Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылына ҡараған сабынлыҡтар
Арыҡтай
[үҙгәртергә]Борон бер бай, өмәгә әйтеп, бесән саптырырға булған. Өмәгә, нигеҙҙә, осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләр йыйылған. Улар, был бай һимеҙ генә атын һуйҙырыр әле, тип уйлаған һәм бик тырышып эшләгән.
Бына ҙур ғына яланды сабып бөтөп, ашарға ултырғандар. Ләкин ит тарата башлағас, өмәселәр аптырап ҡалған: бай, өмәгә тип, ни бары арыҡ ҡына тай һуйҙырған.
Халыҡтың яман асыуы килгән һәм ошо бесән сапҡан ерҙе, байға мыҫҡыл итеп, Арыҡтай тип атағандар. Был урын ауылдан 4 саҡрым самаһында, Ямашҡа киткән юл буйында.
Эргәһендә Оло Нөгөшкә ҡойған, шул уҡ исемле йылға бар. Йылға ҡабағын енле урын, тиҙәр. Йә шәп аттар шул ҡабаҡҡа артылғанда сығынлай, шыбыр тиргә батып менә, йә ҡоро көндә лә техника менән көскә килеп сығалар. Бындай осраҡтар йыш булмай.
(1997 йылдаҒәлиәкбәр ауылында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улынан (1927 й.) Үтәғолова Филиә Ғаяз ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды һәм “Аманат” баҫтырып сығарҙы).
Һуғыш туғайы
[үҙгәртергә]Борон заманда Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән дә, ти бер бай. Уның малдары бик күп булған. Һыу эсергәндә малдарының бер осо кәртәһендә, икенсеһе һыуҙа булған, ти.
Бай бер ваҡыт Оло Нөгөш буйына бесән сабырға үҙенең кешеләрен өмәгә ебәргән. Барһалар, Кәбәс ауылындағы бер бай ҙа үҙ кешеләрен бесән сабырға ебәргән булған. Ул да бик бай йәшәгән. Малдары, көтөү-көтөү булып, яландарҙы тултырып йөрөгән.
Бына яланда ике байҙың кешеләләре осрашҡандар һәм, сабынлыҡ өсөн талаш сығып, ике арала һуғыш башланған. Һуғыш бик оҙаҡ барған һәм Ғәлиәкбәр байының еңеүе менән тамамланған.
Шунан башлап был туғайҙы Һуғыш туғайы тип йөрөтә башлағандар. Әле лә был туғай шул менән йөрөй.(1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).
Ҡондоҙбай
[үҙгәртергә]Был урын Емеш үлеге яланына яҡын яҡын ғына. Тәбиғәте лә матур, һоҡланғыс. Урмандың күп өлөшөн ҡайын, уҫаҡ ағастары алып тора.
Бына ошо урында Ҡондоҙбай тигән кеше бесән әҙерләгән. Уға, әлбиттә, ағас араһындағы ҡуйы үләнлек, был ерҙең емеш-еләккә бай булыуы оҡшаған.
Оҙаҡ йылдар буйына бында бесән әҙерләгәнгә, был ер уның хөрмәтенә Ҡондоҙбай тип атала башлаған. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).