Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылының 7 мөғжизәһе.

Викидәреслек проектынан

Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылының 7 мөғжизәһе

Тыуған өйөн белмәгән,
Тыуған ауылын белерме?
Тыуған ауылын белмәгән,
Тыуған илен белерме? (Халыҡ мәҡәле)
Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә беҙҙең Рәсәйгә белемле, тәрбиәле, һәләтле,үҙ өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләүсе, Тыуған ил, Тыуған ер тип янып-көйөүсе йәш быуын кәрәк. Баланың тап ошондай һыҙаттарға эйә булыуында, белемле һәм тәрбиәле булыуында ,әлбиттә, уҡытыусының, ата-әсәнең роле ифрат ҙур. Йәш быуында үҙ иленә, теленә, еренә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, халҡына һөйөү, ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү, уны тыуған тупраҡҡа еректереү - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Бушҡа ғына бөйөк рус яҙыусыһы Константин Георгий улы Паустовский: “Тыуған төйәккә булған һөйөү балаларға үҙе донъяға килгән йорттан, тымыҡ ҡына ағып ятҡан йылғанан, төрлө уйындар ҡорған, серле ваҡиғаларға бәйле урындарҙан башлана. Ул үҙ ауылыңа, тыуған төбәккә, икһеҙ-сикһеҙ киңлектәргә бай һәм дә һәр кем өсөн яҡын булған беҙҙең һөйөклө Тыуған илгә, бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөүгә барып тоташа” тип әйтмәгән. Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк яңғырап тора.

Һәр кемдең тыуған ере берәү генә була. Кеше үҙ ғүмерендә ниндәй генә илдәрҙе гиҙһә лә,ҡайҙа ғына йәшәһә лә, уларҙың һәр береһе тыуған йәнтөйәге хаҡындағы хәтирәләрҙе күңеленең иң түрендә һаҡлай, кендек ҡаны аҡҡан, тәү башлап тәпәй баҫҡан тупрағын һәр саҡ һағына, шул ергә ашҡына. Башҡортостандағы һәр төбәктең үҙенә генә хас атамалары, тарихы бар. Ошо атамаларҙың бөгөнгө көнгәсә килеп етеүе, әлегәсә халыҡтың күңелендә һаҡланып килеүе, ошо ерлектәге халыҡтың Тыуған илен, ерен, тәбиғәтен яратыуын, хөрмәт итеүен тағы ла бер тапҡыр иҫбат итә. Уларҙың һәр ҡайһыһы ниндәйҙер тарихи ваҡиғаға, йә ибулмаһа ниндәйҙер иҫтәлекле шәхескә бәйле була, уларҙа күпме тарих, фәһемле һәм мәрәкәле ваҡиғалар һаҡлана. Тыуған еребеҙҙең һәр бер мәғрүр тауы, сылтырап аҡҡан шишмәһе, хуш еҫ аңҡытып торған аҡлан-яланы беҙҙең өсөн үтә лә ҡәҙерле, сөнки уларҙың һәр береһе тыуған тупраҡты, бәхетле баласаҡты, донъялағы иң ғәзиз кешеләребеҙҙе: ата-әсәйебеҙҙе, апай-һеңлеләребеҙҙе, ағай-энеләрҙе хәтерләтә.

Эҙләнеү эшенең актуаллеге түбәндәгенән ғибәрәт: беренсенән, үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа рухи ҡиммәттәребеҙ үҙ төҫөн юғалта, онотола башлаһа, икенсенән, һәр атаманың тарихын, уларҙың килеп сығышы тураһында бәйән итеүсе оло быуын кешеләренең байҡыйлыҡҡа күсеп, үҙҙәре менән тарихи хазиналарыбыҙҙың күпмелер өлөшөн мәңгелеккә алып китеүҙәрендә. Шуның өсөн ваҡытында уларҙан алған мәғлүмәттәрҙе йыйыу, системаға һалыу, киләсәк йәш быуынды тап шулар нигеҙендә тәрбиәләү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Эҙләнеү эшенең маҡсаты – Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылы биләмәһендәге топонимдар менән танышыу, 7 мөғжизәһен билдәләү. Ҡуйылған бурыстар:

  1. Топонимика фәненең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеү, төрҙәрен билдәләү;
  2. Уҡыусылар араһында Иҫке Мөсәт ерлегендәге топонимдарҙы белеүүбелмәүен асыҡлау нигеҙендә социаль һорауалма үткәреү;
  3. Иҫке Мөсәт ерлегендәге топонимдарҙы тикшереп, системаллаштырып 7 мөғжизһен билдәләү.

