Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Яңы Монасип ауылын ситтән килгәндәр "Соҡор эсендә ултырған кеүек", — тип әйтәләр, сөнки ауылды тирә-яҡтан матур текә тауҙар уратып алған.
Көньяҡтан Иҫке Монасип ауылының Кепес тип аталған яғынан башланып, үргә ҡарай бейегәйә барған тау һыртын Һиңгергиҙә тип атайҙар.
Ағиҙел йылғаһының һыуҙары ошо тауға килеп һуғылып, көнсығышҡа ҡарай ҡырҡа ғына боролош яһаған урында,
Иҙелдән бер-бер артлы бейегәйә барыу тәртибендә өҫкә ҡарай туғыҙ осло ғына ҡая теҙелеп китә. Тап ошо ҡаяларҙа үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән кәкүк ҡатаһы (Венерин башмачок) сәскәһе үҫә торғайны.
Ошо ҡаяларҙан һуң текә Ҡоръятмаҫ тигән ер килә. Атама "Ҡоро ятмаҫ" һүҙенән алынған, ҡояш нурҙары төшмәгән был текә генә тау бите йәй көндәре лә дымлы, еүеш була. Боронғолар " Ҡоръятмаҫта ҡар иреп бөтмәйенсә, урман ҡары бөтмәҫ", - тип әйтә торғайнылар.
Артабан Һабансы тауы. Әүәле ошо тау башында ятҡан Суҡтал (был яланда тал ағастары күп булған), Ҡаҡсыр ( ҡаҡсыр-тары көлтәһен һөйәп ҡуйып киптерә торған ағастан эшләнгән ҡулайлама) тигән яландарҙа тары сәскәндәр.
Тау башына менгән юлы ныҡ текә генә. Һабансынан юл ашаһына төнъяҡта ғорур Ослотау тора. Тауҙың башы ослайып торғанға әйтелгән.
Унан - мөһабәт Ҡаратау, тауҙың ташлы итәге ауылға ҡарайып күренә. Әйткәндәй, бындай исемле тауҙар Башҡортостанда байтаҡ ҡына. Ҡара төҫ башҡорттарҙың яратҡан төҫө булған. Әүәле Ҡаратау итәгенән ҡыялатып, Күс юлы тип аталған юл үткән. Ошо юлдан йәйләүгә күскәндәр.
Ауылға төшкән юл ашаһына - гүзәл Сусаҡтау. "Сусаҡ" һүҙе осло түбәле тау, йәки нимәнендер ослайып торған урыны мәғәнәһендә. Сусаҡтау Ағиҙелдең текә генә Ҡыҙылъяр тип аталған ярына килеп тоташа. Был ярҙың балсығы ҡыҙыл төҫтә. Сусаҡтау менән Ҡаратау араһындағы уйҙан әүәле йылға ла аҡҡан, матур әрәмәһе булған. Был уйҙы Кейәүҙәр уйы йәки Кейәүҙәр үҙәге тигәндәр.
Яңы Монасип ауылынан Ағиҙел йылғаһы буйлап ике километр үрҙә Нәби ауылы урынлашҡан. (Әйткәндәй, ауылдарҙы ике исем менән атау бар беҙҙә, Нәби-Ҡуян, Яңы Монасип-Мишәр, Иҫке Монасип-Һарт)
Ике ауыл араһын Айыуҙы исемле тау һәм ошо уҡ исемле Ағиҙелгә ҡойоусы һалҡын һыулы йылға бүлеп тора. Ололар был урындың исемен әүәле бында айыу йәшәүе менән аңлата инеләр. Ысынлап та, йылға буйындағы тауҙарҙы ҡуйы урман ҡаплаған, емеш-еләккә лә бай был урын.
Айыуҙы тауының Нәби ауылына ҡарап ятҡан яғын, мал моронона оҡшап торғанлыҡтан, Моронташ тип әйткәндәр.
Әүәле ололар, Айыуҙы буйында Сылтырбикә йәшәй, тип балаларҙы ҡурҡыта торғайнылар, йәғни ен-пәрей инде. Сылтырбикә төрлө ҡиәфәткә инеп, бигерәк тә төндә күренә, тип тә ебәрәләр ине. Булғанмы ул Сылтырбикә, юҡмы, әммә кис-ҡырын Айыуҙы тауын һәм йылғаһын үтеп киткәнсе күңелгә әллә ниндәй шомло уйҙар килә, бигерәк тә яңғыҙ булһаң.
Тау аҫтынан (өс ҡотоҡтан) сығып ятҡан Айыуҙы йылғаһы әллә ней оҙон түгел, ҡотоҡтары эргәһендә Һыуыҡ ҡолаҡ йылғаһы килеп ҡушылып, йырлай-йырлай Ағиҙелгә килеп ҡоя. Һыуы һалҡын, таҙа. Элегерәк бәрҙе балығы ла була торғайны.
Тарихҡа бай был матур урын.
