Эстәлеккә күсергә

Бысҡы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Кәүҙәһе юҡ — ҡулы бар,
    Ауыҙы юҡ — теше бар.
  2. Тиҙ ашай, ваҡ сәйнәй,
    Үҙе йотмай, баш бирмәй.
  3. Икәү тарта, берәү илай,
    Илай-илай ҡалъя турай.
  4. Ваҡ тешле,
    Үҙе ашамаҫ,
    Кешегә лә ашатмаҫ.
  5. Ауыҙы юҡ — теше бар.
  6. Ашағанын йоталмай,
    Ҡулы менән тоталмай.
  7. Ике һабы бар,
    Тартҡанда ашай,
    Ашағас, ҡырҡып ташлай.