Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районының Нәби һәм Яңы Монасип ауылдарында ер-һыу атамалары һәм йолалары

Викидәреслек проектынан

“Урал батыр ере” конкурсына эҙләнеү - тикшеренеү эше.

(Һәр ижади үрнәктән һуң ҡуйылған йәйәләр эсендәге цифрҙар мәғлүмәт биреүсенең исемлектәге тәртип һанын күрһәтә)

Бөрйән районы фольклорының үҙенсәлеге[үҙгәртергә]

Халҡыбыҙ киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән. Һәр бала бер ғаиләнең йәки нәҫел-ырыуҙың ғына вәкиле тип түгел, бәлки тотош милләттең, халҡыбыҙҙың донъя тотҡаһы тип ҡабул ителгән. Яйы тура килгәндә, әйтелгән өгөт- нәсихәттәрҙе олоһо ла, кесеһе лә берҙәй тыңлаған, күңеле менән ҡабул итергә тырышҡан, бер кем дә әрепләшеп, һүҙ көрәштереп тормаған. Шулай итеп, ауыҙ-тел ижадының төп бурысы-йәш быуынды тәрбиәләү тип әйтергә мөмкинлек бар. Тормош тәжрибәһен тапшырыу өсөн иң шәп алым булған ул.

Беҙҙең Бөрйәндә лә бер уйын да, ауыҙ-тел ижады ла, ер-һыу атамалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Үҙебеҙ йәшәгән төбәктең, атап әйткәндә, белем усағым урынлашҡан Нәби ауылының, тыуған ауылым, бөтөн нәҫел-нәсәбем йәшәгән Яңы Монасиптыңхалыҡ ауыҙ-тел ижадын йыйып, ҡулымдан килгәнсә системаға һалыуҙы эҙләнеү эшемдең төп маҡсаты тип ҡарайым. Был эштә миңә үҙе лә мәктәп йылдарында ошо йүнәлештә шөғөлләнгән Нурзилә апайым да ярҙам итте.

Маҡсат[үҙгәртергә]

Урал тауҙары итәгенә һыйынып ултырған Бөрйән районының Нәби һәм Яңы Монасип ауылдары территорияһында һаҡланған, замандаштарым булған оло кешеләрҙән йыйған ер-һыу атамаларын йыйып рәткә һалыу, йолаларҙы барлау, әһәмиәтен билдәләү. Элек үткәрелгән һәм хәҙер ҙә башҡарылған йолалар ҙа туранан –тура йәшәү рәүешебеҙгә бәйле. Шуға халҡыбыҙҙың был күңел гәүһәрҙәрен дә ситктә ҡалдырмаҫҡа булдыҡ. Маҡсатыбыҙға бәйле объекттарҙы һүрәтләп яҙғанда беҙ мәғлүмәт биреүсенең телмәрен үҙгәртмәҫкә тырыштыҡ, лексиканы асыҡ билдәләргә ярҙам итер тип ышанабыҙ. Мин материалдарҙы яңыртыу һәм тулыландырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эш алып барҙым. Алданыраҡ яҙып алынған мәғлүмәттәрҙе лә ошо эҙләнеү эше ағымына ҡушып ҡуйҙым. Хеҙмәтемдең етәксеһе-мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы барлыҡ эшемә йүнәлеш бирҙе.

Гипотеза[үҙгәртергә]

Халҡыбыҙ ғүмер кисергән еребеҙҙә ер-һыу атамаларын күңел түрендә һаҡлаған замандаштарым бармы икән? Йолаларҙың һаҡланыу кимәле ниндәй хәлдә икән?

Эҙләнеү-тикшереү эштәренең объекты[үҙгәртергә]

Атап үтелгән биләмәлә мәғлүмәт биреүселәрҙән яҙып алынған фольклор материалдары. Ижади үрнәктәрҙе һаҡлаусылар - үткән быуаттың 30-60- сы йылдарында тыуған инәйҙәр һәм бабайҙар. Эҙләнеү эше йәйҙән үк алып барылғанлыҡтан, уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙер баҡыйлыҡта.