Белеүебеҙсә, үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем ауыл ҡатындары кейер кейемлек, түшәк-юрғанлыҡ туҡыма-киндерҙе өй шарттарында етештергәндәр. Ошо таҙа һалҡын һыулы йылғала ике ауыл ҡатындары киптерелгән киндер үҫентеһен сереткән.
Һуғышҡа тиклем йылғаны быуып, тирмән ултырталар. 1943 йылда тирмәнсе бабай, тирмән ҡуласаһына ҡыҫылып үлеп ҡалғас, тирмәнде эшләтергә кеше булмай. Һуғыш бөтөп, ун йыл үткәс кенә, эргәләге Аралбай, Яңы һәм Иҫке Монасип, Нәби ауылдары халҡы, үҙҙәренә оҙаҡ ҡына йылдар хеҙмәт иткән, яңы тирмән төҙөп ултырталар. Был тирмәндең быуа урыны әле лә беленеп ята.
1961 йылдан башлап 2002 йылға тиклем Айыуҙыла "Ҡыҙыл таң" колхозының һабантуй байрамдары үтте. Байрамдың тантаналы өлөшө, спорт ярыштары үткән, әллә ни ҙур булмаһа ла, дүрт ауыл халҡын ихлас һыйҙырған, яланды хәҙер Һабантуй яланы тиҙәр. Хәҙерге көндә лә был ялан ике ауыл кешеләренең, мәктәптәрҙең төрлө спорт, ғаилә, шәжәрә байрамдары үткәреү урыны булып тора.
Ауыл тирәһендә кеше исемдәре менән бәйле топонимик атамалар ҙа байтаҡ. Уларҙың күбеһе эшкә йәки ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле килеп сыҡҡан. Бындай ер- һыу атамаларының хәҙерге заманда барлыҡҡа килгәндәре лә байтаҡ.
Ошондай юл менән Этаяҡ, Карашай, Аҙау, Сәлиха сабыны, Йәмилә түбәһе тигән яландарҙың (сабынлыҡтар) исеме яһалған.
Этаяҡ
Ауылдан 3 км алыҫлыҡта ятҡан ялан.
Этаяҡ атамаһының килеп сығышын Баймурзин Ильяс Рәис улынан (1961 йылғы) ишеткәйнем. Ҡасандыр бында Аралбай ауылында йәшәүсе Этаяҡ исемле олаталарының ере булған.
Этаяҡтың улы Этҡабыҙ, уның улы Абыз - Абдрахман - Әмирхан — Батырхан - Шаһихан - Зекрейә - Фәхерхаят - Ильяс.
1966 йылға тиклем бында колхоздың фермаһы булды. Ауырыу сығып, ферманы Нөгөшкә күсерҙеләр.
Этаяҡтан бирерәк ерҙә Сусҡа Этаяғы тип аталған ялан бар, үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем бында сусҡасылыҡ фермаһы булған.
Һалҡын һыулы ҡотоғо бар.
Ишбулды баҙы
Был яланда әүәле Ишбулды исемле кеше баҙ эшләп, дегет ҡайнатҡан. Дегетте Әүжән һәм Темәс яҡтарына алып барып һатҡан.
Рәмзи юлы
Оло юлдан Иҫке Монасип ауылының Кепес яғына төшкән юлы.
Үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып 90-сы йылдарға тиклем Кепестән Яны Монасипҡа Рәмзи тигән ағай йөрөп эшләне. Кепестән беҙҙең ауылға килеү өсөн, Ағиҙелде ике тапҡыр аша сығыр кәрәк. Яҙ һәм көҙ көндәре был эш бик ҙур ғына мәшәҡәт өҫтәй ине кешеләргә. Кепестән Иҙел аша сыҡмай, Һиңгергиҙә тауы буйлап килеп булған, әммә юлы бик алама булып, Рәмзи ағай ошо юлды ипкә килтерә.
Сәмәрә әбей үҙәге
Сәмәрә исемле апай, бынан турараҡ тип, бесәнлегенә гел генә урман эсенән үткән ошо исемһеҙ үҙәк аша йөрөр булған.
Риф күле
Оло юлдан ауылға төшкән юл буйында бер соҡорло урынға ямғыр һыуы йыйыла ине. Ямғырлы йылдар булғандыр, был һыу ятҡылығы ҙурайып, хатта тирәһен ҡамыштар баҫты. Риф исемле егет матай һатып алған. Матайҙы һәйбәтләп "йыуғандар" дуҫы менән. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән, баяғы һыулы соҡорға барып сумалар былар. Матайҙы саҡ һөрәп сығаралар. Тап шул мәлдә уларҙы ауылдан берәү күреп ҡала. Шулай барлыҡҡа килгән Риф күле атамаһы.
"Ер- һыу атамаларында тарих сағыла", - тип бушҡа әйтмәгәндәр, ниндәй генә тау-ҡаяны, ялан-туғайҙы, йылға-күлдәрҙе алып ҡарама, унда
тере тарих эҙҙәре һаҡлана. Бөгөнгө яҙмам илебеҙ менән ҡуша үткән халҡым тарихына һәм ошо ваҡиғаларҙың топонимикала сағылышына бәйле.
