Эстәлеккә күсергә

Буранбай сәсән/Буранбай-Йәркәйҙең ҡаһарманлығы

Викидәреслек проектынан

Быйыл сәсән, башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе Буранбай Ҡотосовтоң тыуыуына 225 йыл тула. Ике быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, исеме - халыҡ күңелендә, ул - мәңгелек легенда.

Буранбайҙың ил ағаһы булып танылыуына нимәләр сәбәпсе булған, данлыҡлы исеме ниндәй тарихи ерлектә барлыҡҡа килгән? Йәшәгән осорона бер аҙ тарихи күҙәтеү яһап китәйек.

Илдә 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендәге һуғыш баҫтырылғандан һуң, Башҡортостанда яңы күтәрелеш булдырмау маҡсатында кантонлыҡ хакимлығы индерелә.

Башҡортостан административ яҡтан 1798 йылда кантондарға бүленә, башҡорттар хәрби казак сословиеһына күсерелә, Рәсәй империяһы файҙаһына мәжбүри хеҙмәт үтергә тейеш була. Илдә ҡаты режим урынлаштырыла. Сенат указы менән башҡорттарға ситкә сығыу, һәр төрлө халыҡ йыйындарын үткәреү тыйыла. Ил башына яуыз кантондар ултыртыла.

Башҡорт ерҙәре күпләп талана һәм һатыла. Батша самодержавиеһының ошондай реакцион сәйәсәте халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Кантонлыҡ ярты быуаттан ашыу йәшәй. Ошо осор заманында батшалыҡҡа ҡаршы ҙур ҡотҡо һалған һәм ҡурҡыныс тыуҙырған кешеләрҙең береһе ҡасҡын-бунтарь исемен алған Буранбай Ҡотосов булған. Уның ораны һәм ҡасҡынлыҡта сығарған йырҙары кантонлыҡҡа, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы протест булып яңғыраған. ҡаранғылыҡта яҡты йондоҙ булып балҡыған.

Кем булған һуң ул Буранбай Ҡотосов? Уның тормошо әле ғалимдар тарафынан яҡшылап өйрәнелмәгән, шуға күрә биографияһының "аҡ таплы" урындары күп әле. Бигерәк тә тормошоноң тәүге һәм һуңғы осоро билдәһеҙ ҡала, шуға күрә ошо осорҙарына бәйле күп легендалар йөрөй.

Буранбай Ҡотосов 1816 йылда, хвлыҡ иҫәбен алыу материалдарынан сығып ҡарағанда, 47 йәштә булған, йәғни 1769 йылда тыуған (ЦГА РБ, Ф. 138, опись 1, д. 215).

Буранбай Ҡотосовтың тыуған ере һәм тормошоноң тәүге осоро тураһында күп йылдарҙан бирле төрлө бәхәстәр йөрөй. Баймаҡтар уны Баймаҡ ерлегендә тыуған һәм уның эшмәкәрлеге Баймаҡ яҡтары менән бәйле тип һанай. Ә. Әсфәндиәров яҙыуынса, Буранбайҙың фамилияһы һөйөндөкөв, ә атаһы Ҡотос булған (История сел и деревень Башкирской АССР, Уфа, Башкирско-книжное изд-во, 1991, стр. 39). Ә инде Һөйөндөковтар сығышы менән хәҙерге Баймаҡ районы Алҡаш - Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан. Алҡаш Һөйөндөкөв - 1755 йылғы восстаниеның актив ҡатнашсыһы, ә уның улы Кинйәбулат Алҡашев - Бөрйән волосы старшинаһы, 1773-1775 йылғы күтәрелеш етәкселеренең береһе була.

Күгәрсендәр Буранбайҙы үҙ кешеһе һанай. 1970 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитендә Күгәрсен районы мәҡсүт ауылынан уҡытыусы Ғ. Биишевтың ӘЙәркәй-БуранбайӘ исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Ул Йәркәй-Буранбайҙың бер кеше булыуын раҫлаусы дәлилдәр килтерә. Кантонлыҡ идаралығы индерелгәс, ти ул, Ырымбур хәрби воеводаһы башҡорттарға ҡарата баш-баштаҡлыҡ күрһәткән, халыҡтың ерҙәрен тартып алған, ауыр яһаҡтар һалған. Ошондай ҡыҫымдан ҡасып, Буранбай үҙенең ырыуҙаштарын Урал аръяғына алып сығып киткән, Һаҡмар буйына төпләнеп ултырғандар. Ғ. Биишев раҫлауынса, Урал аръяғы райондарында Ҡыпсаҡ ырыуы ауылдарының килеп сығыуы Буранбай исеменә бәйле. Шуға күрә лә бөрйәндәр уларҙы "Ҡыр-ҡыпсаҡ", йәғни, "ҡырҙан килгән ҡыпсаҡ" тип атаған.