Алымдар[үҙгәртергә]

Мәғлүмәт биреүселәр менән әңгәмәне яҙып алыу (төп сығанаҡ вәкиленең Бөрйән районында тыуып үҫеүе йәки ошонда ғүмер кисергән булыуы шарт). Анализлау.

Эш барышына аңлатма[үҙгәртергә]

  1. Топонимик атаманы яҙып алыу, вариантын да иғтибаран ситтә ҡалырмау. Йоланы һүрәтләү һәм анализлау.
  2. Аңлатма биреү һәм мәғлүмәттең әһәмиәтен билдәләү.
  3. Һүҙлек.

Эҙләнеү эшенең төп өлөшө: мәғлүмәт биреүселәрҙең сығышы һәм анализ[үҙгәртергә]

Мин информаторҙан алынған ауыҙ-тел байлығын нисек яҙып алынған, шулай урынлаштырҙым. Мәғлүмәттәрҙе ниндәй тәртиптә ҡуйырға икәнтип аптыранып йөрөгәндә, бирәм тигән ҡолона-сығарып ҡуйырмын юлына тигәндәй, күрше ауылдағы уҡытыусы-ветеран Мөхәмәтйәнова Шәмсинур Әхмәтйән ҡыҙы Өфөлә уҙғарылған 15-се Бөтә Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре фәнни конференцияһына барғанда алып ҡайтҡан бер китап ҡулға килеп эләкте. Үҙе лә халҡы ижадын яратҡан, һаҡларға тырышҡан инәй алып ҡайтҡан “Экспедиция материалдары: Бөрйән районы, 2009 йыл” тигән йыйынтыҡ менән танышыу ҙа ҙур ярҙам итте. Унда һәр төбәктең материалдарын урынлаштырғандар ҙа эргәһенә мәғлүмәт биреүсенең исемлек буйынса тәртип номерын күрһәткәндәр. Мин дә үҙем туплаған хазиналарҙышулай күрһәтергә тырыштым. Шуныһы ҡыҙыҡ: мин йыйған мәғлүмәттәрҙең береһе лә ул китапта юҡ, оҡшаш варианттар ғына осрай. Тимәк, ер-һыу атамалары хаҡында мәғлүмәттәр, фольклор йыйыу бер ҡасан да һуң түгел һәм ул һәр һөйләүсе күңелендә үҙенсә һаҡлана тигән һығымта яһарға була.

Мин ер-һыу (топонимик) атамалар тарихы, йолалар тип йыйылған мәғлүмәттәрҙе бәләкәй темаларға айырып ҡараным. Фәнни етәксем ярҙамында анализдар яһаным.

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә]

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә, …Еркәйемдең тарих һөйләмәгән Юҡ һуҡмағы, һыуы, юҡ тауы...тигәндәй, тыуған төбәгемдә ер-һыу атамалары иҫ киткес күп. Уларҙың байтағы төрлө эҙләнеү эштәрендә сағылыш тапҡан. Мин был юлы икенсе төрлөрәк варианттарҙы һәм һирәк осрағандарҙы һайлап алырға тырыштым.

Ҡайын туғай яланы[үҙгәртергә]

Ағиҙел йылғаһының һул яғында,Нәби ауылының төньяк-көнбайыш яғында ҡуйы ҡайынлык булған. Был ҡайынлыҡ Иҙел ярына тиклем барып еткән. Ауыл ҙурая барған, халыҡ яйлап ҡайындарҙы утынға ҡырҡҡан. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа инде унда бөтөнләй ағас ҡалмаған. Шулай булһа ла кешеләр был яланды “Ҡайын туғай” тип йөрөткәндәр. Хәҙер был урында өйҙәр ултыра, ә Ағиҙел буйы сәсеүлек ялан булып ҡалған.(1) Аңлатма. Бындағы урамдың рәсми исеме булһа ла, оҙаҡ йылдар ер-һыу атамаһының һаҡланып ҡалыуы, халҡыбыҙҙың аманатҡа тоғро ҡалыуын күрһәтә.