Эҙләнеү эшенең предметы: Иҫке Мөсәт биләмәһенең ер-һыу атамалары Эҙләнеү эшенең урыны: Бөрйән районы Иҫке Мөсөт ауылы. Эҙләнеү алымдары: аналитик, һүрәтләү, сағыштырыу, тарихи, һорауалма. Эҙләнеү эшенең практик әһәмиәте: килтерелгән мәғлүмәттәр география, тарих дәрестәрендә, мәктәп, район музейҙарында, электрон библиотекаларҙа, башҡа фәндәр менән предмет-ара бәйләнеш формаһында ла киң һәм эффектив ҡулланып була. Эҙләнеү эше инеш һәм төп өлөштәрҙән, һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәттән, өҫтәлмәлектән тора.

Ономастика, топонимика фәндәре нимәне өйрәнә?

[үҙгәртергә]

Топонимдарҙың төрҙәре. Ваҡыт аяуһыҙ алға елә: бар нәмә лә хәрәкәттә. Шул йәһәттән фән өлкәһе лә туҡтамаә үҫешә. Ономастика буйынса материалдарҙы йыйыу бөгөнгө көндә лә үҙ эшен етди дауам итә. Ә нимә һуң ул ономастика? Ономастика –яңғыҙлыҡ исемдәрен өйрәнеүсе тел белеменең бер бүлеге( онома грек теленән исем тигәнде аңлата). Был йүнәлештәге эш ғилми эҙләнеүҙәргә нигеҙ , киләсәк быуында Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә бер этәргес көс кенә булып тора, сөнки ул материалдарҙа күпме тарих, күпме ғорурлыҡ тойғоһо ята.

Ғөмүмән алғанда, ономастиканың бөтә төрҙәре лә үткән быуаттың тарихи ҡомартҡыларына, ерле халыҡтың ғөрөф-ғәҙҙәтәренә, төрлө ышаныуҙарына, тормош-көнкүрешенә, йәшәйешенә, билдәле шәхестәре, ырымдары менән бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған.

Топонимика, үҙ сиратында, -ер-һыу атамалары тураһындағы фән. (грек теленән топос- урын тигәнде, онома- исем тигәнде аңлата), йәғни географик атамаларҙы (тау, йылға, ауыл, шишмә, урам, аҡлан, ҡая һ.б.) өйрәнә. Топонимика тарих менән ныҡ бәйләнгән. Был төрҙө география һәм лингвистика белгестәре тикшерә, өйрәнә. Топонимия- ниндәйҙер бер территорияның ер-һыу атамалары берләшмәһе. Топонимдарҙың түбәндәге төрҙәре билдәле:

  1. астионимдар - ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасаба исемдәре
  2. ойконимдар, комонимдар - ауыл, утар һәм башҡа кеше йәшәгән урын атамалары.
  3. Гидронимдар - диңгеҙ, йылға, һыу, күл, шишмә, шарлауыҡ һәм башҡа гидро-график объекттарҙың атамалары.
  4. Оронимдар - тау, уба, ҡалҡыулык (киң планда - рельеф) атамалары
  5. Дромонимдар - юл, шул иҫәптән һыу өҫтө, һыу аҫты, ер еҫтө, ер аҫты (тоннель), һауа һәм башҡа төрлө йәйәү йәки транспорт ярҙамында йөрөү өсөн ҡулайлаштырылған юлдар атамалары.
  6. Микротопонимдар (микро грекса - «бәләкәй») - ҙур булмаған географик объект йә сағыштырмаса аҙ кешеләр даирәһенә (мәҫәлән, бер ауыл йәки бер нисә ҡасаба халҡына) билдәле булған атамалар. Микротопонимдарға көтөүлек, сәсеүлек, һыулау, төбәк, соҡор-саҡыр, шишмә, ҡойо һәм башка микрообъекттарҙың исемдәре инә.