Иҫке Сибай ауылы хәҙерге ваҡытта

Кәрим Дияров - Баймаҡтың атаҡлы ҡурайсыһы һәм ижадсыһы – сәсән М. Буранғоловтың фольклор материалдарында таянып, киреһенсә, ҡасандыр ҙур бер башҡорт болаһынан һуң, Бөрйән ырыуының бер нисә ғаилә кешеләре, Ирәндек буйҙарынан ҡасып, Туҡ буйына барып урынлашҡан, тип раҫлай. Бер заман Туҡ-Соран буйы ерҙәрен рус колонизаторҙары баҫып, көслө ҡыҫырыҡлауҙар башлағас, Буранбай был ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы халыҡты күтәреп сыҡҡан һәм, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып, элекке ата-бабалары төйәгенә - Һаҡмар яғына килеп сыҡҡан. К. Дияров бының тураһында үҙенең "Сал Уралдың моңдары" исемле китабында яҙып ҡалдырған.

Халыҡ легендаларында ниндәй дөрөҫлөк барҙыр, әйтеүе ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, былар буранбайҙың Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарының уртаҡ батыры, эшмәкәре икәнлегенә ишаралай.

Буранбайҙың тыуған ерен билдәләү һәм киләсәктә был бәхәсте сисеүҙә ғалимдар үҙ һүҙен әйтер. Шуныһы асыҡ: Буранбайҙың күпселек тормошо Баймаҡ ере менән бәйле. Архив материалдарынан сығып, Буранбайҙың ике ғаиләһе булған, беренсе ҡатыны мәҙинәнән Зөлҡәрнәй, Нәүширбан, Мөхәмәтша, йыһанша, Абдул моталлап исемле улдары булған. Уның балалары үҙ ваҡытында ҙур админристратив эштәрҙә йөрөгән, күпселеге Һөйөндөкөв фамилиялы. Икенсе ҡатыны Тутыйғоштан Йәҙегәрхужа исемле бер улы булған. Йәҙегәрхужаның балалары һәм ейәндәре күпселеге иһә Ҡотосов фамилияһы менән йөрөй. Йәҙегәрхужаның улы Әйүп, уның балалары Таһир һәм Ибраһим, уларҙың балалары Фазулла, Мостафа - хәҙерге Буранбай ауылыныҡылар - Ҡотосов фамилияһы менән йөрөй, Буранбайҙың нәҫелдәре күпселектә хәҙерге Буранбай, Беренсе этҡол ауылдарында һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаларында йәшәй.

Буранбайҙың 1841-1820 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында күп кенә документтар һаҡланған. Буранбай Ырымбурҙа уҡып белем алған, рус һәм ғәрәп телдәрен һәйбәт белгән. 1811 йылда Рәсәйгә Француз яуы янағас, мең кешенән торған 6-сы башҡорт кантоны буйынса (үҙәге иҫке Сибай) резерв команда төҙөлөп, Буранбай унда дистанция начальнигы (хәрби команданы хеҙмәт урынына алып барыусы) итеп тәғәйенләнгән.

1797 йылда Сенат тарафынан башҡорт ерҙәрен генераль межалау тураһында закон сығарыла, бының менән "буш" ер фонды булдырыу саралары билдәләнә, йәғни урыҫ, татар күскенселәренә ер кәрәк икән. Бөрйән башҡорттары ырыу ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ауылдарҙы бүлгеләй башлай. Буранбай тәүгеләрҙән булып Кинйәбулат ауылынан айырылып сыға һәм бер төркөм менән Таналыҡҡа ҡойған Оморҙаҡ исемле йылға буйында 1812 йылда яңы ауылға нигеҙ һала, ул буранбай (Аһыл) тип атыла. 1815 йылда Буранбай Ҡотосов ете ауылдан торған йорт старшинаһы итеп һайлана. Был – уның халыҡ алдында ҙур абруй ҡаҙаныуына дәлил.

