Бүҙәнә ашы
Уҡыу көйләүҙәре
Алырға
[үҙгәртергә]- 1 стакан дөгө
- 5-6 йомортҡа
- 100 гр кипкән йөҙөм
- 3 сәй ҡалағы шәкәр
- 0,5 стакан һөт
- 2 аш ҡалағы һөт өҫтө йә май
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Дөгө ярмаһын йыуып бүктерергә. Һөттө, йомортҡаны, бүктерелгән дөгөнө, һөт өҫтөн, шәкәрҙе миксерҙа болғатырға. Әҙер массаға йөҙөмдө һалып, ҡалаҡ менән аралаштырырға. Табаны майлап, әҙер ҡушымтаны һалырға, 200 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 20-25 минут бешереп алырға. Иртөнге сәйгә бик тәмле ризыҡ.