Бөрйөн районы Иҫке Мөсәт ауылының ете мөғжизәһе

[үҙгәртергә]

Мин республикабыҙҙың ин гүзәл ерендә- Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында тыуғанмын. Тыуған ауылым ярҙамсыл халҡы, бай тәбиғәте, мәғрүр ҡаялары, ҡуйы урманы, саф һауаһы менән үҙенә тартып тора.Иҫке Мөсәт ауылы матур тәбиғәте менән генә түгел, тарихҡа бай ҡомартҡылары, тырыш ҡыҙҙары һәм бөйөк улдары менән дә дан ҡаҙанған.Инсур Йәһүҙин кеүек күренекле шағир, Ҡолбирҙина Фәниә кеүек сәсәниә, бәйеттәр яҙыусы, 1945 йылда Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашыусы Ҡолбирҙин Абдулғани кеүек шәхестәр – улар барыһы ла ғәзиз еребеҙ ғорурлығы.

Тыуған ауылым төрлө тауҙарға, шишмәләргә, бөйөк шәхестәргә бай, әйтерһең дә мөғжизәгә тиң...Ошо йәһәттән, мин үҙемдең ауылымдың ете мөғжизәһен билдәләргә тырыштым. Ә ни өсөн тап ете һаны? Өләсәйем әйтеүенсә, ете һаны –башҡорттарҙың һаны: әҙәмде донъяға тыуғас та ете һаны уратып алған: өҫтә ете ҡат күк, аҫта ете ҡат ер, күктә ете йондоҙ, аҙнаның ете көнө, йәйғорҙоң ете төҫө, моңдоң ете өнө. Ете быуын ата – бабаны белеүҙе кәрәк һанағандар. Иҫке Мөсәт ауылының беренсе мөғжизәһе – Иҫке Мөсәт ауылы үҙе.

Мөсәттәр ҡайҙан килеп сыҡҡан?

[үҙгәртергә]

Бик борон ер-һыу биләнеп бөтмәгән саҡтарҙа Саҡмағош йылғаһы буйына Темәс ауылы кешеләре килеп сыға. Һәм был яҡтарҙы оҡшатып Саҡмағош ауылына нигеҙ һала. Күсеп ултырған ауыл халҡы Нөгөштә (Ярыу йылғаһы тамағында), Буҙбейәлә (Алағуян буйы), Ҡара һыйырҙа утар ҡора.