Буранбай, халыҡтың хәтерләүенсә, дистанция начальнигы һәм йорт старшинаһы булып торған ваҡытта ярлыларҙы ауыр һалымдарҙан ҡотҡарған, ир-егеттәрҙе хеҙмәттән алып ҡалыуға ла булышлыҡ иткән, урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы ауяһыҙ сығыш яһаған. Былар батша чиновниктарына һис оҡшамаған, унан нисектер ҡотолоу сәбәптәрен эҙләгәндәр. Буранбай тиҙҙән үҙенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртер фажиғәле бер бер хәлгә барып юлыға. 1898-1820 йылдарҙа Верхнеуральск өйәҙе, 6-сы кпнтон начальнигы булып бик ҡомһоҙ ришүәтсе Аҡҡол Биктимеров торған. Ул халыҡтан йыш ҡына үҙ файҙаһына аҡчса йыйған һәм уларға күпләп һалым һалған. 1811 йылда 1000 кешенә торған резерв команданы походтан ҡотҡарыу маҡсатында (был йылда ҡоролоҡ һәм аслыҡ булып, кешеләр һәм аттар бик йонсой) һәр казактан 6-ар һум аҡса йыйырға ҡушыла. Аҡсаны йыйыу йорт старшиналары Ибраһим, Буранбай һәм Юлбарыҫҡа йөкмәтелә. Аҡса йыйыла, ләкин йыйым кантон Биктимеров һәм Ырымбур чиновниктары тарафынан үҙләштерелә. Халыҡ бындай баш-баштаҡлыҡҡа сыҙай алмай, Ырымбур хәрби губернаторына хәбәр итә. Тиҙҙән тикшереү эше башлана, 1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, кисектерелә. 1818-1820 йылдары эш яңынан асыла. Суд ҡарары менән төп ғәйеп нахаҡҡа Буранбай, Ибраһим һәм Юлбарыҫ өҫтөнә төшә. Улар чиндарынан мәхрүм ителеп Себергә ебәрелә, ә инде Аҡҡол Биктимеров, оло йәштә булыу сәбәплеЮ һөргөндән ҡотолоп ҡала, ләкин эштән бушатыла.

Верхнеуральск ҡалаһындағы Благовещен сиркәүе. 1832 йыл

Буранбай һәм Ибраһим 1812 йылдың июнь айында Верхнеуральск төрмәһенән ҡаса. 1822 йылда тотола. Һаулығы насар булыу сәбәпле, полицай һағы аҫтында больницала ятҡырыла. Уның улы Зөлҡәрнәй Ырымбур хәрби губернаторына атаһын порукаға биреүен һорап үтенес ҡағыҙы яҙған, ләкин ҡәнәғәтләндерелмәгән.

Күптән түгел "Йәшлек" гәзитендә (5 май, 1994 йыл) Салауат районынан Илдус Мөхәмәтйәнов "Тарих сер һаҡлай" исемле мәҡәләһендә Буранбайҙың ҡасып салауат ерҙәренә килеп сығыуы тураһында яҙа. Баймаҡ район гәзите "Октябрь байрағы"нда (март, 1994 йыл) Ҡарамалы ауылынан пенсионер Янышев Буранбайҙың һуңғы тормошона бәйле бикҡыҙыҡлы мәҡәлә баҫтырҙы. Унда Буранбайҙың яралы килеш Ҡарамалы ауылы эргәһендәге урмаенда йәшеренеп ятыуы һәм йәрәхәттән үлеп ҡалыуы тураһында әйтелә. Хатта ауыл янында ҡәбер бар тип белдерә. Журналист Д. Мәһәҙиев, ҡайҙандыр алып, Буранбай-Йәркәйҙең үлеү йылын 1864 тип билдәләй. Ләкин былар бөтәһе лә фараз ғына.

Буранбай халыҡ ижадында, урыҫ һәм башҡорт яҙыусыларының хеҙмәтендә ҙур сағылыш тапты. "Буранбай" йыры — уға мәңгелек рухи һәйкәл. Мәшһүр композиторыбыҙ Х. Әхмәтов: "Башҡорт халыҡ йыры "Буранбай" иң көслө музыкаль әҫәрҙәренең береһе", — тип яҙҙы.

Атаҡлы Баймаҡ ҡурайсыһы К. Дияров, "Буранбай" көйө — башҡорт халҡының иң данлыҡлы көйҙәренең береһе. Был көйҙө еренә еткереп уйнай белгән ҡурайсылар, "Буранбайҙы" йырлай алғанйырсылар айырыуса ҙур оҫталар иҫәпләнә, - тип билдәләй.

Баймаҡ районындағы Икенсе Этҡол ауылының бер өлөшө. Ошо ауылда этнограф С. Рыбаков "Буранбай" йырын яҙып алған.

XIX быуа осоронда ижад иткән урыҫ әҙибе П. Рыбаков үҙенең "Старшина Буранбай" тигән драмаһында "Нет мужа достойнее и славнее Буранбая" тип яҙҙы. 1894 йылда сәйәхәтсе һәм этнограф С. Рыбаков, бөрйән башҡорттары араһында булып, Икенсе Этҡол ауылында Толомғужа Ғөбәйҙуллин тигән ҡурайсынан "Буранбай" йырын яҙып алған. "Ялан Йәркәй" йырын к-ренекле музыка белгесе Л. Лебединский 1967 йылда Ейәнсура районы Бикбау ауылында Сәләхетдин Итбаевтан яҙып алған.

