырҙа үҫкән ҡарағай,
Ботаҡтарын ҡарамай;
Ботағы һайын оя,
Ояһы һайын йомортҡа. - Ҡыуаҡ-ҡыуаҡ,
Ҡыуаҡ һайын кетәк-кетәк,
Кетәк һайын оя-оя,
Оя һайын йомортҡа. - Тоҡ-тоҡ-тоҡ алай,
Тоҡ эсендә биш малай. - Уҡлау,
Уҡлау башы суҡлау.
Ер күкләү,
Етмеш ағас ботағы. - Тап-тап табағас,
Табағаста мең ағас,
Алтын аяҡ күбәләк,
Йомортҡаһы түңәрәк.