Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында һыу инеү урындары
Һыу инеү урындары
[үҙгәртергә]Нөгөш йылғаһы ҙур булмаған тау йылғаһы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның һәр бер бөгөлөнөң, тәрән ятыуының, шаршыһының атамаһы бар. Ауыл эсендә бала-сағаның яратып һыу ингән урыны була. Улар беҙҙең ауылда өс ерҙә. Был уның тәрәнлегенә бәйле.
Суҡмуйыл.
[үҙгәртергә]Элек ауыл эргәһендә лә Нөгөш буйы тотошлай әрәмәлек булған. Һуңғы йылдарҙа ул юҡҡа сыҡҡан тиерлек.
Ауылдың түбәнге осо ҡуйы муйыллыҡ менән ҡапланған булған һәм муйылы ла һәр ваҡыт уңған, кешеләр муйыл йыйыу өсөн алыҫҡа йөрөмәгән.
Йәй көндәре ауыл балаларының яртыһының тиерлек яратып һыу ингән урынының исеме ошо муйыллыҡҡа бәйле.
Һөрөмбәт
[үҙгәртергә]Һөрөмбәт ауыл уртаһында. Бында 1960 йылдарҙа туғайын һөрөп, тары сәскәндәр. Хәҙер был урын һай, һыу инмәһәләр ҙә, исемен халыҡ онотмай. Элегерәк хатта йәй көндәре лә ат йөҙҙөрөрлөк булған.
Аҫҡараҡ
[үҙгәртергә]Аҫҡараҡ йылғаһының Нөгөшкә ҡойған ере лә тәрән генә. Исеме шунан алынған.