Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районының халыҡ кимәлендәге тарихи ваҡиғалар сағылыш тапҡан ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

53°17′39″ с. ш. 57°32′38″ в. д. (G)

Бөрйән районы биләмәһендәге ер-һыу атамалары тарихы


 
                                                 Таңбикә яланы
Миңә был тарихты 1898 йылғы Хәлитов Шәрәфулла Әбдулҡасим улы һөйләгәйне.Шәрәфулла бабай боронғоларҙы күп белде, -тип һүҙен башлай Һарт (Иҫке Монасип ауылының халыҡ йөрөткән исеме) аулынан Ғәлин Рәхимйән Ғүмәр улы.
Барымта ваҡытында була был хәл. Ҡырғыҙҙар көтмәгәндә һөжүм итеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы урлап, малдарҙы ҡыуып алып китә торған булғандар. “Иҙел түбәһенән ҡырғыҙҙар килә”тигәнде ишеткәс, ауылдың бөтә ир-аты ҡоралланып, атҡа атланып уларға ҡаршы сыға. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро ваҡытлыса урманда йәшеренә. Сапҡынсылар хәйләләшә - ике төркөмгә бүленәләр. Бер төркөм сигенгән булып, беҙҙең ирҙәрҙе үҙҙәре артынан тау араларына алып инеп китә. Икенсе төркөм тау аша урапауылға төшө һәм эҙ буйлап ҡасҡан халыҡ артынан китә. Ауылдан саҡырым ярым төньяҡта, Ҡыйрат менән Атьятҡан тауҙары араһындағы бәләкәй ялансыҡта йыйылған кешеләргә сапҡынсыларҙың ат тояҡтары тауыштары ишетелгәс, Гөлбостан исемле ҡыйыу ҡатын халыҡты туплап, урман эсенән Атьятҡан тауына алып менеп китә. Гөлбостандың уҡтан мәргән атҡан, ҡорал менән оҫта эш иткән Таңбикә исемле батыр ҡыҙы була. Ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ уҡ-һаҙағын әҙерләп, ялан ситендә ауылдаштарының юлын ҡаплап ҡала. Аҡланға килеп сыҡҡан сапҡынсыларҙы Таңбикә уҡ яуҙырып ҡаршы ала. Тиңһеҙ алышта батыр ҡыҙ 11 сапҡынсының йәнен ала, үҙе лә һәләк була. Аҡлан ситендә, ҡарағай араһында сапҡынсыларҙың ҡәбер таштары әле лә һаҡлана.

                                           Гөлбостан яланы

Ҡалған сапҡынсылар етеҙ аттарында Атьятҡанды менеп бара биргәс, халыҡты ҡыуып етәләр.Гөлбостан ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡарай, ләкин ярһыған ҡырғыҙҙар ҡатынды тотоп, аҡлан ситендә үҫкән бер ҡарағайға аҫып китәләр. Был түңәрәк ялан хәҙер Гөлбостан исемен йөрөтә. Сәскәгә күмелгән ялан уртаһынан шишмә урғылып сыға. Аҡлан ситендә, башҡа ағастарҙан айырылып, шул ваҡиғалар шаһиты, ҡолас етмәҫлек ҡарт ҡарағай тора.
Үлек арҡаһы
Иҫке Монасип яғынан Тимер ауылына барғанда Мәйгәште йылғаһын сығып, тау менгәс, Үлек арҡаһы тип аталған ҙур ялан асыла. Ауыл аҡһаҡалы Бикмәтов Мәжит Дилмөхәмәт улы һөйләүенән, был урында башҡорт менән ҡырғыҙҙарҙың ҙур бәрелеше була. Ике яҡтан да күп кеше һәләк була. Алыш барышында ғәскәр башлыҡтары һуғыш яланынан сығып, уйһыу ергә төшөп: “Хәҙер бер-беребеҙҙе ҡырып бөтәбеҙ”,- тип, ҡанҡойошто туҡтатырға ҡарар итәләр. Ҡырғыҙҙарҙың үлгән һуғышсыларын ялан ситендә ерләйҙәр. Үкенескә ҡаршы, 1970-се йылдар башында үткәрелгән мелиорация эштәре ваҡытында ҡырғыҙ зыяраты һөрөлә. Таштары алып ташлана. Ғәскәр башлыҡтары һөйләшкән уйһыулыҡ әле лә Мир яйһы тип йөрөтөлә.
 Районобыҙ биләмәһендә сапҡынсыларға ҡаршы көрәшкә бәйле ер-һыу атамалары байтаҡ. Иҫке Собханғолдан алыҫ түгел, Бетерә йылғаһына Буҙарған йылғаһы ҡоя. Ололар һөйләүе буйынса, йылға буйында башҡорттар барымтасыларҙы ҡамауға алып, ҡырып бөтөрәләр. Аҡҡан кеше ҡанына йылғаның һыуы болғанып буҙара. Шул ваҡыттан йылға Буҙарған булып ҡала.
Ғәлиәкбәр ауылынан 4-5 саҡырым көньяҡта, Ҡырғыҙ айыры тигән ерҙә, яуҙа үлтерелгән ҡырғыҙ бейе курганы һаҡлана.

