Боҙ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Үҙем — һыу,
Үҙем һыуҙа йөҙәм. - Утта янмай, һыуҙа батмай.
- Килделәр ағайҙар балтаһыҙ,
Һалдылар күперҙе таҡтаһыҙ. - Көндөҙ ватылған быяла төндә төҙәлә.
- Балтаһыҙ-көрәкһеҙ күпер һалынды.
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ күпер төҙөй.
- Ҡышын ята таштай,
Яҙын саба аттай. - Көҙ тыуа,
Яҙ үлә. - Буҙ атым баҫма булды,
Буйҙан буйға таҫма булды. - Ҡиммәтле таш түгел — ялтырай.
- Тышҡа ҡуйҙым — таш булды,
Өйгә индерҙем — һыу булды.
Инде ни хәл итәйем,
Утҡа ҡуйҙым — быу булды. - Тышта таш була,
Өйгә инһә, һыу була.
Тәҙрә боҙо
- Әндрәй күҙен аҡ алған.