Брәтәк ауылындағы ер-һыу атамаларын өйрәнеү
“Топонимик атамалар – халҡым яҙмышы,халҡым тарихы”
Инеш
[үҙгәртергә]Был ғилми-тикшеренеү эше Башҡортостан Республикаһының көньяҡ Урал һыртында урынлашҡан Бөрйән районының Брәтәк ауылындағы ер-һыу атамаларын өйрәнеүгә арналды. Илде, телде, тарихты белеү өсөн ер-һыу атамаларының барыһын да – боронғоларын да, һуңғараҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу кәрәк. Быны бары тик белгестәр генә эшләп бөтөрә алмай, ә беҙҙең дә ярҙамыбыҙ кәрәк. Башҡортостан буйынса һәр ауылдан бер уҡыусы үҙ ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын яҙып ҡуйһа, тикшеренеү үткәрһә, тиҙ арала бик ҙур ғилми байлыҡ тупланыр ине. Был эшебеҙ – фән, тарих һәм киләсәк быуындар өсөн кәрәкле булған йыйынтыҡҡа беҙҙең өлөшөбөҙ.
Ер–һыуҙарыбыҙҙың, тау–таштарҙың, йылға–күлдәрҙең, шишмә– инештәрҙең, ауыл–ҡалаларҙың халыҡ теле, халыҡ хәтере өсөн ынйы бәрәбәрендәге үҙ исеме, үҙ атамаһы бар. Уларҙа тәбиғәттең төрлө үҙенсәлектәре, халыҡ тормошо, халыҡ тарихы эҙмә–эҙлекле сағылыш тапҡан. Шул уҡ ваҡытта һәр бер атама–тел берәмеге, тел ҡомартҡыһы. Ул берәмек йыш ҡына үҙаллы тел күренеше булараҡ та, йәғни айырым–айырым да өйрәнелә, уның барлыҡҡа килеүе, ҡайһы телгә барып тоташыуы, һүҙ төҙөлөшө, ниһайәт, дөрөҫ яҙылыуы күҙлегенән төрлөсә тикшеренеү үткәрелә. Топонимика – географик атамаларҙы, уларҙың килеп сығышын , үҫешен, хәҙерге торошон, әйтелешен һәм яҙылышын өйрәнеүсе фән.
Эҙләнеү эштең проблемаһы
[үҙгәртергә]- Хәҙерге быуын үҙенең йәшәгән еренең, тауҙарының, йылғаларының һәм башҡа ер–һыу атамаларҙы, уларҙың килеп сығышын белмәй. Шуның арҡаһында топонимик атамалар онотола һәм бәхәстәр килеп сыға.
Темаһы
[үҙгәртергә]- “Топонимик атамалар – халҡым яҙмышы, халҡым тарихы”
Актуаллеге
[үҙгәртергә]- Киләсәк быуын тыуған еренең һәр өлөшөнөң атамаһын белһен, артабан өйрәнһен, ҡыҙыҡһынһын һәм эҙләнһен өсөн ошо проблеманы өйрәнер кәрәк.
Маҡсаты
[үҙгәртергә]- Киләсәк быуынға топонимик атамалар хаҡында мәғлүмәт еткереү
Гипотезаһы
[үҙгәртергә]- Минең уйлауымса, үҙ ерендә йәшәүселәрҙең яҡынса 30% ғына ер–һыу атамаларының тарихын, килеп сығышын белә.
Мәсьәләләре
[үҙгәртергә]- Ер–һыу атамалырын һорашыу,
- Ер–һыу атамаларының тарихын өйрәнеү,
- Яңылыш яҙылышты, әйтелеште бөтөрөү;
- Бәхәстәр килеп сыҡмаһын өсөн ер–һыу атамалырын төрҙәргә бүлеү
Яңылығы
[үҙгәртергә]- Эҙләнеү эше барышында, ер–һыу атамалары 2-шәр, 3- шәр исем менән йөрөтөлгәне асыҡланды.
Әҙәби ҡарашы
- Ер–һыу атамалары оло быуын кешеләренән йәш быуынға телдән–телгә, ҡулдан–ҡулға күсеп барғаны билдәләнде.
Тикшеренеү методикаһы
[үҙгәртергә]- Бөрйән районының Брәтәк ауылында йәшәүсе оло быуын вәкилдәренән, география уҡытыусыларынан, тәбиғәтте оҙайлы ваҡыт күҙәтеп йөрөүселәрҙән һорашып, ер–һыу атамалары ниңә шулай аталған икәнен, тарихын асыҡларға тырыштым.
