Эстәлеккә күсергә

Борщ ашына әҙерләмә

Викидәреслек проектынан

Борщ ашына әҙерләмә

Ингредиенттар

[үҙгәртергә]
  • Сөгөлдөр — 3 кг
  • Кишер — 1 кг
  • Кәбеҫтә — 3 кг
  • Шәкәр — 18 аш ҡалағы
  • Үҫемлек майы — 6 аш ҡалағы
  • Ҡара борос — 10 бөртөк
  • Уксус — 1 аш ҡалағы

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Сөгөлдөрҙө, кишерҙе «һалам» формаһында ваҡлап киҫергә.

Кәбеҫтәне лә нәҙек итеп ваҡларға. Шунан ҡоштабаҡта бергә ҡушып, иҙгесләп баҫырға.

3 литрлыҡ банканы ҡыҙған духовкала стерилләп, әҙерләнгән үҫемлек ҡатнашмаһын, баҫҡылап банкаға һалырға.

Шунан 18 аш ҡалағы һыу, 6 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡойорға,

10 бөртөк ҡара борос төшөрөргә. Өҫтөнә 1 ҡалаҡ уксус ҡойорға.

  • Әҙерләмә оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, һуған ҡушмау хәйерлерәк.

«Бай баҡса» тапшырыуында тәҡдим ителде, 08.01.2017.