Бәке менән сәс алыу (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Мең баш йылҡыны
Бер сыбыҡ менән ҡыуҙым. - Мең баш йылҡыны
Бер сыбыҡ менән әйҙәй. - Ҡара һыйырым тау ялай.
- Ҡара урманды бер балта менән ҡырып һалдым.
- Тау башында тай тояғы уйнаҡлай.
- Таҡыр тауҙа тәкә уйнай.
- Бәләкәй генә балта урман ҡыра.
- Йылтыр салғы алалар,
Тау башына баралар,
Тау бесәнен сабалар. - Бәләкәй генә бер малай
Ҡара урманды ялай. - Бәләкәй генә мәндәкәй
Тауҙан ботаҡ шыуҙыра. - Бәләкәй генә бисура
Тауҙан ағас осора. - Тимер тәкә тау шыуа (яра).
- Ялт-йолт итә,
Ҡара ерҙе аҡ итә.