Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы тарихы
Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы. Ғәлиәкбәр ауылы 1850 – 1859 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1859 йылда 25 йортта 148 кеше йәшәгән, ә 1920 йылда – 66 йортта 337 кеше. Ауылдың исеме антропонимдан алынған. Тәүге күсеп килеүсе Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов һәм тәүге күсеп килеүселәр хәҙерге Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
Ауылдың исеменең барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә]Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендә ер-һыу атамалары бер нисә төркөмгә бүленә. Мәҫәлән, ауыл атамаһының килеп сығыуы тураһындағы риүәйәтте алып ҡарайыҡ. Уның ике варианты бар, икеһе лә Баймаҡ районы Темәс ауылынан күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминовҡа бәйле. Ысынбарлыҡҡа тап килгәне түбәндәгегеһелер.
Ғәлиәкбәр ауылы
[үҙгәртергә]Нөгөш йылғаһы буйына Темәс ауылынан бер боланан һуң Монаш исемле кеше күсеп килеп донъя көтә башлай. Мал көтә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Утарға башҡа яҡташтары ла күсеп ултыра һәм шунлыҡтан ҙурая. Хәлле кешеләре лә арта. Ауылға исем биреү кәрәклеге килеп сыҡҡас, һәр байҙың үҙ исемен ҡалдыр-ғыһы килгән, үҙ-ара талаш башланған. Монаш тәүҙә күсеп килеүсе булараҡ өҫтөн сыҡҡан. Ул, русса яҡшы уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, өйәҙ үҙәге Орскиға китә. Монаш, түрәләрҙе ризалатып, ауылға үҙенең исемен бирҙертеүгә килешә һәм ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ғәлиәкбәр байҙың тома наҙанлығын үҙ мәнфәғәте өсөн файҙалана – танытмаға үҙ исемен яҙҙыра. Ошонан алып ике быуатҡа яҡын ауылым Ғәлиәкбәр исемен йөрөтә.
Ә бына был риүәйәт Ғәлиәкбәр ауылына рәсми исем бирелгәнгә тиклемге атама тураһында һөйләй.
Иҫке ыҙма
[үҙгәртергә]Беҙҙең ауылдан алыҫ түгел был урын, үрге осонда ғына. Ниңә шулай атала икән ул? Беҙгә олатаһы Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улынан ейәнсәре Таңһылыу яҙып алып ҡалдырҙы. Элек, күсенеп килеп йәшәй башлағас, халыҡ ошонда, Аҫҡараҡ йылғаһы буйына, килеп ултырған, сөнки был урын хәҙергегә ҡарағанда бөтә яҡтан ышыҡ булған, килгән-киткәндәрҙең күҙенә салыныу мөмкинлеге булмаған. Аҙаҡ, халыҡ арта башлап, урын тарая башлағас, хәҙерге урынға күсенгәндәр. Шул урынды хәҙер Иҫке ыҙма тип йөрөтәләр. Ыҙма элек халыҡ йәшәгән урынды аңлатҡан.
Өсөйлө
[үҙгәртергә]Ауыл исеменә бәйле тағы ла бер исем менән танышып үтәйек. Өсөйлө тип бынан 15-20 йылдар элек ауылдың үрге осонда йәшәгән өс ғаилә йәшәгән ерҙе атайҙар ине. Өс өй ауылдан бер ни тиклем (300 метр самаһы) айырылып урынлашҡан булған һәм унда оҙаҡ йылдар өс кенә ғаилә йәшәгән. Бүтән өйҙәр төҙөлмәгән. Шуға ла Өсөйлө ауылы тип тә йөрөткәндәр, ә кешеләрен өсөйлөләр. Сит кешеләр, Өсөйлөгә барып киләйек тиһәң, аңламайҙар.