Бәшмәк (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҡыҙыл бүрекле ҡыҙ күрҙем,
Ҡасып-боҫоп ултыра. - Ҡара урман эсендә
Ҡыҙыл бүрекле ҡыҙ ултыра. - Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән
- Кәүҙәһе бар — йәне юҡ,
- Үҙе эшләпә кейгән — башы юҡ.
- Ҡара урманға кергәндә,
Ҡыҙыл ауыҙлы ҡарт күрҙем. - Аяғы юҡ, ҡулы юҡ —
Эшләпәһе бар. - Башы булмаһа ла — эшләпәле,
Аяғы бар — итекһеҙ. - Ағас ҡашында,
Сәлләһе башында. - Бағана башында аҡ күмәс.
- Таяҡлы малай ҡыҙыл бүрекле.
- Ер аҫтынан ҡалҡты,
Ҡыҙыл бүрек тапты. - Ҡырҙа ла, урманда ла
Ҡыҙыл бүрек кейгән бер ҡарт ултыра. - Ҡарһаҡ ҡына бер малай
Ҙур эшләпә кейгән. - Ураман эсендә мулла,
Аҡ сәлләһе башында