Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Тимер ауылында балалар баҡсаһы

Викидәреслек проектынан

Тимер балалар баҡсаһы

[үҙгәртергә]

1980 йылда Тимер балалар баҡсаһы асыла. Балалар баҡсаһы мөдире итеп, Тимер урта мәктәбендә уҡытып йөрөгән Байсурина Гөлшат Ғариф ҡыҙы РОНО мәғәриф бүлеге етәксеһе А.А. Ҡаһармановтың приказы нигеҙендә тәғәйенләнә. 1980 йылдың 4 ноябрендә 30 бала йыйып балалар баҡсаһында уҡытыу-тәрбиәүи эш башланып китә. Тәрбиәсе вазифаһында Яңы Монасип ауылынан Белорет педагогия училещыһын тамамлап ҡайтыусы Сәғитова Нәсимә Әхтәм ҡыҙы эшләй башлай. Ә 1982 йылда Тимер ауылы ҡыҙы Ҡолдобаева Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы тәғәйенләнә. Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы ваҡытлыса мөдир итеп һайланғас, 1983 йылдың 1 авгусында БПУ тамамлаған Аллабирҙина (Юлсурина) Роза Йомағужа ҡыҙы юллама буйынса тәрбиәсе булып эшкә килә. 1992 йылда Роза Йомағужа ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире итеп ҡуйыла һәм 2010 йылға тиклем 18 йыл буйына ошо вазифаны башҡара.

2000 йылда балалар баҡсаһы бинаһы иҫкереү сәбәпле, Ҡолдобаев Айҙар Рәхимйән улының өйө район хакимиәте ярҙамы менән йүнләп алына. 2002 йылда ауылға газ инә башлай, Роза Йомағужа ҡыҙы ауыл хакимиәте башлығы Ғ.Ғ. Яубаҫаров менән берлектә балалар баҡсаһының ашханаһына тәүгеләрҙән булып проект төҙөтөп газ тоташтырыла.

Балалар баҡсаһы коллективы Роза Йомағужа ҡыҙы етәкләгән ваҡытта уҡытыу-тәрбиәүи эш буйынса район күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Яңы уҡыу йылына әҙерлек, көҙгө уңыш йәрминкәләрендә 26 район балалар баҡсаһы араһынан гел 1,2, 3 призлы урындар алып бихисап район администрацияһы, район мәғәриф бүлегенең Маҡтау грамоталарына, ҡағыҙҙарына һәм ҡиммәтле бүләктәр алыуға өлгәшә.

2002-се йылда Республика зона ярышында (Республиканский конкурс уголков живой природы в ДОУ) «Йәнле тәбиғәт мөйөшө» номинацияһында 2 урын яулай. Ул йылдарҙа тәрбиәсе булып Тимер урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Тимерова Фирүзә Фирҡәт ҡыҙы эшләй. Шулай уҡ Теләүбаева Миләүшә, Ғөбәйҙуллина Нурия тәрбиәсе булалар. 2006 –сы йылда күрһәткән хеҙмәттәре өсөн баҡса мөдире Роза Йомағужа ҡыҙы Башҡортостан республикаһының мәғәриф алдынғыһы исеменә лайыҡ була. 2010 йылда Р. Й. Аллабирҙина үҙ теләге буйынса тәрбиәсе эшенә күсә, мөдир итеп Ғөбәйҙуллина Нурия Йәнғәле ҡыҙы тәғәйенләнә. 2012 йылда Баймырҙина Гөлсирә Таһир ҡыҙы балалар баҡсаһы менән етәкселек итә башлай. 2013 йылда баҡса ике ҡатлы бөтә уңайлыҡтары булған бинаға күсерелә. 2015 йылда ата-әсәләр һорауы буйынса икенсе төркөм асыла. Өлкәндәр төркөмөндә –Зәлиә Шәғәле ҡыҙы Баймырҙина, кескәйҙәр төркөмөндә – Роза Йомағужа ҡыҙы Аллабирҙина тәрбиәселәр булып эшләй. Балалар баҡсаһында ваҡытлыса мөдир вазифаһында Зәлиә Шәғәле ҡыҙы Баймырҙина, Гөлнара Вәзир ҡыҙы Зыянбаева, Тимерова Фелиза Ғәйнетдин ҡыҙы эшләйҙәр. Әлеге көндә балалар баҡсаһын Баймырҙина Гөлсирә Таһир ҡыҙы етәкләй.