Йәүгәзе йылғаһы[үҙгәртергә]

Ағиҙелдең һул яҡ бәләкәй йылға ҡоя. Ошо йылға буйында Байназар ауылы кешеләре йәйләгән. Бына ошо урынға Байназарҙан Яугазы исемле кеше килеп ултырған. Өйө йылға эргәһендәге битләүҙә була. Һул яҡта ҡуйы ҡарағай урманы, ә уң яҡта йылға аҡҡан. Йылғаның исеме булмай, һуңынан ошо тәүге күсеп ултырған кеше хөрмәтенә йылғаны Яугазы тип атағандар.(2) Аңлатма: ваҡыт үтеү менән ул исем үҙгәргән һәм бөгөнгө көндә ул Йәүгәзе йылғаһы тип атала. Был топонимды ошо ерҙә “элек яу булған” тип аңлатҡан варианттар ҙа бар.

Ҡужан шишмәһе[үҙгәртергә]

Кәмә сығышындағы йырын буйлап бәләкәй генә шишмә сыға. Элек тау бите урманлыҡ булған. Шул тирәлә бер кеше йүкә һыҙырып йөрөр булған. Уны Ҡужан тип йөрөткәндәр. Шуға шишмәне Ҡужан шишмәһе тип йөрөткәндәр. (3)

Нәби ауылынан көньяк-көнбайыш һәм көнбайышта бер һыҙаттараҡ урынлашҡан ер-һыу исемдәренең тарихы түбәндәгесә:

Оло Соңғор, Бәләкәй Соңғор[үҙгәртергә]

Улар ауылдан көнбайышта урынлашҡан. Был урын соҡор эсе булған өсөн шундай атама алған. Яҙғы һыуҙар шунан аға. Ҡасандыр ағасҡа бай урын булған был ерҙәр. Туғайлығында ер еләге, ҡайын еләге, ағас араһында күп ҡурай еләге өлгөрә. (3)

Клатуй[үҙгәртергә]

Ауылдан көньяк-көнбайышта ҙур тау бар. Оло юлға сығыу өсөн был тауҙы урап сығырға кәрәк. 1740 йылдарҙа Филатов тигән кеше төҙөлөш эше буйынса яуылға килгән. Ул тауҙы урап йөрөмәй, ә аты менән тура менеп йөрөй. Шуға күрә уның хөрмәтенә тауҙы Филатов тауы тип йөрөтә башлайҙар. Телдән күсә-күсә был исем Клатуй тип йөрөтөлә башлай. (4) Аңлатма: Филатовтың килеп ҡайтыуына бәйле тарихи хикәйәләрҙең төрлө варианттары бар.

Ҡалын ҡарағай[үҙгәртергә]

Тауға менгәс, һул яҡта Ҡалын ҡарағай баҫыуы башлана. Был урында элек ҡарағай сәселгән кеүек үҫкән. Аҙаҡ ҡарағайҙарҙы ҡырҡып сәсеүлек әҙерләгәндәр. Йыл да был яланға иген сәсәләр. (2)

Һыйыр башмағы яланы[үҙгәртергә]

Бер һыйыр башмағы сығып китеп үлгән урын. Атамаһы шунан ҡалған. (1)

Көтөүсе яланы[үҙгәртергә]

Баҫыуҙың дауамы. Сабынлыҡ итеп көтөүсегә бирелгәне өсөн шундай исем ҡушкандар. (4)

Ҡырын ер[үҙгәртергә]

Был урын ҡырын булғаны өсөн аталған. (2)

Янтыҡ[үҙгәртергә]

Был атама янсыҡ кеүек бәләкәй урын булған өсөн аталған. (4)

Елдәрҡа[үҙгәртергә]

Оло юлды аша сығып күтәрелгән тау. Бейек булғаны өсөн шундай исем бирелгән. Елле - ҙур, бейек тигән төшөнсә. (4) Аңлатма: был тауҙа ике маяк булған. Был маяктан Белорет ҡалаһы ла күренеп торған, һуңынан ике маяк та янған. Маяҡ тауы тимәгәндәр, тимәк “Елдәрҡа” элегерәк ҡушылған.