Буранбай тураһында иң күп мәғлүмәттәрҙе биреүсе М. Буранғолов булғандыр. Ул "Башҡорт туйы", "Ялан йәркәй" исемле драмаһында халыҡ мәнфәғәттәре өсөн көрәшеүсе Буранбай образын бирә. Буранбайҙың тормошон, эшмәкәрлеген С. Галин һәм Ә. Әсфәндияров айырыуса киң өйрәнде, ныҡлап тикшерҙе.

Буранбай тарихҡаа - сәсән, оҫта йырсы, ҡурайсы һәм "Ялан йәркәй", "Бөҙрә тал" исемле йырҙарының авторы булып инде. Күп кенә музыка белгестәре был йырҙар араһында оҡшашлыҡ һәм дауамлылыҡ бар тип һанай. Буранбайҙың сығарған йырҙары күп булған, ләкин беҙҙең осорҙға бөтәһе лә килеп етмәгән.

Буранбай ҙа Себер китеү менән

Тыныр микән баярҙың ерҙәре?

Буранбай за Себер китеү менән

Баҫылыр микән илдең дә ирҙәре?

Әйе, Буранбай һөргөнгә ебәрелһә лә, халыҡ көрәше тынмай. 1834 йылда халыҡ иҫәбен алыу материалдарынан сығып ҡарағанда, 1824 йылда енәйәтселектә ғәйепләнеп, күп кенә егеттәр һөргөнгә ебәрелгән йә булмаһа ваҡытынан алда хеҙмәткә оҙатылған. Бәлки, бында Буранбайҙың да шойҡаны тейгәндер. Мәҫәлән, Себергә ебәрелгәндәр араһында Кинйәбулаттан өс кеше, Иҫке Сибайҙан алты, Йомаштан дүрт, Ғүмәрҙән ике кеше бар.

Буранбайҙың ейәне Ҡотдосов Ибраһим, ейәнсәре хәшиә уға бәйле ҡайһы бер ҡайһы бер ҡыҙыҡлы эпизодтар һөйләр инеләр. Имеш, берҙән-бер көнө ҡаҙаҡтар Буранбайҙың Яйыҡ буйында йөрөүе тураһында хәбәр ала. Килеп ете-үҙәре була, Буранбай үҙенең серле таяғына ултырып һыу аша сығып та китә... Буранбайҙың йортонда бер бәләкәй генә серле һандыҡ та һаҡланған, имеш. Берәй төрлө ҡурҡыныс тыуғанда ул шуның эсенә инеп йәшеренгән. Ошондайыраҡ һәләткә буранбай тоҡомонан, бәхтегәрәй ауылы кешеһе, данлы табиб Сиражетдинов мөжәүир хәҙрәт булған. Уныы совет власы осоронда нахаҡҡа төрмәгә ултыртҡандар, ләкин зиндан ишеген бикләй алмағандао — йоҙағы асыла ла тора икән...

Буранбай, ауыл ҡарттары һөйләүе буйынса, үлән менән дауалау һәм үләнгә ҡарап алтын. баҡыр ятҡылаыҡтарын табыу серен белгән. Ул ингеҙ һалған Аһыл (Буранбай) ауылы кешеләренең күпселек өлөшөалтынсылар (старателдәр) булған. Буранбайҙың нәҫелдәре, Аһыл ауылы кешеләре 1844 йылда Таналыҡ-Баймаҡ ауылына нигеҙ һалған. Улар Таналыҡ йылғаһы буйында тәүгеләрҙән булып алтын эшен асып ебәргән. Совет власы осоронда Буранбайҙың тоҡомдары — бер туған Бикеев муса һәм Шәрифулла, Асылов Искәнйәр тирә-яҡта дан тотҡан алтынсылар булған.

Әлеге көндәрҙә Буранбай ауылы кешеләре ошолай тип йырлай:

Буранбай ҡайҙа, туғайҙа,

Буранбайҙай ер ҡайҙа?

Буранбайҙы ташлап китеп,

Сит ерҙәрҙә ни файҙа?

Шулай итеп Буранбай үҙ заманының ғына түгел, ә киләсәктең дә арҙаҡлы, данлы шәхесе булып ҡала. Халыҡ фәҡәт үҙенең бөйөк улдарын ғына быуаттар дауамында онотмай.

Буранбайҙың исемен юғары кимлгә күтәрергә ваҡыт еькәндер тип уйлайым. Халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын белергә тейеш. Буранбайҙың тормошо йәшәтр өсөн айырыуса фәһемле. Тәҡдимем дә бар: Урал аръяғы райондарында даими рәүештә сәсәндәр бәйгеһе үткәреп торорға, Буранбай сәсән исемендәге бүләктәр булдырырға кәрәк.


Авторы - Рамаҙан Үтәғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны (Буранбай нәҫеле). 1994 йылдың 14 сентябрендә "Совет Башҡортостаны" гәзитендә (179-сы һан) баҫтырылған.