Бер көндө ҡырғыҙҙар утарҙы килеп баҫа. Улар бөтә малды һәм Әлеш исемле олатайҙы ҡоллоҡҡа алып китәләр, беҙҙең Мөсәт олатайыбыҙ тегеләрҙән ҡотолоп ҡала. Ҡырғыҙҙар баҫып алған малын Баҙал аша ҡыуып, хәҙерге Әлеш йәйләүендә йоҡларға туҡтайҙар. Ҡырғыҙҙарҙың бик шәп ерән юрғалары була. Йоҡларға ятҡанда уларҙы арҡанлап һаҡлайҙар. Әммә һаҡсы таңға ҡарай йоҡлап китә. Был саҡ Мөсәт олатайҙың ғәйрәтле сағы була. Ул шым-шым ғына килеп тегеләрҙең бер уҡ-һаҙағын һәм арҡандан ерән юрғаһын сисеп ала. Әммә күк юрғаға яҡынайғанда уныһы өркөп, ҡапыл бышҡырына башлай һәм ҡырғыҙҙарҙы уята. Мөсәт олатай ерәнгә һалып баяғы уҡ-һаҙаҡты алып ҡаса. Ҡырғыҙҙарҙың йоҡо ҡайғыһы китә, тамаҡ туйҙыра һалып урлаған малдарын ҡыуып юлға сығалар. Имән йортто үтеп, Бүтәгәле ҡырға урала башлағас, бер үк күк юрғаның ҡырлы арҡаһын тишеп сыға, икенсеһе бер ҡырғыҙҙың эйәре ҡашына ҡаҙала. Уларҙы ҡурҡыу ала. Ә тау башынан Мөсәт ҡысҡыра:
- Баҫып алған беҙҙең малдың дүрттән өс өлөшөн, кешене ҡалдырығыҙ! Ҡалдырмаһағыҙ барығыҙҙы ла уҡ менән сүпләйем! – ти.
Ҡырғыҙҙарҙың күк юрғаһына етер йүгерек булмай. Шуға Мөсәт олатай уны үлтерергә ҡарар итә. Хәҙер уны ерән юрғала бер кем дә ҡыуып етә алмай. Ҡырғыҙҙарға риза булыу әмәле ҡалмай. Әлеш олатайҙы һәм малдың дүрттән өс өлөшөн ҡалдырып, юлға сығалар. Ә Мөсәт олатай күренмайенсә генә ҡырғыҙҙарҙы хәҙерге Ғәлиәкбәрҙең үръяғындағы Оло Нөгөштө сыҡҡансы оҙатып бара һәм Буҙбейгә кискә генә ҡайтып инә. Мөсәт барымтасыларҙың байтағын берәм-берәм атып бөтөрөр ине, ләкин ҡырғыҙҙар теүәл ҡайтмаһа, улар оло яу булып кире килеүе бар, тип уйлап теймәй. Бер өлөшө мал биреп ебәрәүе шул-баяғы ике юрға хаҡы була. Ошо батыр хөрмәтенә ауылдың исемен “Мөсәт”, ҡырғыҙҙар йоҡлап киткән унынды “Әлеш” тип йөрөтә башлайҙар.

Ауыл ерҙәрен ҡараһаң, районда Мөсәт биләгән тиклем ер берәүҙә лә юк. Саҡмағош башынан үр яҡҡа ике саҡрым үткәс Тарҡайҙан Боһондоноң уң ярына, Ярыу тамағы, Бәләкәй Нөгөш ике туғай, Суҡраҡты, Яңы Монасип һәм Янһары Ҡарағоштоһы, Серәкәй һәм баяғы Тарҡаныйға тиклем булған Мөсәт ерҙәре. Яңы Монасип Ҡарағоштоһы уларға нисек киткәндер, мин уныһын белмәйем.

1966 йылда Яңы Монасип ауылында бесән эшләп яттым. Малайҙарға ике саталы һәнәк эшләм бирҙем дә бесән йыябыҙ. Мораҙым аулынан Моратшин Талха ағай мәрхүм тай- тулағын әҙләп килеп сыҡты . Сәй эскән саҡта теге ике саталы һәнәккә ҡарап ул:
- Боронғо олатайҙың ерендә боронғо һәнәк менән йыяһыңмы? Беҙ малай саҡта, һалдаттан ҡайтҡканда ,янһарылар ошонда йәйләүҙә була торғайнылар , беҙ туҡтап сәй эсеп йөрөнөк, – тип һөйләне.

Алағуян башы (Яңы Мөсәт), Саҡмағош айырыу шулай килеп сыға . Алағуян ҡарттары ауылдарын бүлеү өсөн йылға башынан ер һорай. Әммә ҡарттар ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, ер уртаһынан, йәғни Алағуян башынан ер бирмәҫкә булалар. Унда үҙҙәре бүленеп ултыра. Ә Алағуян тамағыларға ерҙе хәҙерге Яңы Собханғол (Янһары) ултырған урынды бирәләр.Беҙҙең зыярат шуға ла уртаҡ ул. Йәйләү урыны итеп Янһарыларға биләмә сиктәренә башҡаларҙы ултырта.

