Бәшмәк ашы
Уҡыу көйләүҙәре
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
[үҙгәртергә]- уртаса ҙурлыҡтағы 4-5 картуф
- 2 баш һуған
- 2 кишер
- туңдырылған бәшмәк
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]- Һыу ҡайнап сыҡҡас, бәшмәкте һалырға һәм 20 минут бешерергә.
- Артабан туралған картуф өҫтәргә.
- Һуғанды ваҡ итеп турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
- Кишерҙе ҡырғыстың эре яғынан үткәреп, ҡыҙҙырылған һуғанға ҡушырға.
- Картуф бешеп барғанда, ашҡа һуған менән кишерҙе, тоҙ, ҡара борос өҫтәргә.
- Өҫтәлгә ҡуйғанда, ҡаймаҡ менән йәшел үләндәр өҫтәргә мөмкин.