Эстәлеккә күсергә

Буран, өйөрмә, көрт (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Урамда айыу олой.
  2. Елдем-килдем һырғалаҡ,
    Алтмыш ағас башынан
    Алдым-эйҙем һырғалаҡ,
    Етмеш ағас башынан
    Елдем-эйҙем һырғалаҡ.
  3. Ҡаҙ мамығын ҡағына,
    Ҡағына ла туҙғына.
  4. Үкерә лә ҡотора,
    Бөтә ерҙе тултыра.
  5. Дөү-дөү-дөү итә,
    Хайуандарҙы йүгертә,
    Әҙәмдәрҙе тилмертә.
  6. Үҙе илай, үҙе дулай —
    Өйгә инә алмай.
  7. Бейек бура бурайҙыр,
    Ҡойма менән урайҙыр.