Күперҙе йылғаһы[үҙгәртергә]

Был урындан оло юл үткән. Аттар сығып йөрөрлөк итеп йылға аша күпер төҙөгәндәр. Аҡтар, ҡыҙылдар ошо күпер аша сығып йөрөгән. (2)

Билтер[үҙгәртергә]

Ауылдың төньяғы Билтер тауы менән сикләнгән. “Билтер” һүҙе аяҡтың йөҙлөк тәңгәленән аҫҡы нәҙегерәк өлөшө тигәнде аңлата. Билтер, бәлки “Билән” һүҙенән алынғандыр. Билән - ике тау араһындағы тәпәшерәк ер, нәҙек билле тигәнде аңлата. (4)

Имес тауы[үҙгәртергә]

Билтер тауын төшкәс, Ағиҙел аръяғында Имес тауы урынлашҡан. Бында 1954 йылдарҙа ҡайҙандыр эшкә килгән халыҡ төйәкләнгән. Ләкин урындағы халыҡ сабынлык, көтөүлек ерҙәре аҙ булыу сәбәпле, иместәрҙе был ерҙән ҡыуып ебәргәндәр. Улар әлеге Мораҙым еренә барып урынлашкандар. Хәҙер Имес туғайында - Ҡурғашлы ауылы. (4)

Исәкәй тауы[үҙгәртергә]

Ауылдың көнбайышында Йәүгәзе йылғаһы буйында “Исәкәй тауы” урынлашкан. Исәкәйҙең төньяк битләүе Ҡабырый тип атала. Йәйгеһен бында турғай еләге бик уңа. Унда кисеү бар. Уны Ҡарабулат кисеүе тип йөрөтәләр.

Cyhaҡ[үҙгәртергә]

Кисеүҙән йылғаның һул яҡ ярына сыҡһаң, ат юлы китә. Юл Тирмән үҙәгенән Cyhaҡҡa алып бара. Cyhaҡ “суҡ уҫаҡ” һүҙенән алынған, ул уҫаҡлы тау булған. Хәҙер бында иген сәсәләр.

Бүрәнә сборы[үҙгәртергә]

Суһаҡҡа яҡын ғына Бүрәнә сборы тигән ер бар. Унда һал ағыҙыусылар ҡырҡылған ағасты әҙерләп, өйөп ҡуйыр булғандар.

Таңбикә[үҙгәртергә]

Суһаҡ аръяғындағы ялансыҡ-сабынлыҡ Таңбикә тип атала (3) Аңлатма: тарихын таба алманым.

Ыхмайыл ерҙәре[үҙгәртергә]

Ул ыҫмала һүҙенәндер, сөнки ауылға яҡыныраҡ урманда ҡарағай һирәк, йәки бөтөнләй юҡ. Ә Ыхмайылдың тирә-яғында ыҫмала биреүсе ҡарағай ғына үҫә. (2)

Бей кисеүе[үҙгәртергә]

Был исем менән аталған кисеү Байназар ауылынан түбәндәрәк. Борон бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары бер-береһе менән гел генә һуғыш алып барғандар. Бер алыш ваҡытында ҡыпсаҡ батыры Күҫәк бей бөрйән ырыуы башлығы Ҡараҡоломбәтте ҡулға ала, уның ырыуҙаштарын тар-мар итә һәм үҙен хур итәм тип, ҡара һыйырға ултыртып ошо кисеү аша үткәрә. Ошо ваҡиғанан уның исеме “Бей кисеүе” булып ҡала. (2) Аңлатма: әйтеп үтергә кәрәк, был ваҡиғаға бәйле топонимдар ҙа иҫ киткес күп төрлө, эпос та бар.


Йолалар[үҙгәртергә]

Туҡталасаҡ ауылдар фольклорына килгәндә лә, боронғо йола, ғөрөф-ғәҙәттәр боронғоса һаҡланып килә тип әйтергә була. “Бәләкәй саҡта өләсәйҙәр менән үткәргән йолалар ныҡ хәтерҙә уйылып ҡалған”, – тип хәтерләй ололар.

