Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы тарихы (ғилми-тикшеренеү эше)

Викидәреслек проектынан

Инеш[үҙгәртергә]

Был ғилми–тикшеренеү эше Яңы Собханғол ауылының атамаһын өйрәнеүгә арналған. Илде, телде, тарихты белеү өсөн ер-һыу атамаларының барыһын да – боронғоларын да, һуңғыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу кәрәк.

Актуаллеге[үҙгәртергә]

Башҡортостан тәбиғәте менән танышырға тип килгән кешеләргә беҙ тәбиғәт ҡомартҡыларын күрһәтеп, уларҙың быуаттар төпкөлөнән килгән тарихи исемдәрен әйтеп бирә белмәһәк, легендаһын һөйләмәһәк, тарихыбыҙҙы һәм үҙ–үҙебеҙҙе һанға һуҡмау, топонимик мираҫыбыҙҙы күрәләтә юҡҡа сығарыу була.

Тикшеренеү объекты[үҙгәртергә]

Тарихи хәтерҙе һаҡлап алып ҡалған топонимия.

Тикшеренеү предметы[үҙгәртергә]

Халыҡ тарихы тураһында серҙәр һаҡлаған Янһары ауылы атамаһы һәм уның тирәһендәге микротопонимдар.

Маҡсаты[үҙгәртергә]

Ауылдың тарихи үткәнен өйрәнеү һәм киләсәк быуынға ҡалдырыу .

Бурыстар[үҙгәртергә]

Янһары ауылына ҡағылышлы легандаларҙы асыҡлау.

Янһары ауылы[үҙгәртергә]

Янһары ауылының барлыҡҡа килеу тарихы бай һәм ҡатмарлы. Был тарихтың ике варианты бар: беренсеһе-легенда, икенсеһе-рәсми документтарға нигеҙләнеп яҙылған ауыл тарихы.

Легендаһы: Бик күп йылдар элек Ағиҙел буйында “Иҫке ыҙма” тип аталған урында, дала яҡтарынан килеп Янһары ҡарт үҙенең улдары менән утар ҡороп ултырған. Утар урыны Янһары ҡартҡа оҡшап етмәгән, уның сәбәптәре лә булған, туғайҙы һыу баҫҡан, Ағиҙелдән урыҫтар ағас ағыҙған, ҙур баржаларҙа Ағиҙел үрендәге Үҙән, Әүжән, Белоретта ағыҙған суйынды түбәнгә ағыҙғандар. Ауыл халҡын баҫымсалыҡ иткәндәр. Ныҡ ҡартайғас, Янһары ҡарт улдарына ауыл төҙөп ултырыу өсөн уңайлыраҡ урын эҙләргә булған. Берҙән-бер көндө ул, һыбай,утарҙан сығып, хәҙерге ауыл ултырған урынға килгән. Бәйет тауы итәгендә ул атынан төшкән һәм хәл алыр өсөн ергә ятып торған, бәйет әйткән:

Бәйет тауы бигерәк бейек
Күктәргә тора тейеп.
Бәйет тауы итәгендә
Йәшәй күп төрлө кейек.

Аталары оҙаҡ ҡайтмай торғанға улдары хафаланып,эҙләргә сыҡҡандар һәм Янһары ҡартты Бәйет итәгендә тапҡандар. Ҡарт:” Мин ятҡан тау - Бәйет,итәге-мәйет булыр” – тигән. Улдары Янһары ҡартты ошонда уҡ хөрмәтләп ерләгәндәр,аталарының васыятына тоғро булып,ул әйткән хәҙерге ауыл урынына кусеп ултырғандар. Ауылды Янһары тип атағандар.

Рәсми документтарға ҡарағанда,Яңы Собханғол ауылын аҫаба ер биләүсе хәҙерге Баймаҡ районының Этҡол ауылы кешеһе йөҙ башлығы Собханғол Килдәкәйев нигеҙләнгән.

Беҙҙең яҡта Собханғол Килдәкәев үҙенең хеҙмәттәше Мотай Айытҡолов һәм башҡа бөрйән кешеләре менән Ағиҙел һәм Ырғыҙлы йылғалары буйындағы ерҙәрҙе борон Сиверс һәм Тимашевҡа Вознесенск баҡыр иретеү заводы төҙөү өсөн һатыуҙа ҡатнашҡан. Хәҙерге ауыл торған ерҙең бай тәбиғәте ҡарағай урманы, ҡиммәтле тиреле йәнлектәре, уңдырышлы тупраҡлы туғайҙары һәм һыу юлы, балыҡҡа бай Ағиҙел һәм йылғалары Собханғол һәм уның юлдаштарын ҡыҙыҡһындырғандыр, моғайын, һәм улар ошо ерҙәргә күсеп ултырырға ҡарар иткәндәр.

