Эстәлеккә күсергә

Викидәреслек:Нимә ул?

Викидәреслек проектынан

Ҡалып:Ҡағиҙә

Викидәреслек - нимә ул?

[үҙгәртергә]

Викидәреслек — асыҡ эстәлекле дәреслектәр йыйынтығы.

Дәреслектең төрлө мәғәнәләре булғанға күрә, бында төп аңлатма бирелә. Мәҫәлән, Шекспир әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡ инглиз әҙәбиәтенән дәреслек булһа, бындай текст Викидәреслек өсөн бармай.

Викидәреслек эсенә нимә инә

[үҙгәртергә]

Викидәреслеккә дәреслектәр, аннотациялы текстар, уҡытыу методологиялары һәм ҡулланмалар инә. Был материалдар ғәҙәти уҡытыуҙа, аккредитланған ойошмаларҙа, өйҙәге уҡытыуҙа, Викиверситеттың айырым курсы булып һәм үҙ аллы өйрәнеүгә яраҡлы.

Викидәреслеккә ҡағылмаған материалдар юйылырға тейеш.

Викидәреслеккә нимә ҡағылмай

[үҙгәртергә]

Викидәреслек — мәғлүмәт ҡыйлығы түгел

[үҙгәртергә]

Викидәреслеккә өйрәнеү өсөн материалдар һәм ҡағиҙәләр буйынса Википедияла баҫтырып булмаған, әммә мөһим материалдар урын алған. Мәҫәлән, һүҙлектәр. Интернет киңлектәрендә әүҙем эш алып барыу сәбәпле, теге йәки был һүҙҙең тәржемәһе булмағанға күрә, башҡорт википедистары бында һүҙлек төҙөп, уны тулыландырып барырға килеште.

Викидәреслек — энциклопедия түгел

[үҙгәртергә]

Викидәреслек — дәреслек, энциклопедия түгел. Дәреслек өйрәтергә тейеш.

Викидәреслек — ҡағыҙ дәреслек түгел

[үҙгәртергә]

Викидәреслек - ҡағыҙ дәреслек түгел, шуға күләме буйынса ниндәйҙер киҫәтеүҙәр юҡ.

Викидәреслек — һүҙлек түгел

[үҙгәртергә]

Викидәреслек - һүҙлек түгел, уның өсөн Викиһүҙлек проекты бар. Әммә Башҡортостан викимедиасылары төркөмө менән килешеп ҡуйылған тәржемәләр бында ҡуйыла.

Викидәреслектә цензура юҡ

[үҙгәртергә]

Викидәреслектә төрлө материалдар урын алған, уларҙың бәхәсле булыуы ла мөмкин. Һәр ҡатнашыусы дәреслектәрҙе мөхәррирләй ала, әммә урынһыҙ һылтанмалар, һалынмалар, текстар юйыласаҡ.

Аңлашылмаһа, нимә эшләргә

[үҙгәртергә]

Ҡағиҙәләр боҙола икән, түбәндәге ысулдарҙы ҡарағыҙ:

  • Мәҡәлә эстәлеген үҙгәртергә (ябай мөхәррирләү).
  • Мәҡәлә эстәлеген йүнәлтеүгә үҙгәртергә, ул ваҡытта бит тарихы һаҡланасаҡ.
  • Битте юйыуға тәҡдим итергә. Фекер алышыуҙа ҡатнашығыҙ.
  • Ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү дөйөм фекерләшеү нигеҙендә башҡарыла.