Һөҙөмтәһе
- Ер–һыу атамаларының тарихы, килеп сығышы, төрҙәре билдәләнде.
Һығымтаһы
- Ер-һыу атамаларын һорашып, өйрәнгәндән һуң яңылыш яҙылыу, әйтелеш, бәхәстәргә нөктә ҡуйылды.
Әһәмиәте
- Килеп сыҡҡан һөҙөмтә киләсәк быуынға яҡшы тәьҫир итәсәк, улар эҙләнеү эшемдең нигеҙендә яңы асыштарға тап буласаҡтар.
Төп өлөш
[үҙгәртергә]Брәтәк ауылы Бөрйән районының төнъяғында бергә ҡушылған – Бөрйән, Белорет, Ишембай – Брәтәк йылғаһының Нөгөшкә ҡойған ерендә урынлашҡан. Ауылдың төнъяғында Ҡоҙаш – Нөгөшкә, көнсығышта Ҡурғашлы – Брәтәк йылғаһына ҡушыла. Брәтәк йылғаһының тамағын Күкятыу тиҙәр. Заманында уға дилбегә буйламаған, унда ат йөҙҙөргәндәр. Брәтәк күперенән баштүбән тороп һикереп һыу ингәндәр. Ҡуйы урман ауылға терәлеп үк тора. Ләкин төҙөлөш өсөн ағас табыу ауырлаша.
Ауылды Бәштин, Әрҙәкле, Кәзәтау, Айыу өңө, Айбикә, Юрматы тауҙары уратып алған. Урманда, Башҡортостан урмандарына хас, бөтә төр ағастар ҙа үҫә. Мүк менән ҡапланған ҡарағай урманында күк һәм ҡыҙыл көртмәле үҫә. Ләкин ул яҡлауға мохтаж, ҡарағай урманы аяуһыҙ ҡырыла. Шулай уҡ донъяла һирәк осраған һары һәм күк умырзая, ынйы сәскәһе, кәкүк ситеге беҙҙә бар. Урманда бөтә төр йәнлектәр; шәшке, һыуһар, ҡама, йәтсә, ҡондоҙ һәм башҡа йәнлектәр бар. Ауылда халыҡ күпләп мал тота, һуңғы ваҡытта йылҡы малы күбәйҙе. Йәштәр ата–бабаларҙан ҡалған йоланы тергеҙеп, күпләп солоҡ ябалар, ҡош–ҡорт аҫрайҙар.
Ауыл тарихын өйрәнеүҙең иң ҙур ҡиммәттәренең береһе булып, халыҡтың ырыу составы тора. Башҡорт ырыуҙарының этник тарихын өйрәнгәндә, шәжәрәләр ҙур роль уйнай. Шәжәрәне һәр ырыу төҙөгән.
Брәтәк ауылы аҫаба Ҡарағай – Ҡыпсаҡ ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан.
Брәтәк ауылының тәүге исеме Ятап була. Сөнки ауыл аша этап-этап каторжандарҙы оҙатыу өсөн махсус төрмә - ятаҡ урыны булған. Каторжан йыры ла ошо тарихҡа бәйле рәүештә килеп сыҡҡан, тигән мәғлүмәттәр бар.
Брәтәк ауылы Белорет - Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Был юл халыҡ телендә Екатерина юлы тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән – Петровск заводы менән бәйле. Берг – Коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К. Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 йылда Е.Н. Демидов тарафынан төҙөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890 йылда барлыҡҡа килә. 1774 йлдың 17 октябрендә полковник А.Т. Соколов – Хлопуша, 1774 апрелендә Емельян Пугачев үҙе килә. Завод артиллерия бомбалары эшләй башлай. 1774 йылдың декабрь баштарында Салауат Юлаев етәкселегендә башҡорт отряды була. Белорет – Стәрлетамаҡ тракты иң тура юл булғас, Брәтәк аша Пугачевтың да, Салауаттың да үтеүе ихтимал.
