Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы/Кеше тәненә, кейем өлөштәренә оҡшатып яһалған атамалар
Уҡыу көйләүҙәре
Бүреле буйы, Кесе Нөгөш тамағы, Аҫҡараҡ тамағы, Бертеш, Еләклетүбә, Елдәрҡа, Ғәлийән үҙәге, Арҡа, Һыуыҡҡолаҡ, Кейәүҙәр үҙәге, Этаяҡ, Мулла түше, Ҡалыу мороно, Алағуян башы, Алағуян тамағы, Ҡәйнә теле (тёщин язык), Кепес, Сусҡаморон.
“Ер-һыу атамалары донъяһында оҡшатыу, сағыштырыу, метафора, образлылыҡ ҙур урын алып тора. Был алымдар ярҙамында кеше тәбиғәтте йәнле итеп күҙ алдына баҫтырған. Йәнле итеп күҙ алдына килтереү топонимик лексиканың бик боронғо булыуына ишаралай: йылғаның, тауҙың өлөштәре, йылға ҡушылдыҡтары кеше тәненә, кейем өлөштәренә оҡшатып әйтелә”, – тип билдәләне үҙенең хеҙмәтендә Р.Шәкүр.
Ысынлап та, буй, баш, арҡа, ҡултыҡ, һырт, аяҡ, ҡолаҡ кеүек кеше тәненә ҡараған һүҙҙәр ярҙамында бик күп атамаларҙа бар