                                             Башарт һырты

Һарғая ауылына яҡын Башарт һырты тигән ер бар. Риүәйәт буйынса, сапҡынсы ҡалмыҡтар менән урындағы ҡыпсаҡтарҙың бәрелеше була. Ҡалмыҡтар ҡыйратыла. Отряд башлығының башын киҫеп алып, атының эйәренә артмаҡлап эләләр.Әсиргә төшкәндәренән башҡа беҙҙең төбәккә килмәҫкә һүҙ алып, ҡыуып ебәрәләр. Ҡалмыҡтар – көнбайыш монгол ҡәбиләләре ойраттар VI-XVII быуат сиктәрендә көнсығыштан Көньяҡ Уралға килеп төпләнмәк булалар. Башҡорттар тарафынан ҡыуып ебәрелгәс, Волга буйына барып урынлашып ҡалалар.Ҡаҙаҡ, нуғай, башҡорттар был тынғыһыҙ монгол халҡына “ҡалмаҡ” тип исем тағалар, “ҡалған”, “ҡалыу” һүҙе тамырынан. Аҙаҡ ҡалмыҡ булып китәләр. Әле лә ҡайһы бер ауылдарҙа, яуҙа тороп ҡалған балаларҙан бөгөнгө көнгә тиклем “ҡалмыҡ” аралары һаҡланып килә. Ҡалмыҡтарҙы XIII быуат башында килгән монгол-татарҙар менән бутарға ярамай.
Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда сапҡынсыларға бәйле топонимик риүәйәттәр бихисап күп.

                                              Татар үлеге

Иҫке Монасип ауылының үрге осонда Өкөташ ҡаяһы аҫтындағы убаны "Татар үлеге" тип йөрөтәләр. Ғәлин Рәхимйән бабай һөйләүенсә, борон был убаға ауыл халҡын иманға килтереү маҡсаты менән килгән татар муллаһы үлтереп күмелгән. Ул ваҡытта йылына бер-ике тапҡыр власть вәкилдәре - становойҙар, ауылдар буйлап йөрөп зыяраттарҙы ҡарап, кем, ниндәй сәбәп менән үлгәнен тикшереп йөрөр булғандар. Мулланы үлтереүселәр яза алыуҙан ҡурҡып, енәйәттәрен йәшереп, мулланы зыяратҡа түгел, ә ул заманда урман менән ҡапланған убаға ҡуялар.

                                              Мишәр ауылы атамаһы тарихы
Иҫке Монасипҡа күрше Яңы Монасип ауылының икенсе исеме - Мишәр. Был ауылға мулла булып килгән мишәр татары менән бәйле. Уны ла үлтереү маҡсатында төндә өйөнә ут төртәләр. Изге күңелле бер ауыл кешеһе мулланы был хаҡта алдан иҫкәртә. Шул төндә мулла ауыл янындағы тәрән уйға йәшенә һәм таң менән тороп янған өйөнөң көлө өҫтөндә иртәнге намаҙын башҡара. Быны күргәс, ул ваҡыттағы юҡ-бар ырымдарға ышаныусн ауыл халҡы "мулланы ут та алманы" тип шомға ҡала. Ололар әйтеүенсә, ул хәҙерге Сәғитовтар араһы бабайы булырға тейеш.


Иҫке Монасип ауылының хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы Дәүләтбирҙин Заһир Сәлих улының (1959 й.) 2014 йылдың 8 апрелендә район гәзите "Таң"дың 40-сы һанында баҫылып сыҡҡан "Быуат төпкөлдәрен байҡап" исемле мәҡәләһенән