Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы ер- һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

53°06′00″ с. ш. 57°26′00″ в. д. (G)

Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы ер- һыу атамалары


Яңы Собханғол ауылын ауылға нигеҙ һалған кеше исеме менән халыҡ телендә Янһары тип йөрөтәләр. Бында
минен класташым йәшәй. Ауылдың тауҙарын фотоға төшөрөп һала ватсаптағы "Класташтар" төркөмөнә "Бөгөн Бәйе тауына барҙым әле, - тей. Икенсе көндө Әфәнде тауынан видео төшөрөп һала. Мин ҡыҙыҡһынып исемдәренең килеп сығышын һорайым. Ғәҙәти түгел был тауҙарҙың исеме, нимәгә лә бәйләй һәм һүҙҙәрҙең айышына төшөнә алмағайным. Ошо төркөмдә топонимия конкурсы башланғас, мин был ауылдың ер- һыу атамаларының тарихын өйрәнергә бер сәбәп булды.
Легенда буйынса, ауылға нигеҙ һалған Янһары ҡарт улдары менән Ағиҙел йылғаһы буйында йәшәгән. Өйҙәр байтаҡ күбәйеп киткән. Ваҡыт үтеү менән Янһары ҡарт был урындан икенсе урынға күсергә була.Беренсенән, йыш ҡына ауылды һыу баҫҡан. Икенсенән,Иҙелдән Белорет урыҫтары ҡыуғын ҡыуған, һал ағыҙған. Хатта заводта ҡойған суйынды ла Стәрле яҡтарына Иҙелдән һал менән ағыҙғандар . Урыҫтарҙың йыш ҡына ауылға зыяны тейгән, халыҡтың нәмәһенә, малдарына тейгәндәр.Ҡарт күсеп ултырыр өсөн икенсе ер эҙләп,һыбай сығып китә һәм хәҙерге ауыл ултырған ерҙә бер бейек кенә тау итәгенә килеп сыға. Атынан төшә, ныҡ ҡына олоғайған ҡарт, хәл алырға тип ергә ятҡан. Шул саҡта, көнө бөтөп барғанын аңлаған микән, бәйет әйткән:
Бәйет тауы бигерәк бейек
Күктәргә тора тейеп.
(ҡыҙғанысҡа ҡаршы аҙағын иҫләй алманылар)
Аталары оҙаҡ ҡына ҡайтмағас, улдары эҙләп килеп, уны ошо тау итәгендә ятҡан килеш табалар. Ҡарт
"Мин ятҡан тау - Бәйет, итәге- мәйет булыр,"- тигән дә йән биргән имеш. Йәғни, мине тау итәгенә ерләгеҙ, -тип
уландарына әйткән. Аталары һүҙен тотоп, уландары уны ошо Бәйет тауы итәгенә ерләйҙәр, шул ерҙә ауылдың зыяраты барлыҡҡа килә.
Янһары ҡарттың Әфәнде исемле улы икенсе бер тауҙың итәгенә йорт һалып, шунда күсеп йәшәй башлай. Тау уның исеме менән йөрөтөлә башлаған.
Янһары ауылына йөҙө менән ҡарап ятҡан, әллә ней бейек булмаған бер тау бар, шуға уны Йөҙөкәй тигәндәр.


Буранбаев Рафаэл ағайҙан, 1952 йылғы, яҙып алдым. Бала сағында 1906 йылғы атаһы Дәүләтҡол Ҡарағоловтан ишеткән.

1декабрь 2020 йыл. Насима Сагитова әҙерләне