Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы тауҙары

Викидәреслек проектынан

Тау, уба, түбә исемдәре (оронимдар)

[үҙгәртергә]

Аратау

[үҙгәртергә]

Аратау ауылдың ҡап уртаһында тора. Исеме шунан алынған. Уның башына менеп ҡараһаң,ауылдың бөтә тирә-яғы, үрҙә һанап үтелгән топонимдар күренеп тора.

Ауылдың үрге осона сығып, Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер аша үткәс, текә тауға үреләһең.

1933 йылғы Әминев Ағзам Яхъя улы һөйләүенсә, ошо тауҙың битләүендә бер кешенең 100-ләп күсе булған һәм ҡорттары 200 батманға яҡын бал биргән. Шунан тороп ҡалған инде тауға үрелгәндәге текә уяға исем – Күсоя. Хәҙер район үҙәгенә төп юл ошонан үтә.

Мәсет тауы.

[үҙгәртергә]

1995 йылдарҙа төҙөлгән яңы мәсеттән аҫтараҡ элек мәсет булған. Октябрь революцияһынан һуң 1961 йылға тиклем мәсетте мәктәп итеп файҙаланғандар.

Яңы мәктәп төҙөлгәс, ул ташландыҡ хәлгә килә.

1984 йылда, ауылды йәмһеҙләп ултыра, тип бөтөнләйгә емереп ташланылар. 1980 йылдарҙың аҙағында ул урынға халыҡты хеҙмәтләндереү йорто төҙөлдө, һуңынан элемтә бүлексәһе булып китте.

Халыҡ телендә итәгендә элекке мәсет урынлашҡан тау әле лә Мәсет тауы тип йөрөтөлә.

Уралтау

[үҙгәртергә]

Беҙҙең Ғәлиәкбәр ауылы тауҙар араһында ултыра. Шуларҙың береһе Уралтау. Был тауҙың бер яғында туғай, эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға. Тауға бындай исем ни өсөн бирелде икән?

1-се вариант

Тау исеме Урал тигән егеттән алынған. Ул хәл бик элек булған. Урал бик оҫта һунарсы булған. Ул ошо тау башына менә лә тыуған еренә арнап көй сығарып уйнаған. Бер көн Урал, тауҙың ҡаялы еренә баҫып һыҙғырайым тигәндә,таш айырылып китә. Егет бик ҡурҡа һәм шәбәйә алмай үлеп ҡала. Шунан башлап тау Уралтау исеме менән йөрөтөлә башлай. (1941 йылда тыуған Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улы һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса алынды.)

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул арғы Аратау тип тә аталған, сөнки элегерәк әлеге Аратау ауылдың түбән осо булып, Уралтау тирәһендә халыҡ йәшәмәгән, был ерҙәр сабынлыҡ булған.

2-се вариант Яҙ көнө ине. Йыуаға йөрөй торғайныҡ. Ғәбитов Урал йыуаға барып, йығылып аяғын һындырҙы. Шул ваҡиғанан һуң ҡайһы берәүҙәр Урал тауы тип йөрөттөләр. Бөгөнгөләй хәтеремдә: гипс булмағанмы икән, Уралдың аяғына әллә ниндәй ағас ҡоршау ҡуйғайнылар(Шәүрә Әхмәҙиева апайҙың мәғлүмәттәре)

Ул тау Арғы Аратауине. Шәүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова)класындағылар , Зөһрә апайым, Урал Ғәбитов ағай класташтар.Уларҙың класындағылар һәр эштә бергә, берҙәм булырҙар ине. Бишенсеме, алтынсымы класта уҡыған саҡтарында иртә яҙҙан йыуаға барып, Урал ағай аяғын һындырып ҡайтты.Шунан беҙ үҙ-ара Урал тауы тип атап киттек (Көнһылыу апай мәғлүмәттәренән).

Кәзә тауы

[үҙгәртергә]

Ғәлиәкбәр ауылында элек кәзәләр бик күп булған. Улар иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем кәртәгә ҡайтып инмәгән. Ошо тау уларҙың яратҡан урыны: ел-ямғырҙан да ышыҡланғандар, эт, бүренән дә һаҡланғандар, төндө лә шунда үткәргәндәр. Шулай килеп сыҡҡан тауҙың аталышы.

Ҡалған ике тауҙың атамаһы ябай ғына: Зыярат тауы зыярат эргәһендә, ә Ямаш тауы – Үрге Нөгөш ауылына киткәндәге юл.

Һарат уяһы

[үҙгәртергә]

Бесән етмәгән йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылы халҡы малына урмандан йыла ташып ашата. Йыланың ҡайырын һәм сыбыҡ-сабығын көйөш малы яратып ашай.

Уны төбөнән үк ҡырҡмаһаң, бер нисә йылдан үргенләп, өс-дүрткә тармаҡланып,тағы ла үҫеп китә, ҡоромай.

1930 йылғы Күлбаев Әхмәт Мөхәмәт улының һөйләүенсә, элегерәк бер ҡарт, малына бесән етмәй башлағас, ауылдың ҡаршыһындағы Таҡыясусаҡ тауының бер уяһында йыла әҙерләгән.

Уны алып ҡайтыу өсөн, һары атын егеп, бик текә булһа ла, уя буйлап тауға менгән. Йыла тейәп алып төшөп килгәндә, йөк ныҡ этә. Аты сананы тота алмаған һәм, ҡаянан йөгө-ние менән осоп, шунда үлгән. Шунан ҡалған был уяның исеме.