Ул хәҙерге заманда Сатра йылғаһының тамағы. Ул бик күп итеп ҡом, ҡырсын –таш ағыҙып алып килгән. Әлеге көндә лә Сатраның ҡойған ере шул килеш. Хәҙер ҙә өлкән быуын кешеләре уны Ҡомйылға тип йөрөтәләр. Ҡомйылға ауылынан иң беренсе булып Янһары исемле ҡарт күсеп килеп ултырған һәм йәшәй башлай. Янһары ҡарттың улдары ла булған. Ҡарттың Әфәнде исемле улы ла булған. Уға әлеге Әфәнде тауының итәгендә өй һалып бирә. Ул шунда йәшәй башлай һәм был тауға Әфәнде исеме бирәләр .

Саҡмағош йылғаһы

[үҙгәртергә]

Иҫке Мөсәт ауылының икенсе мөғжизәһе – “Саҡмағош” йылғаһы.

Бер көндө бер бабай урманға утынға киткән. Ул оҙаҡ эшләгәндән һуң, тамаҡ ялғау ниәтендә, ут яғырға булған, әммә ләкин уның яғырға саҡматашы бөткәглеге асыҡлана. Ул оҙаҡ уйлап тормайынса саҡматаш эҙләп сығып китә. Эҙләй торғас бабай саҡматаш табып ала. Ул саҡматашты алыуы була, шул урындан һыу сыға. Һәм шунан башлап ул йылғаны «Саҡмағош» тип йөрөтә башлайҙар.

Ҡойонсаҡ шишмәһе

[үҙгәртергә]

Иҫке Мөсәт ауылының өсөнсө мөғжизәһе - “Ҡойонсаҡ” шишмәһе.

Борон заманда Иҫке Мөсәт ауылында донъяға бер бала ауаз һала. Әсә кеше ныҡ ҡыуана, тик баланы ҡойондороп йыуындырыу өсөн һыу булмай. Әсә кеше һыу эҙләп сығып китә. Күп урындарҙы байҡап сыға тик һыу таба алмай. Ул ҡайғыһынан бер ергә ултырып Алланан илап һыу һорай. Шул ваҡытта ер аҫтынан урғылып һыу сыға. Шул ваҡыттан алып ошо шишмәне, әсә сабыйын ҡойондороп йыуындырыр өсөн һыу эҙләгәнен иҫәпкә алып, “Ҡойонсаҡ” тип атап йөрөтә башлайҙар. Бөгөнгө көндә бала таба алмай йөрөгән ҡатындар килеп, теләктәрен теләп, шишмәнең һыуын эсһәләр, оҙаҡламай бәпесләгән осраҡтары ла бар тип һөйләй ауыл халҡы.

Ҡыҙҙар ташы

[үҙгәртергә]

Иҫке Мөсәт ауылының дүртенсе мөғжизәһе – “Ҡыҙҙар ташы”.

Был “Ҡыҙҙар ташы” борондан уҡ билдәле тау. Уның аҫтында Иҫке Мөсәт ауылы урынлашҡан. Йәш ҡыҙҙар, егеттәр уйын-көлкө ҡорорға, күңел асырға шунда йыйылғандар. Улар тауға сығыр алдынан әҙерлек алып барғандар: матур кейемдәр, ҡашмау, милли кейемдәр кейгәндәр. Сит кешеләрҙең күҙе теймәһен өсөн йөҙөк, беләҙек кейгәндәр. Ҡайтыр алдынан тинлек аҡсалар һипкәндәр. Ҡыҙҙар үҙ-ара серҙәрен һөйләшкәндәр, йырҙар йырлағандар, күңел асҡандар. Шуға ла ул тауҙы “Ҡыҙҙар ташы” тип атағандар.

Сейәлеморон тауы

[үҙгәртергә]

Иҫке Мөсәт ауылының бишенсе мөғжизәһе – “Сейәлеморон” тауы.

“Сейәлеморон” тауы - әлеге көндә кеше сабынлығы. Элекке заманда был урында күпләп сейәләр үҫкән. Бөтә ауыл халҡы ошо тауға сейә йыйырға килер булған. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә унда сейә юҡ инде, ләкин халыҡ телендә уның исеме “Сейәлеморон” исеме менән һаҡланып ҡалған.

Әбделғәни Ҡолбирҙин исемендәге урам

[үҙгәртергә]

Иҫке Мөсәт ауылының алтынсы мөғжизәһе – Әбделғәни Ҡолбирҙин исемендәге урам.