Башҡорттарҙа элек-электән йыл миҙгеленә бәйле йола байрамдары киң таралған булған. Уларҙың күбеһе халыҡтың тормош-көнкүреше менән бәйләнгән һәм бик боронғо замандарға ҡайтып ҡала. Бөрйән районының ҡарап үтелгән ауылдарында таралған шундай байрамдарҙың береһе – һабантуй. Һабантуй - күп халыҡтарҙың, татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың да боронғо байрамы. XVII быуат урталарында И. Г.Георги, И. И.Лепехин башҡорттарҙың һабантуйын тасуирлап яҙған. Уларҙың хеҙмәттенән күренеүенсә һабантуй “Ҡарға бутҡаһы”нан һуң яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләү араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Нәби ауылында ла халыҡса әйтелгән Мишәрҙә лә һабантуй алдынан малайҙар һебә* йыялар. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ.б. халыҡ уйындары үткәрелә. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярыша. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡыйҙар. (5) Аңлатма: һабантуйҙар әле лә үткәрелә. Байрамда уйын-көлкө, аш-һыу араһында донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторола, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алына.Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелә.

Киләһе байрам - Кәкүк сәйе. Был байрам йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән-өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә.Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын-урман ситтәре һайлана.

Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Унда “Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны”, “Наза”, “Өсөнсөбөҙ -артыҡ”, “Һәпәләк” тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар. (6) Аңлатма: был байрамда әле яңысалап үткәрелә килә.

Көпшә йыйыны - балтырған, кесерткән, зәржә кеүек үләндәрҙең йәш япрағы сыҡҡас, уларҙы бешереп ашауға арналған йыйын. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, бер аҙна эсендә ошо йәш үләндәрҙән өс тапҡыр аш, бутҡа бешереп ашау мотлаҡ тип һанала. Ашар алдынан “Иҫке ҡорһаҡ яңы аш, төрлө рәнйеүҙәр ҡас”, тип теләктәр теләгәндәр. Байрам башҡорттар йәшәгән һәр ерҙә үткәрелгән. Йылы яҙ көнөндә тәбиғәт ҡосағына сығып уҙғарылған был байрамдың йөкмәткеһен нәҡ шул һүҙҙең асылына тура килә лә инде. (1) Аңлатма: ике ауылда ла көпшә йыйынын хәҙер ҙә үткәрелгәнен телгә алыусы булманы.

Ут ҡоймағы йолаһы. Һәр өйҙә үтә был йола. Яҙ көнө беренсе тапҡыр йәйге аласыҡҡа сыҡҡанда, ҡоймаҡ бешерелә. Сөсө ҡоймаҡ яңы ут “күңелен күреүгә” арналған булғанға исеме лә шулай “ут ҡоймағы” тип атала. Бешереүсе иң беренсе ҡоймаҡты үҙе ҡаба, унан күршеләрҙе, бала-сағаны һыйлай. Беренсе утты ҡәҙер итеп яғып, ҡоймаҡ менән “һыйлаһаң”, тормошоң ҡотло, һыйырың һөтлө, умартаң баллы була, тип тә юрайҙар. Ут яҡҡанда һәр ваҡыт “Салауат” доғаһын уҡыу кәрәк. “Изге ут бул, файҙа күрер ут бул”, тип әйтәләр. (8) Аңлатма: ҡоймаҡ бешереп күршеләргә таратыу әле лә бар. Һыйыр быҙаулағас, “ыуыҙ ҡоймағы” нан ауыҙ иттереү, хатта мотлаҡ булып һанала.

