Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тарихи объекттар

Викидәреслек проектынан

Тарихи ваҡиғаларға бәйле асылған обелискылар

[үҙгәртергә]

1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск

[үҙгәртергә]

Тәбиғәт ҡомартҡыһына инмәгән дүрт объект бар. Улар Ғәлиәкбәр ауылы кешеләренең илебеҙ тарихына бәйле барлыҡҡа килгәндәр. Һүҙҙе боронғо осор тарихын сағылдырғанынан башлайыҡ. Мәктәп ихатаһына ингәс тә уң яҡта 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск тора. Ул мәктәптең тарих уҡытыусыһы Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы инициативаһы менән эшләнде.

1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полкы составында Ғәлиәкбәр ауылынан Ҡарағол Солтанғолов ҡатнаша һәм “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

З.Вәлиди төшөп йөрөгән йорт

[үҙгәртергә]

Икенсеһе – З.Вәлидигә бәйле урын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, З.Вәлиди төшөп йөрөгән йорт хәҙер юҡ һәм шул тәңгәлгә булһа ла таҡтаташ ҡуйылмаған.

Сәғитов Зәки Хаммат улының әсәһе Ғәйшә инәй йәшәгән йорт. 1990 йылдарҙың урталарына тиклем ныҡ булған. Ул үлгәндән һуң йортто һүтеп, бүтән маҡсатта файҙалана башланылар. Оло быуын был турала белә, ә йәштәр юҡ.

Бөрйән яғынан килеп, ауылға ингәс тә, штык формаһындағы обелиск күҙгә ташлана. Ул граждандар һуғышы осоронда язалап үлтерелгән ике йәш егет иҫтәлегенә ҡуйылған.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың хөрмәтенә обелиск

[үҙгәртергә]

1984 йылда 9 май байрамына Ғәлиәкбәр ауылы уҡытыусылары Әминев Фәрит Шәрифйән улы һәм Әминев Иҙел Ағзам улы тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар хөрмәтенә обелиск асылды.

Обелиск тәүҙә иҫке клуб алдында урынлаштырылды, һуңынан яңыртылып, кешегә күренеп торған урынға күсерелде. Еңеү байрамы тантаналары йыл һайын ошо обелиск янында үткәрелә