Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы/Рәсми һәм рәсми булмаған исем йөрөткән топонимдар
Уҡыу көйләүҙәре
Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы/Ике төрлө (рәсми һәм рәсми булмаған (тәүге нигеҙ һалыусы йәки халыҡ телендәге) исем йөрөткән топонимдар Әбделмәмбәт – Ҡыпсаҡ, Игелек, Үҙән башы; Иҫке Монасип – Һарт; Яңы Монасип – Мишәр; Ғәҙелгәрәй – Шүлгән; Баҙал биҫтәһе – Финляндия; Яңы Мөсәт – Алағуянбашы, Берлек; Иҫке Собханғол – Бөрйән; Һарағы – үрге заповедник; Мораҙым – Аратау; Яуымбай – Ҡайнөй (ҡайын өй); Бәләкәй Ҡыпсаҡ – Кардон; Килдеғол – Һарағы; Яңы Собханғол – Янһары; Иҫке Мөсәт – Саҡмағош; Яңы Усман – Тарыуал; Нәби – Ҡуян; Үрге Нөгөш – Ямаш; Ағиҙел ҡасабаһы – поселок; Ябаҡ – Ишдәүләт. Халыҡ телендә был атамаларҙың икеһе лә йәшәй, хатта район үҙәген Бөрйән тип атауҙы уңай күрә, ә рәсми исеме Иҫке Собханғол бик һирәк ҡулланыла.