Тағы бер үҙенсәкле йолаларҙың береһе - ут аша һикереү. Ут аша һикереү йәйге уйындарҙа, ҡояш торошона арналған байрам төндәрендә генә мөмкин булған. Ут аша һикереү ырыу-ара йыйындарында ла осраған. Һикерер алдынан кеше усына тоҙ йә икмәк ала. Өс тапҡыр ут аша ырғығандан һуң усындағы икмәк валсығын утҡа һибә лә: “Ошоно аша, минән сир-сырхау китһен!” - тип әйтә. Һикергәндә ҡысҡырырға, һүҙ әйтергә ярамай. Һәр кем үҙ көсө менән тырышырға тейеш. Һикерә алмаған малайҙар йүгереп килә лә таяҡҡа таянып ырғый. Өс рәт һикерергә кәрәк. Үҙ көсө менән һикергәнгә бүләк тапшырыла. Ҡағиҙәләр: 1) ут кейемгә, салбар салғыйына тейергә тейеш түгел; 2) аҡырырға, ҡысҡырырға ярамай; 3) ҡулында булған икмәк йә тоҙҙо башҡалар менән бүлешеп ашарға, утҡа һибергә мөмкин. Ут аша үткән ризыҡ көслө, дауалы була тигән инаныс сағылған бында. Утты һикереп сыҡҡас ҡына һикереүсене хуплайҙар, ҡотлайҙар. Алдан ярамай. Иң аҙаҡ уттың һүнгәнен бергәләп көтөп, урынын таҙартып, өҫтөнә кәҫле үлән һалалар. Ер шулай тағы ла яңыра. (4) Аңлатма: хәҙер ут аша һикереү йолаһы ла үткәрелмәй.

Ҡар һыуына барыу йолаһы - Нәби һәм Яңы Монасип ауылы халыҡтарының араһында киң таралған йола була. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелә. Ҡыш буйы ялҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып тора. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнә. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйыла. Ауылдан ярты саҡырым тирәһе алыҫлыҡта була. Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайталар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Халыҡ телендә йырҙар ҙа башҡарылып килә. (6) Аңлатма: хәҙер ҡар һыуына күмәкләп йөрөү юҡ.

Ҡояш саҡырыу йолаһы - балалар араһында киң таралған йола була. Һыу инер алдынан йыш ҡына ошо күренеш күҙәтелә. Башҡорт халыҡ ижадында ҡояш образы тормош, яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүсе булараҡ сығыш яһай. Мәшһүр “Урал батыр” эпосында Ҡояш - ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡатыны.Башҡорт халыҡ йола фольклорында ҡояшҡа табыныу мотивы айырыуса ҙур урын алған. Ямғырҙар оҙаҡҡа һуҙылһа, элек башҡорттар “Ҡояш саҡырыу” йолаһын үткәргәндәр, ә Нәби һәм Яңы Монасип ауылдары балалары көн йылынһын өсөн тырышҡандар. Был йола үҙендә шулай уҡ тимер көсөнә ышаныуҙы сағылдыра: тимерҙән эшләнгән һауыт-һаба, ураҡ, салғылар тышҡа сығарылған. Артабан ҡояшҡа өндәшкәндәр:
Ҡояш апай, ҡалҡ, ҡалҡ!
Һалҡын еҙнәй, кит, кит!
Һимеҙ тәкә һуйырмын,
Майын һиңә бирермен! (1), (7)
Аңлатма: ҡояш саҡырыу йолаһы өлөшләтә балалар араһында ғына һаҡланып ҡалған.

Бына ошондай үҙенсәлекле башҡорт йолалары күп үткәрелгән беҙҙә. Хәҙер яңыраҡ йолалар ҙа балыҡҡа килде. Уларын әлеге ваҡытта 50-55 йәштәр тирәһендәге инәйҙәр һөйләне, үҙем дә ҡатнашҡаным, күргәнем бар.

Сәскәләр байрамы үткәреү Нәбиҙә лә, Яңы Монасип та ла матур йолаға әйләнде. Йыл да, ҡойма ямғырҙар яуып, байтаҡ баҡсаларҙы, клумбаларҙы сафтан сығарыуға ҡарамаҫтан, сәскә яратыусы хужабикәләр үҙ шөғөлдәрен ташламай, киреһенсә, насар һауа торошона үс иткәндәй, йорт-тирәһен тағы ла сағыуыраҡ, йәмлерәк итергә тырыша.