Ҡолбирҙин Абдулғани Абдулгалим улы 1923 йылдың 28 ғинуарында Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. 1939 йылда,ауылдағы 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, "Яңы юл" колхозонда эш башлай. 1942 йылдың 12 июнендә ул Ҡыҙыл Армия сафына саҡыртыла.Тәү башлап хәрби парашютистарҙы әҙерләү мәктәбендә уҡый. 1943 йылдың 12 августында Сталинград аҫтында хәрби десант булып ҡәһәрле һуғышҡа инә. Клецкая ауылын фашистарҙан һаҡлап алған ваҡытта беренсе тапҡыр ҡаты яралана. Һуғыш ваҡытында Абдулғани Абдулғәлим улы 48 тапҡыр парашюттан ырғый,шуларҙың эсенән уның 5-һе хәрби булған. Ул 1942 йылдың август айынан алып Бөйөк Еңеүгә тиклем аяныслы һуғыш юлын үтә, Тыуған илен фашисттарҙан яҡлай,батырҙарса һуғыша.

Абдулғани Абдулғәлим улына Бөрйән районынан бер үҙенә генә 1945 йылда Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашырға хоҡуҡ бирелә. Ҡәһәрле һуғыш йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул күп төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң ауылдағы "Яңы юл"колхозында эшләүен дауам итә,ә аҙаҡ Аҫҡар ауылына физик тәрбиә уҡытыусыһы итеп мәктәпкә эшкә ебәрелә.

Ҡолбирҙин Абдулғани - беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, уның ҡыйыулығын,батырлығын баһалап бөткөһөҙ. 2015 йылда Ҡолбирҙин Абдулғани Абдулғалим улы хөрмәтенә таҡтаташ асылды, ә 2022 йылдан уның исемен Бөрйән микрорайонының бер урамы йөрәтә башланы. Йыл һайын уға бағышланған хәтер кисәләре үтеп тора.

Ҡаратал ҡоҙоғо

[үҙгәртергә]

Иҫке Мөсәт ауылының етенсе мөғжизәһе –“Ҡаратал” ҡоҙоғо.

Был ҡоҙоҡтоң һыуы бөгөнгө көндә иң таҙа составлы һыуҙар рәтендә тора. Уның һыуы шундай йомшаҡ, ҡомаҡ ултыртмай. Йәйен дә, ҡышын да ул һыу туңмай. Элекке заманда ошо ҡоҙоҡ эргәһендә берҙән-бер бөртөк ҙур ҡара тал үҫкән. Йәш ҡыҙҙар-егеттәр шул тал эргәһенә барып теләктәр теләп ҡыҙыл бауҙар бәйләр булғандар. Тик йылдан-йыл ауыл ҙурайыу сәбәпле, ул ҡара талды ҡырҡҡандар, ул тирәлә өй һала башлағандар. Тик шулай ҙа халыҡ хәтерендә ул “Ҡаратал” исеме менән уйылып ҡалған.

Шулай итеп, Иҫке Мҡсәт ауылының ете мөғжизәһе билдәләнде. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.

Һорау алыу

[үҙгәртергә]

Тыуған ауылымдың ер-һыу атамаларының тарихын беләм/белмәйем. (һорау алыу)

Әйтеп китеүебеҙсә, балаларҙа Тыуған ергә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү бәләкәй саҡтан уҡ башланып китеүенән, ғаилә менән мәктәптең бергә эш итеүенән, һәм был эштең системалы алып барылыуында ғына ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә эйә була. Ошо фекерҙән сығып, Иҫке Мөсәт ауылында йәшәп Яңы Собханғол урта дөйөм мәктбендә белем алыусы 20 уҡыусы араһында һорауалма үткәрҙек. Уларға түбәндәге һорауҙар бирелде. Һорауалманы тикшереп сыҡҡандан һуң ошондай һөҙөмтәгә килдек:

  1. Күп уҡыусыларҙың топонимика фәненең нимәне өйрәнгәнен белеүе, ә ономастика фәнен, уның төрҙәрен белмәүе асыҡланды;
  2. Үкенескә ҡаршы, уҡыусыларҙың тыуған ауылы тарихын әҙ кимәлдә белеүе билдәләнде;
  3. Уҡыусылар Иҫке Мөсәт ауылына ҡараған топонимдарҙың тарихын ниндәйҙер кимәлдә әйтә алдылар;
  4. Иң мөһиме, «Тыуған ауылыбыҙҙың тарихын белергә кәрәкме?” тигән һорауға күпселек уҡыусылар “эйе” тип яуап бирҙе. Был иһә, балаларҙа тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙең нигеҙе бар, уны тик артабан үҫтерергә генә кәрәк икәнен күрһәтә.
  5. Ә “Ни өсөн топонимдарҙы белергә кәрәк? “тигән һорауға түбәндәге яуаптар йышыраҡ осраны:
  • Тыуған яҡты тағы ла һәйбәтерәк белер өсөн.
  • Киләсәктә балаларыбыҙға һөйләр өсөн.
  • Аҡыллы, белемле булыр өсөн.
  • Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларының тарихы юғалмаһын өсөн.
  • Тарихты белеү өсөн.

Ғөмүмән алғанда, балларҙың ошондай формала яуап биреүҙәре беҙҙе ҡыуандырҙы, дәрт өҫтәне. Ә уҡыусыларҙың ер-һыу атамаларының тарихын белмәүе, бәлки, уларҙың күп ваҡытын интернет селтәре алыуында, уҡытыу һәм тәрбиә процесында был темаға етәрлек иғтибар булмауында, бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә сағылалыр...

Һығымта

[үҙгәртергә]

Дөйөм алғанда , миңә был эште башҡарыуы ҡыҙыҡлы ла , файҙалы ла булды. Үҙ бабаларым , тыуған ерем тарихына байҡау яһаным.Топонимик атамалар - тарихта быуаттар буйына тупланып килгән аҫыл мираҫ ул. Уларҙа халкыбыҙҙың тарихи үткәне, тормош - көнкүреше, һөнәрҙәре, изге, игелекле, ярҙамсыл яҡташтарымдың исемдәре сагылыш тапкан.Бигерәк тә башҡорт мөхитендә тыуып - үҫмәгән, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белеп бөтмәгәндәр өсөн топонимдар үҙенсәлекле һәм файҙалы материал булып тора. Ысынлап та, ер-һыу атамалары Тыуған илгә, ергә һәм үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләй, тел ғилеменә ҡыҙыкһыныу уята, беҙҙең тәбиғәткә ыңғай ҡарашыбыҙҙы үҫтерә, телмәр мәҙәниәтен тулыландыра.

Эҙләнеү эше башҡарғанда төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрғә тап булдым. Ни өсөн тик “Ҡыҙҙар ташы” тип аталған икән, унда бит егеттәрҙә йөрөгән, улар бергә уйын-көлкө ҡорғандар. Ә ни өсөн шишмә “Ҡойонсаҡ” тип аталған , ҡойон- ҡойоноуҙы аңлатһа, саҡ өлөшө ниндәй сер һаҡлай икән? Уйланыр , өйрәнер урындар ифрат күп әле.

Киләсәктә лә үҙ ауылымдың, үҙ төбәгемдең атамаларын тырышып өйрәнермен тип уйлайым. Тыуған яғымдың тарихын, атамаларын киләсәк быуынға тапшырыу беҙҙең төп бурысыбыҙ.

Ҡулланылған әҙәбиәт

[үҙгәртергә]
  1. Родной край: топонимы и разговорный язык. Материалы III Республиканской конференции. 164 с.: Мир печати, 2017 г.
  2. Аскаров Р.Р.История равная столетию-Уфа:2011
  3. Иҫке Мөсәт ауылында йәшәгән ағай-эненән яҙып алынған мәғлүмәттәр.
  4. www.wikipedia.org

Башҡарҙы: рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Самарбаева А.М. (Яңы Собханғол дөйөм урта белем биреү мәктәбе)