Мәсем тауы, Ҡурыуҙы тауы, Бейгилде яланы.
Бик бороңғо ваҡыттарҙа хәҙерге Бөрйән районы территорияһында, көслө Мәсем хан власы аҫтында, бөрйән һәм ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Бөрйән бейе Ҡарағөлөмбәт исемле булып, уның халҡы Ағиҙел йылғаһының түбәнге яғында, ә Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы Бабсаҡ бей ҡулы аҫтында Урал яҡтарын биләгән.
Бер ваҡыт Мәсем хандың малдарын ниндәйҙер йыртҡыс ҡыра башлаған. Хан батырҙарын йыя, кем дә кем ошо януарҙы тотоп үлтерә, ҡыҙын һәм ярты ханлығын бирергә вәғәҙә бирә. Бабсаҡ батыр был януарҙы табып, уҡтан атып үлтерә, ҡолағын ҡырҡып ала.
Үлеп ятҡан арыҫлан эргәһенә күпмелер ваҡыттан Ҡарағөләмбәт тә килеп сығып, уға уғынан ата, үлтерҙем, тип уйлай. Батырҙар хан алдында яуыз януарҙы юҡ итеүҙәре тураһында әйтәләр. Бабсаҡ батыр януарҙың ҡырҡып алған ҡолағын күрһәтеп, бәхәскә сик ҡуйып, еңеүсе булып сыға.
Ҡарағөләмбәт был хәл менән һис килешмәй, Бабсаҡ менән Мәсем хан ҡыҙы Йәмиләнең туйы ваҡытында Бабсаҡты атып үлтерә, Йәмиләгә өйләнә. Күпмелер ваҡыттан Йәмиләнең улы тыуа, Күҫәк тип исем ҡушалар балаға. Күҫәк 14 йәшенә көслө егет булып үҫеп етә. Атаһының Ҡарағөләмбәт түгел, ә Бабсаҡ икәнлеген, уның нисек аҫтыртын үлтерелеүен белеп ҡалған Күҫәк, атаһы өсөн үс алырға була. Ҡыпсаҡ яғына килеп, ғәскәр йыя, Ҡарағөлөмбәтте ҡулға ала. Ҡара һыйырға артына ҡарай атландырып, үгәй атаһын Ҡыпсаҡ яғына алып китә.
Ошо ваҡиғаларға бәйле район ерендә Мәсем тауы (1040 м бейеклегендәге) - районда иң бейек тау. Мәсем ташы, Ҡыҙҙар, Ҡоҙғон, Ыласын таш исемле ҡаялары бар), Шыҡманай яланы (Ҡарағөлөмбәт тарафынан үлтерелгән Бабсаҡ батырҙың оло улы) Ҡараһыйыр юлы, Ҡара һыйыр кисеүе,
Ҡурыуҙы тауы (Байназар ауылындағы тауҙа Күҫәк батыр Ҡарағөлөмбәтте ҡаҙанда ҡурған) бар.
Беҙҙең Яңы Монасип ауылынан 8 км алыҫлыҡта Оло юл буйында Бейгилде яланы бар. Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте, Ҡара һыйырға атландырып, Ҡыпсаҡ яғына алып китеп барғанда, ошо яланда өс көнгә ялға туҡтайҙар. Тәрән генә соҡор ҡаҙып, Ҡарағөләмбәтте шунда төшөрөп ултырталар. Өс көн байтаҡ ҡына ваҡыт, бахыр әсиргә тышҡа сығырға тура килә.Ҡарағөләмбәт еҫенә түҙмәй, ярауын соҡорҙан алып һелтәй. Быны белеп ҡалған Күҫәк бей "Еремде бысратма,- тип, үгәй атаһына, оло ярауын, Бөрйән ере яғына ҡарай сорғоттора (сорғотоу- алыҫҡа ташлау) . Ошо ваҡиғанан һуң был яланды Бейгилде яланы, ә йылғаһын Буҡсорға йылғаһы тип атай башлағандар. Был ике топонимик атама һуңғы ваҡыттарҙа үҙгәреп бара. Бейгилде яланында оҙаҡ йылдар колхоздың ҡымыҙ етештереү фермаһы булды, шуға яланды Ҡымыҙный тип әйтә башланылар, шулай уңайлы бит инде, юлдан кеше күп йөрөй, ҡымыҙ һатып ала, Ә бына йылға исемен яңғырашы ҡолаҡҡа насарыраҡ булғанлыҡтан , Уҡсорғаға әйләнгән.Хатта карталарҙа шулай тип билдәләйҙәр.Уҡты белеүегеҙсә, сорғап булмай, атып йә ергә ташлап ҡына була.Ошо ике тарихи атама исемдәрен дөрөҫ ҡулланыу -бурысыбыҙ , тип гел аңлатыу эшен алып барам.