Байрамдан бер көн алда, ғәҙәттәгесә, Нәби ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағындағы комиссия район үҙәгендәге ойошмаларҙы ҡарап сыға. Конкурста ҡатнашырға ғариза биргән ойошмалар-китапхана, балалар баҡсаһы, медпункт, мәктәп һәм башҡалар күҙ яуын алырлыҡ гөл баҡсалары менән ҡыуандыра. Сәскәләрҙең ниндәйҙәрен генә ултыртмай уңған хеҙмәткәрҙәр: астра, ләлә, георгин, хризантема, петуния, рауза, декоратив көнбағыш, ирис, циния, настурция, аҡ сәскә, бәрхәт гөлө, флоксы, мальва, гладиолус, үрмә гөлдәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Йылдан-йыл оҫтара ауыл сәскәселәре, профессионал флористарҙан һис ҡалышмай. Ғөмүмән, һәр ойошма район үҙәген йәшелләндереүгә тос өлөш индерә. Һуңынан һығымта яһала.

Шәжәрә байрамы. Шәжәрә – ғәрәп һүҙе. Ул ырыу ағасы тигәнде аңлата. Борон-борондан туған-ҡәрҙәшлек ептәрен ағас олоно һәм уның ботаҡтары, япраҡтары формаһында күрһәткәндәр. Башҡорт шәжәрәһендә тик ирҙәр исеме генә телгә алынған, ә ҡыҙ исемдәре яҙылған осраҡта ла ул таралып китә алмаған. Йола буйынса башҡорттар үҙ нәҫелдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш булған. Шәжәрәне тик ырыу ағасы итеп кенә ҡарарға ярамай, сөнки бик күп шәжәрәләрҙә илебеҙҙең тарихы ла сағылып ҡала. Ул мөһим ваҡиғаларҙы яҙып барған йылъяҙма. Тәүге шәжәрәләр XVII-XVIII быуаттарҙа төҙөлгән. Был турала беҙ легендаларҙан уҡып беләбеҙ.

Ә хәҙер ауылдарҙың ҙур нәҫелдәре иһә үҙҙәренең тирмәһен ҡора. Табын түрендә самауыр йырлап ултыра, өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора. Шунда уҡ ҡул эштәре, нәҫелдәренән сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәт, шәжәрә ағастары ла урын алған. Ул милли кейемдәрҙе ҡайҙан табып бөткәндәр? Ғөмүмән, бында үткәндәр менән бөгөнгө осрашҡан кеүек. Шәжәрә байрамында һәр нәҫел үҙенә генә хас сифаттары менән айырылып тора. Һәр береһе сәхнәгә сығып, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтә, үҙ шәжәрәһе менән таныштыра. Жюри ағзалары нәҫелдәрҙең тирмәләрен һәм сығыштарын энә күҙенән үткәреп тикшерһә лә, урын билдәләргә батырсылыҡ итмәй. Теге йәки был шәп, тип билдәләү дөрөҫ тә булмаҫ ине. Әммә береһе лә бүләкһеҙ ҡалмай. Алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар ҙа, иң матур йорт хужалары ла ситтә ҡалмай. Ике ауылда ла был йолалар үҙ йөҙөн юғалтмаған.

Кеше ғүмеренә бәйле йола фольклоры ла тәрән тамырҙар йәйгән халҡыбыҙҙа. Боронғо ырым-юрау, йола поэзияһының бер өлөшө кеше ғүмеренең айырым осорҙарына бәйле тыуған. Башҡорт халыҡ ижадында айырыуса баланың тыуыуы һәм туй йолаларын сағылдырған ижад өлгөләре күберәк һаҡланып ҡалған. Кешенең вафат булыуына бәйле фольклор материалдары һаҡланмаған тиерлек. Кеше ғүмеренә бәйле туйҙар әҙәм затының етлегеү осорҙарын, бер ҡорҙан икенсе ҡорға күсеүен дә билдәләй. Шуға ла кешенең донъяға килеп китеү арауығы өс туй төшөнсәһенә инә: Бишектуй (тыуыу, үҫмер, етлегеү), Ҡалымтуй (ғаилә ҡороп, түл-ырыҫ дауам итеү), Үлемтуй (асылға ҡайтыу, мәңгелеккә күсеү). (7) Аңлатма: уларҙы өйрәнеүҙе мин киләсәккә ҡалдырҙым.

