Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы урамдары
Халыҡ телендәге урам йәки тыҡрыҡ тип атала.
Урамдар
[үҙгәртергә]Афғанистан, Пакистан исемле урамдар ауылдың әсе теллеләре арҡаһында килеп сыҡҡан. 1980 йылдарҙа ауылдың түбәнге осонда йәшәгән ике әбей, ныҡ ҡына талашып, оҙаҡ ҡына яраша алмай йәшәгәндәр. Был ваҡытта Афғанистан менән Пакистан араһында һуғыш барған була. Был әбейҙәр бер-береһенә яҡын, ләкин йырын аша йәшәгәндәр. Әсе теллеләргә шул етә ҡалған – йырындың бер Афғанистан, икенсе яғы Пакистан булып киткән. Быны йәштәр белмәй, ләкин ололарҙың хәтерендә: Пакистанға йәки Афғанистанға барам тиһәң аңлайҙар.
Тыҡрыҡтар
[үҙгәртергә]Эт тыҡрығының да исеме әсе теллелеккә бәйле. Ауыл ерендә өй һайын тиерлек эт тоталар.Ауылдың хәҙер Илдар Ғәбитов исемен йөрөткән урамда эттәр үтә күп булып, үткән кешегә, мал-тыуарға абалап, үтергә форсат бирмәй икән. Әсе телле генә бер инәй аптырағас, йәне көйөп, мин эттәр тыҡрығында йәшәйем, тип һөйләнгән. Халыҡ уны элә һалып алып, исемен дә йәбештереп ҡуйған. Тыҡрыҡтың атамаһы әле лә йәшәй, онотолмаған.