Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылындағы таштар
Уҡыу көйләүҙәре
Йылға эсендәге һәм буйындағы ҙур таштар
[үҙгәртергә]Был таштар йылға эсендә, буйында бер-береһенә яҡын йәки төрлө урында урынлашҡандар һәм күләме ҙур булыуы менән айырылып торалар.
Ослоташ, Ба(о)тинкаташ, Эйәрташ, Аҡташ балаларҙың яратып һыу ингән ерендә – Суҡмуйылда.
Ни өсөн шулай аталыуы исемдәренән аңлашыла: оҡшатыу юлы менән яһалғандар.
Ҡыҙматаш та ошонда уҡ, һыу ситендә. Балалар һыуҙан сыҡҡас, бер нисәүһе бер юлы ятып ҡыҙыналар – ҡояшлы көндә таш эҫе була.
Һөрөмбәттәге Иҙән(өҫтәл)таш йылға эҫендә һәм оҡшатыу юлы менән яһалған. Уны берәүҙәр өй иҙәненә, ә икенселәр яҫы өҫтәлгә оҡшаталар