Википедия хәрәкәте стратегияһы — 2030
Рәсәйҙән Башҡорт википедияһыһы хакимы Зөфәр Сәлихов менән ирекмән вики-өләсәй Миңһылыу Абдуллина эстон википедистары саҡырыуы буйынса Эстонияла Халыҡ-ара викимедиа конференцияһында ҡатнашты. Рәсәй менән сиктәш урынлашҡан Нарва ҡалаһына йыйылдыҡ. «Викимедиа — Википедия хәрәкәте стратегияһы — 2030» тип аталған халыҡ-ара конференцияһына эстондар рус телле (рәсәй, башҡорт, татар, яҡут, эрзя) википедистарҙы саҡырғайны.
Төп ойоштороусы 32 йәшлек Каарел Вайдла (эст. Kaarel Vaidla) — Викимедиа проекттары ҡатнашыусыһы (Misosoof нигы менән), 2013 йылдың октябренән «Викимедиа Эстония» хәрәкәтенең башҡарыусы директоры. Уға конференцияны, практикум, семинарҙарҙы алып барырға инглиз теленән рус теленә һәм киреһенсә шәп һәм иркен тәржемә итеүсе иҫ киткес мөләйем һәм алыштырғыһыҙ оҫта Зоя Лукьянова ихлас ярҙам итте. Ул, беҙҙең шатлығыбыҙға ҡаршы, сығышы буйынса башҡорт-татар ҡыҙы булып сыҡты. Бала сағында Өфөгә (Черниковкаға) әсәһе яғынан өләсәһенә килеп йөрөгән. Атаһы — сығышы буйынса Пермь крайынан. Хәҙерге көндә Берлинда йәшәй, юғары белемде лә Германияла алған. Германияла һәм башҡа сит илдәрҙә НКО-коммерцияға ҡатнашы булмаған ойошмалар төҙөргә ярҙам итәм тине. Беҙ уның компьютер кеүек, бер яңылышмай, инглиз теленән рус теленә һәм киреһенсә тәржемә итеүе хайран ҡалдырҙы. Эстон википедистарының күпселеге инглиз телендә иркен аралаша, рус телендә өстән бер өлөшө һөйләшә һәм аңлай. Һәм тағы шуны өҫтәп әйтер кәрәк: эстон википедистары араһында 65 һәм 75 йәшлек, икеһе лә Юхан исемле, ике вики-олатай бар ине. Осрашыуҙы асҡанда уҡ конференцияның төп бурысы тип Викимедиа-Википедия структураһын һәм программаһын үҙгәртеү йүнәлешен һайлау, диалог, мультилог, чартер-диалог кәрәклеге билдәләнде. Трастар, осрашыуҙар, конференциялар ғына рефлексияға һәләткә юл аса тиелде.
Хәҙерге замандың глобаль донъяһында белем сервисҡа әүерелде, һәм ул мәҙәни һәм сәйәси контексҡа эйә.
Һәм глобаль белем осоронда википедистар хатта төбәк структураһына тап килгән белем формаларын уйлап сығарырға тейеш. 9 блокка бүленгән хәрәкәт стратегияһы командаһы һәм 9 эшсе төркөм стратегик үҙгәрештәр өҫтөндә эшләй. Эшсе төркөмдәр 9 тематик өлкәлә үҫешә. Бынан тыш тағы ҡулланыусы төркөмдәр бар. Эшсе төркөмдәрҙең һәр береһенең роле һәм бурыстары бар: хәрәкәт структураһы, идара итеү, лидерлыҡ. Партнёрлыҡ нигеҙендә хеҙмәттәшлек итеү, асыҡ фән һәм белем еткереү ята. Ресурстарға стипендия, гранттар бүлеүҙе ҡарай. Килем ағымы ла аҡсаға бәйле (финанслау моделдәре, донорҙар). Йәмғиәт сәләмәтлеген ышаныс, ихтирам тәьмин итә. Аҡ таптарҙы тултырыу өҫтөнлөктәр төрлөләнеүенә ҡарай. Ирекмәндәр йәлеп итеүҙе, ойоштороу үҫешен потенциалдар үҫтереү тип атап була. Продукт һәм технологияларға инжиниринг платформаһы, программа тәьмин итеүҙе эшләү кәрәк. Беҙ Викимедианың бөтә мөмкинлектәрен дә етерлек хоҡуҡи сиктәрҙә һәм кимәлдә файҙаланмайбыҙ. Мәҫәлән, Азия википедияһы һәм Рәсәй википедияһы нисек эшләүе тураһында мәғлүмәт аҙ...
Тимәк, төрлө вики-берҙәмлектәр генә Википедияны булдыра. Каарел Вайдла сығышынан
.
Эстон википедияһы вәкилдәре, тыуған илдәренән генә түгел, Испаниянан, Американан да килгәйне. Шулай уҡ Латыш википедистары ла ҡатнашты. 27 июлдә Тойла шифаханаһында барған фекер алышыуҙа түбәндәгеләргә иғтибар ителде:
1)Викимедиа структураһы нимә ул?