Ауыл исеменең килеп сығышы икенсе бер легенда менән дә бәйле. Аҫҡар ауылында йәшәгән Аҫҡар ҡарттың, Арыҫланғол исемле улының Айбикә исемле ҡыҙы әхирәттәре менән шартыйға киткән дә ҡыҙҙарҙан айырылып, ғәйеп була. Ҡыҙҙар күпмелер ваҡыт үткәс кенә һиҙеп ҡалалар. Ҡайтып әйткәс, эҙләргә һыбайлылар сыға, бөтә ерҙе иңләп йөҙөп сыҡҡандар. Шулай эҙләй торғас, тау йылғаға килеп терәлгән. Ағай–эне кәңәшләшеп, йылға буйын эҙләгәндәр. Бара торғас, йылға ситендәге тамырға эләгеп торған сепрәк күргәндәр. Был Айбикәнең күлдәк итәге булған. Һыбайлылар йылға түбәненә сапҡандар һәм оло һыуға килеп сыҡҡандар. Был оло һыу Оло Нөгөш икән. Эҙләүселәр шул урында туҡтағандар. «Айбикәнең бер итәге генә тороп ҡалды», - тип уфтанған атаһы. Ошо дәүерҙән алып Айбикәнең күлдәк итәге табылған ерБер итәк йылғаһы тип атағандар, һуңынан Бритәк – Брәтәктип ҡалған. Ә Айбикә аҙашҡан тау әле лә Айбикә тауы тип атала.
Ауылдың көньяҡ-көнсығышында Айыу өңө тауы урынлашҡан. Ауылға яҡын терәлеп тигәндәй торған был тауҙа электән айыуҙар күп булған. Әле лә ауыл халҡының малы күпселек шул тауҙа юғала.
Айыу өңө менән Кәзә тауы араһында Нәстүш үҙәге урынлашҡан. Уның тарихы бына нисек:борон- борондан ата- бабаларыбыҙ йәйләүҙән- йәйләүгә күсеп йөрөгәндәр. Сөнки уларға малдарҙы туйҙырырға, әленән -әле үлән күп үҫкән урындар кәрәк булған. Беҙҙең ауылдағы кешеләр Нөгөш йорт исемле йәйләүгә йыл һайын барғандар. Тап ошо, йәйге осорҙа ауылдағы иң бай ҡарт йәш ҡатын алырға була. Борон йола буйынса, кәләште дала яғынан алғандар. 14 йәшлек кенә ҡыҙ ата -әсәһен, тыуған ерен бик һағына. Һәр көн иртән тауға менеп йырларбулған.
Ваҡыт тиҙ генә үтеп тә китә. Бай йәш ҡатынын тыуған яғына ҡайтармаған. Килен һарғая башлағас, уға Нәстүш исемле әхирәте ҡасып ҡайтырға тәҡдим иткән. Килен байҙың иң шәп айғырына атланып тыуған яҡтарына ҡарай саптыра. Бай был хәлде белеп ҡалғас бик асыулана, ҡасырға ярҙам иткән әхирәте Нәстүште еләк йыйып йөрөгәнендә язалатып үлтерткән. Үҙе йәш ҡатыны артынан ҡыуа төшкән. Нәстүш үлгән ерҙе Нәстүш үҙәге тип әйтәләр хәҙер. Бай ҡатынын Яңы Һәйет ауылын үтеп киткәс ҡыуып етә. Ләкин ҡыҙҙың аты етеҙерәк булғас, тауҙы елеп кенә төшә. Бай тау башынан тороп ҙур–ҙур таштар тәгәрәтә башлай. Килен кеше уға; «Ҡара–ҡара бынау ахмаҡтың таштары күкәй кеүек тәгәрәй» - тип ҡысҡырған. Был тау Күкәйтау тигән исем менән ҡалған. Ә Брәтәк йылғаһының уң яҡ ярында, ауылды ыжғыр елдәрҙән һаҡлап, ғорур Кәзәтау тора.Был тауҙа элек-электән кәзә һаҡалы үҫемлеге күп үҫкән. Аслыҡ заманында күгүләнгә баҫҡан балалар яҙ етеү менән ошо үләнде ашарға был тауға ашыҡҡандар, Ә аҙаҡ, малдар ишәйгәс, көтөү-көтөү кәзәләр ҙә был тауҙы үҙ иткәндәр.
