Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы дромонимдары

Викидәреслек проектынан

Бөрйән юлы район үҙәгенә Күсоя аша һалынған, ә Ямаш юлы тип Үрге Нөгөш ауылына киткән юлдарҙы атап йөрөтөләр.

Һуҡмаҡтар

[үҙгәртергә]

Хәҙерге йәш быуын онотҡан тағы ине һуҡмаҡ бар. Улар икеһе лә Таҡыясусаҡ тауы аша һалынған.

1990 йылдарға тиклем халыҡ Бөрйән урман хужалығының Нөгөш лесничествоһы, мәктәп, “Шүлгән-таш” ҡурсаулығының тракторҙарына ҡарап торҙо.

Еңел һәм ауыр машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бала-саға ауылға машина килһә, эргәһенән китмәй ине.

Күп кеше ауылдан 45 километрҙа ятҡан район үҙәгенә йәйәү йәки һыбай йөрөнө. Таҡыясусаҡ аҫтындағы һуҡмаҡтар электән булған, сөнки юлды күпкә ҡыҫҡартып, Уртайортҡа сығаралар.