Собханғол һәм Этҡол ауылы кешеләре ҡан-ҡәрҙәштәр. Собханғолдоң улдары Мырҙабай, Тулыбай, ҡустыһы Мәулет. Уларҙың улдары Яңы Собханғол күсеп ултырғандар. Һуңынан Ҡолдәүләтовтар, Ишбаевтар, Ҡунаҡҡужиндар, Ромашевтар, Касаевтар күсеп килгәндәр. Шулай итеп, Собханғол утары 1795-1811 йылдарҙа ауылға әйләнә.

Шул уҡ йылда Собханғолдан Алағуян йылғаһы тамағына тиҫтәгә яҡын ғәилә күсеп ултырған. Яңы барлыҡҡа килгән ауыл Иҫке Собханғол тип аталған. Яңы бүленеп сыҡҡан ауылды Яңы Собханғол тип атарға кәрәк булған. Шулай итеп, Яңы һәм Иҫке Собханғол ауылдары барлыҡҡа килгән.

Ауылыбыҙҙың өс исеме: Яңы Собханғол, Янһары, Ҡомйылға.

Ауыл халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән. Ауыл халҡы йәйге осорҙа Сыуаҡбикә, Серәкәй, Буҙбейә йәйләүҙаренә күсә торған булған.

Мираҫ ҡотоғо[үҙгәртергә]

Ауыл халҡы, йыл һайын ауылды һыу баҫҡас,Ағиҙел буйындағы туғайҙан хәҙерге урынға Яңы Собханғолға күсеп ултырғас, һыуҙы тик бер шишмәнән-улаҡтан ала торған булған. Ләкин ауыл халҡына улаҡтың һыуы ғына етмәгән. Шуға күрә икенсе һыу сығанағы эҙләргә кәрәк булған. Ғәлемырҙа ҡарт үҙҙәренән алыҫ булмаған урында сығып ятҡан бәләкәй шишмәне үҙенең туғандары менән таҙалап, шунан һыу ала башлағандар. Ҡарт уландарына: “Шишмәне мин һеҙгә мираҫ итеп ҡалдырам” – тигән. Имеш, шунан алып шишмә “Мираҫ ҡотоғо” тип аталыпкиткән. Әлеге көндә был шишмәне «Улаҡ шишмәһе» тип йөрөтәләр.

Ғәле тауы[үҙгәртергә]

Был хәл һуғыш йылдары барған мәлдә булған. Ауылда Ғәле исемле бер кеше йәшәгән. Ул тәбиғәтте яратҡан.Шуға күрә лә ошо тауға көн һайын еләк йыйырға, йә бәшмәккә менгән. Ул был тауға һәр көн менеп ултырыр булған, шуға күрә лә был тауҙы “Ғәле тауы” тип атайҙар.

Ғәлемырҙа тауы[үҙгәртергә]

Был тау итәгендә өйҙәр булған.Унда оҫта һунарсы Ғәлемырҙа бабай йәшәгән.Был ҡарт, ауылда колхоз ойошторолғас, колхоздың беренсе рәйесе итеп һайлана.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һуғышта бер ҡулын ҡалдырып ҡайтҡан.Шулай булыуға ҡарамаҫтан,Ғәлемырҙа ҡапҡан һалып,күп тапҡырҙар айыу йә бүре алғылай торған булған. Ҡарт һунарға үҙе ултырған тау аша йөрөгән булған, шуға ла уның исеме менән йөрөтәләр. Тауҙың итәгендә әле лә Ғәлемырҙа бабайҙың ейәндәре донъя ҡороп йәшәп яталар.

Әфәнде тауы[үҙгәртергә]

Ауылда ярлы, ләкин бик бур Кеше йәшәгән. Ул ауылдағы байҙарҙың ваҡ малдарын урлаған. Ул урлаған малын тау артындағы үҙәндә һуйып, итен йәшерер булған. Итте ашап бөткәс, был кеше мал хужаһына: Әфәнде, малыңды мин урланым, - тип әйтә торған булған. Шунан алып был тауҙы Әфәнде тип атап йөрөтәләр. (Был мәғлүмәтте бабайым Фәйзулла Йомағужа улы Мырҙабаев Янһары ауылы кешеһе Балдыбаева Нәғимә өләсәйҙән яҙып алған.)

* Башҡарҙы: Вәлиева Илзидә,Яңы Собханғол дөйөм урта белем биреү мәктәбе 9 синыф уҡыусыһы,

  • Етәксеһе: Мортазина Г. З. 2022 йыл