Һүҙлек[үҙгәртергә]

Һебә йыйыу –ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Бишектуй, Ҡалымтуй, Үлемтуй– кеше ғүмерен билдәләүсе төп бүленештәр

Мәғлүмәт биреүселәр тураһында белешмә[үҙгәртергә]

  1. Ҡотлоғәлләмова Файза, 1940 йылда Тимер ауылында тыуған. Хәҙер мәрхүмә.
  2. Зәйтүнә Йосоп ҡыҙы Хисаметдинова, 1936 йылда Яңы Монасип ауылында тыуған. Хәҙер мәрхүмә.
  3. Туҡтамышева Һәҙиә, 1927 йыл Байназар ауылында тыуған. Хәҙер мәрхүмә.
  4. Ибәтуллина Фәриҙә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы, 1929 йыл Нәби ауылында тыуған.
  5. Көмөшбаев Әнүәр Мырҙабай улы, 1940 йыл, 20 февраль, Яңы Монасип ауылы
  6. Көмөшбаева Шәмсекамал Мазһар ҡыҙы, 1939 йыл, 1 февраль, Яңы Монасип ауылы
  7. Мөхәмәтйәнова Шәмсинур Әхмәтйән ҡыҙы, 14 ғинуар 1951 йыл, Яңы Монасип
  8. Язағолова Вәхиҙә Зәйнәғәбетдин ҡыҙы, 1963 йыл, 1 ғинуар, Яңы Монасип ауылы.
  9. Газина Мәйсәрә Динислам ҡыҙы, 20 октябрь, 1954 йыл, Яңы Монасип ауылы.

Һығымта[үҙгәртергә]

Тормошта һис бер ауырлыҡтарға ҡарамай, барыһын да изгегә юрап йәшәгән халҡыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙҙәй күңел донъяһы ижадтан айырылмаҫ булған.Үҙемдең эҙләнеү эшем аша, минең замандаштарым да милләте йөҙөнә тап төшөрмәй, тарихын, мәҙәниәтен һаҡларға тырыша тигән һығымтаға килдем. Ер-һыу атамаларын да, боронғо йолалар тәртибен дә күңелдәрендә һаҡлаған улар. Бала саҡ тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булған уйындар һәм уйынсыҡтарҙы әле лә ҡулланырға кәрәк, файҙаһы күп булыр. Ә үҙҙәре лә ижад иткән талант эйәләре-халыҡ сәсәндәре айырым өйрәнеүгә лайыҡ!

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  1. Ғәләүетдинов И. Ғ. “Балалар фольклоры”. 1- се китап. Бала - саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. Өфө: "Китап” - 1994 й.
  2. Ғәләүетдинов И. Ғ. ”Башҡорт халыҡ балалар уйындары”. Өфө: "Китап” – 2006 й.
  3. Сөләймәнов Ә. М. “Бала – сағының уйын фольклоры”. Өфө: "Китап” - 2007 й.
  4. Башҡорт фольклорының жанрҙарын өйрәнеү тарихынан. Башҡорт фольклоры: Тикшеренеүҙәр һәм материалдар. – Өфө, 1995 й. – 18-27б.
  • Бөрйән районының Нәби һәм Яңы Монасип ауылдарында ер-һыу атамалары һәм йолалары

(мәғлүмәт биреүселәр 1930 - 60 йылдарҙа тыуған)

  • Башҡарҙы: Нәби филиалының 8-се класс уҡыусыһы Йәғәфәрова Регина Райман ҡыҙы
  • Етәксеһе: Хисаметдинова Асия Әмир ҡыҙы. 2022 йыл