Был тикшеренеү эшемде эшләгәндә мин оло быуын кешеләренән бик күп мәғлүмәт йыйҙым. Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙы ла тыңлап китәйек. Брәтәк йылғаһының һул яҡ ярында, алыҫтараҡ серлеӘрҙәкле тауы тора. Был тауҙа борондан бүреләр күп булған. Заманында йәшәгән, ти һунарсы ҡарт. Ул, ауылда бүреләр малға тейгәс, үҙенең кәрәкле әйберҙәрен тотоп, урманға бүрегә ҡапҡан ҡорорға киткән. Икенсе көнөнә килеп ҡараһа, ҡапҡанға һыйыр эләккән. Был - яңғыҙы ғына йәшәгән әбейҙең берҙән- бер һыйыры булған. Әбей һунарсыны ныҡ әрләп ҡарғай икән. Ҡарт: «Ай был, бүре, ай был тау, мине әбейҙәнӘрҙәтте бит, Әрҙәтте»,- тип ҡайтып көйөнә икән.Әрҙәтте, аҙаҡ, халыҡ телендә был тау Әрҙәкле тип йөрөтөлә башлай. Ауылдың төньяҡ- көнбайышында мәғрүрБәштин тауытора. Ауыл эргәһендәге иң бейек тау. Абсолют бейеклеге – 889 м.Ул Ишембай, Белорет райондары менән сикте бүлә. Тау исеменең килеп сығыу тарихы бына нисек: йәшәгән ти, бер ярлы ғына кеше. Уның өйө лә, ғаиләһе лә булмаған, көн һайын байҙарға бил бөккән. Бер ай тырышып эшләгәндән һуң, бай уға биш тин аҡса биргән. Был ваҡытта биш тингә лә әллә күпме аҙыҡ- түлек алырға булған. Ярлы кешенең ҡыуанысының сиге булмаған. Аҡсаһын кеҫәһенә һалып, һыҙғыртырға ҡурай алып төшәйем тип, тау башына менеп киткән. Ҡурай янына яҡынлашҡас, ҡырҡып алам тигәндә генә, кеҫәһенән аҡсаһы төшөп китә. Аҡсаһын эҙләп- эҙләп ҡарай, ләкин таба алмай. Тапмағас, ҡайтып, күрше- күләнгә әйтә. Улар ҙа эҙләп ҡарайҙар, тик таба алмайҙар. Ошонан һуң, был тауҙы «Биш тин» тип йөрөтә башлайҙар, һуңынан Бәштингә әйләнә.
Бәштин менән Әрҙәкле тауҙары араһынан Нөгөш йылғаһы ағып үтә. Заманында хәтәр мул һыулы йылғаға Стәрлетамаҡ – Магнитогорск тура юл аша Башҡортостандың байлығын файҙаланыр өсөн мотлаҡ күпер кәрәк була. Екатеринаның таулы-ташлы, ҡара урмандар эсенән йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған юл һалдырыуы тап ошо маҡсатта эшләнелә. Урындағы эҙәрмәндәр һөйләүенсә, “Әбей башта” юлындағы күперҙәрҙе мәңгелек итеп эшләттергән. Ауыл эргәһендәге Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер иҫкергәс, яңыһы төҙөлә. Юлсылар ҙур – зур таштарҙы уҡмаштырып төҙөлгән стеналарға өс быуат үтеүгә ҡарамаҫтан, һин дә мин тороуына хайран ҡала. Таштарҙы айырылғыһыҙ кимәлдә тотоу өсөн ниндәйерәк иҙелмә ҡулланыуҙарын фаразлап баш ваталар һәм белгестәр менән стеналар ныҡлығын ентекле тикшергәндән һуң, күпер балкалары емерелмәҫ мәңгелек стеналарға тоташтырылып, уртанан заманса тимерҙән эшләнгән терәүес ҡорама ғына ҡуйыла... Һәр нәмәгә ҡарата һаҡсыл ҡараш булғанда ғына беҙ ата–бабалар мираҫ итеп ҡалдырған серле, үҙенсәлекле төҙөлөшлө, күптәр күңелендә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, айырыуса әһәмиәтле ҡомартҡыларҙы һаҡлап, йәш быуынға ҡалдыра аласаҡбыҙ. Йомортҡаны туҡып, эзбиз ҡатламына һөртөп, цемент кеүек ҡаты матдә килтереп сығарғандар, тигән фараздар бар.
Ә Нөгөш йылғаһы ,беҙ Урал батыр эпосынан белеүебеҙсә, Урал батырҙың улы. Бына ниндәй тарих төпкөлөнә барып тоташа минең ауылым.
20 быуат башында беҙҙең ауылға урыҫтар күсеп килеп,мал аҫырап, йәшелсә үҫтереп йәшәй башлайҙар.Волков, Лапшин утары, Дауыткин, Селеверстов утары исемле топонимик атамалар әле лә тарих һаҡлап, шул исемдәр менән йөрөтөлә. Ауылдың ике осонда ике зыярат.Сөнки башҡорттоң зыяратында урыҫ кешеһенә урын юҡ, тип һаналған.
