Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендәгеҡая, йылға.
Уҡыу көйләүҙәре
Үтәбикә ҡаяһы, йылғаһы (1-се вариант)
[үҙгәртергә]Бер бабайҙың Үтәбикә исемле ҡыҙы булған. Ауылдың байы уны һоратырға теләгән. Ҡыҙҙың ата-әсәләре риза булған. Улар ярлылыҡта ғына көн иткән. Ҡартайған көнөбөҙҙә, исмаһам, рәхәтләнеп йәшәп ҡалайыҡ, тип уйлағандар. Ләкин Үтәбикә риза булмаған. Ул, никах көнө килеп еткәс, сығып ҡаса һәм матур бер ҡая күреп ҡала. Шул саҡ бай эҙләп килә һәм уны күрә. Үтәбикә, етеп килгән байҙы күреп ҡалғас, Нөгөш буйында булған был ҡаяға йәһәт кенә менгән дә йылғаға ташланған. Шунан алып был ҡаяны Үтәбикә ҡаяһы, йылғаны Үтәбикә тип йөрөтәләр. Был йылға Нөгөшкә ҡоя.(2005 йылда 1958 йылғы Үтәғолов Ғаяз Хәмит улынан ҡыҙы Үтәғолова Фәйләрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).'
Үтәбикә ҡаяһы (2-се вариант)
[үҙгәртергә]Бер ҡарттың Үтәбикә исемле ҡыҙы булған. Шундай сибәр, егәрле ҡыҙҙы яулаусылар күп булған. Ауылдың иң бай кешеһе Үтәш мулла ла яусы ебәргәс, Тайып ҡарт уйға ҡалған. берҙән-бер ҡыҙын өсөнсө ҡатынлыҡҡа биргеһе лә килмәгән, үҙенең ҡартайған көнөндә, исмаһам, бай булғыһы ла килгән. Байлыҡ яғы еңгән: Тайып ҡарт ризалығын биргән. Ә үтәбикә риза булмаған, сөнки йәмһеҙ муллаға өсөнсө ҡатынлыҡҡа барғыһы килмәгән. Әммә атай кеше ҡыҙының һүҙенә ҡарап тормаған… Туй булаһы көндә Үтәбикә урманға ҡасҡан һәм бер ҡая янына килеп сыҡҡан. Аҫта таҫмалай Нөгөш аға. Ҡыҙ күп уйлап тормаған, ҡаянан ташланған. Ҡарт бик ҡайғырған, ләкин һуң булған. Үтәбикә һикергән ҡая уның исеме менән йөрөтөлә башлаған. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).'