Ошо ғилми- тикшеренеү эшендә мин оло йәштәгеләр, урта быуын һәм уҡыусылар өсөн анкета- һорауҙар үткәрҙем. Һөҙөмтәлә :
- оло йәштәгеләрҙең - 70%
- урта йәштәгеләрҙең - 50%
- уҡыусылар - 30% ауылым яҙмышын, ауылым тарихын белә икән, тигән һығымта яһаным. Тимәк, уҡыусыларға топонимика фәне менән күберәк ҡыҙыҡһынырға кәрәк, тигән һығымтаға килдем.
Ҡушымта
[үҙгәртергә]- Этнонимдар – халыҡтың тарихы, этник процестар менән бәйле атамалар: Әрҙәкле (тау), Нөгөш(йылға).
- Антропонимдар – кеше исемдәрен һәм ҡушаматтарын нигеҙ итеп алған атамалар: Нәстүш үҙәге, Айбикә тауы.
- Урындың тәбиғи үҙенсәлектәрен билдәләүсе атамалар:
- үҫемлектәр донъяһы : Кәзә тауы
- һыу, тупраҡ үҙенсәлектәре: Ҡоҙаш йылғаһы,
- хайуандар донъяһы: Айыу өңө тауы.
- Оҡшатыу, сағыштырыу юлы менән яһалған топонимдар: Ҡыҙылъяр ҡаяһы.
Интернет селтәрендә ойошторолған опрос буйынса түбәндәге мәғлүмәткә эйә булдым. Бәштин тауы: Ишембай районы Һәйет ауылында, Ғәфури районында бар.
Йомғаҡлау
[үҙгәртергә]Шулай итеп, беҙҙең ҡуйылған маҡсаттар үтәлде. Беҙҙең эшебеҙ оло диңгеҙҙең бер тамсыһы ғына. Сөнки Бөрйән районының Брәтәк ауылы топонимикаһында асылаһы серҙәр, башҡараһы эштәр бик күп. Топонимика – бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс бер фән тармағы. Ул илдең, ерҙең, телдең ысын мәғәнәһендә хәтер китабы. Топонимияның ижадсыһы – халыҡ, ә уның сығанағы халыҡтың үҙ ерендәге тормошо, хеҙмәте, ижады, тәбиғәтте танып белеү һәм үҙләштереү ҡеүәһе, уй-фекере, хыял донъяһы, заманалар аша үткән көндәлек эшмәкәрлеге, тарихы яҙмыш юлдары. Ер- һыу атамаларын йыйыу – фән өсөн бик мөһим эш. Топонимик атамаларҙы йыйыуҙы тиҙләтер кәрәк, сөнки ер- һыу атамаларының тарихы күбеһе оло быуын кешеләре хәтерендә. Ауылымдағы ер- һыу атамаларын өйрәнгән саҡта икешәр атама менән йөрөтөлгән тауҙар осраны, боронғораҡ исеме халыҡ телендә һаман да йәшәй килә. Беҙгә барыһын да – боронғоларын да, һуңғараҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә фәнгә, тарихҡа һәм киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн бик ентекләп йыйыу кәрәк. Үҙ төбәгеңдең топонимикаһын белеү, йыйыу, өйрәнеү үҙебеҙ өсөн генә түгел киләсәк өсөн бик мөһим.Ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ!
Ҡулланылған әҙәбиәт
[үҙгәртергә]- Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө, 1999
- Шәкүр Р.З. Топономика һәм топономия мираҫы // Башҡортостан, 2005, 26 май.
- Шәкүр Р. З. Исемдәрҙә – ил тарихы. Тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр . –Өфө Китап, 1993.
- Камалов А.А. Башкирская топономия. – Уфа: Китап, 1994.
- Интернет селтәрендәге “Google.Карты” сайты
- Аллабирҙин Д.З. Бөрйәнем-йәнтөйәгем.Белорет, 2018.
Башҡарҙы: 9 класс уҡыусыһы Йәрмөхәмәтова Ҡәҙриә Илдар ҡыҙы.
Етәксеһе:башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәрмөхәмәтова Гөлйөҙөм Мөхтәр ҡыҙы
(Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Аҫҡар урта мәктәбенең Брәтәк филиалы) 2022 йыл