2)Ҡатнашыусыларҙы нисек дәртләндерергә?
3)Яңы ҡатнашыусыларҙы нисек йәлеп итергә?
Каарел Вайдла инглиз телендә былай тине: «Беҙ 15 йыл инде етерлек уңышлы эшләйбеҙ. Әйтер кәрәк, глобаль структура, шулай уҡ Рус википедияһы өсөн дә, мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ асыҡ йәмғиәттәге процестарҙа һәм уны үҙгәртеүҙә ҡатнаша аласаҡбыҙ. Глобаль процестарҙа аҙ һанлы халыҡтар телдәре ҡатнашырға тейеш». Икенсе көндә лә, ниндәй йүнәлеште көсәйтергә, ниндәй трендтар бар тигән һорауҙарға яуап эҙләнек. Шул һорауҙарға яуап биреү маҡсатында Терәк схема төҙөлдө: 1.Ресурстар.
2.Кемдәр системала (берләшмәләр, стейкхолдерҙар)? Уларҙың йоғонтоһо? Инновацион потенциал ҡайҙа? Ниндәй хәрәкәт кәрәк?
3.Ҡағиҙәләр.
4. Эш һөҙөмтәләре.
5. Система эсендә үҙ-ара бәйләнештәр.
Википедияның үҙенсәлеге: «Һәр кем мөмкинлегенә ҡарап бирә, ихтыяжынн сығып ала» принцибынан. Бынан сығып әйткәндә, әгәр коммерция файҙаланыуындағы ирекле лицензиябыҙ булһа, викимарафон өсөн тренингтар ойошторолһа, ҡатнашыусыларҙан торған бәләкәй кластер булдырылһа…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай мөмкинлектәр, ирекмәндәр инициативаһын ыңғай хуплау юҡ кимәлендә. Бөтә эш википедистарҙың ныҡышмалылығы, бирелгәнлеге арҡаһында алға бара.
Викимедиа үҫешенең алдағы мәсьәләләре:
-Ҡатнашыусыларға Рәсәй буйынса йөрөр өсөн туранан-тура билет менән ярҙам итергә.
-Викимедиа проекттарын формаль белем алыуға әйләндерергә.
-Берләшмәләрҙең кире бәйләнеше (яраҡлаштырыу, синхронлаштырыу).
-Глобаль стратегияны ғына түгел, ағымдағы мәсьәләләрҙе лә хәл итергә.
-Индивидуаль Гранттар системаһын йәнләндерергә.
-Исмаһам БМО телдәре буйынса диспетчер кәрәк (Википедия мәсьәләләрен проблемалы илдәрҙә хәл итеү: — дәртләндереү — буклеттар, сувенирҙар — системаһын эшләү).
-Төрлө илдәр википедистары менән партнёр бәйләнештәре булдырыу.
-Глобаль танылыу (бәләкәй берләшмәләрҙең глобаль конференцияларҙа ҡатнашыуы һәм урындағы хабтар өсөн фондты ҡулланыу, индивидуаль статус тәғәйенләү).
−100 төҙәтеү өсөн системалы мотив (мәҫәлән, конференцияға барыу) билдәләү.
-Проект-ара конфликттарҙы булдырмау.
-Саралар өсөн тренингтар (коучтар) ойоштороу.
Германияла модераторҙар бар. Рәсәйҙә физик шәхестәр өсөн Гранттар кәрәк.
Был осрашыуҙың үҙенсәлеге шунда: ул тәүге тапҡыр глобаль кимәлдә фекер алышыуҙан (патерне) торҙо.
- Бәләкәй тел төркөмдәре, уларҙың википедиялағы урыны
- Ҡатнашыусыларҙы нисек дәртләндерергә һәм нисек итеп яңы ҡатнашыусыларҙы тотоп ҡалырға?
- Конкрет проекттар һәм инициативалар буйынса нисек бергә һәм ҡулалмаш эшләргә?
Чечен Викпедияһы, мәҫәлән, идеология йәки сәйәси яҡтан таҙартып, үҙенең ҡатнашыусылар составын ҡырҡа үҙгәртте.
Татарстан википедияһы вәкиле 18 йәшлек Тимерхан, Фәрхәт Фәтҡуллин «Йыл википедисы» тип танылғандан һуң, хөкүмәт даирәләренең уларға йөҙ менән боролоуы һәм, википедияға ирекмәндәр йәлеп итеү маҡсатында, мәғариф учреждениеларында түңәрәктәр, факультативтар индереү мөмкинлектәрен эҙләйҙәр тине.
Эстон википедистары араһында юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла булғанлыҡтан, улар студенттарына курс һәм диплом эштәрен википедия эшмәкәрлеге менән бәйле башҡарыуҙы тәҡдим итәләр.
Конференцияны йомғаҡлап, Протоколға түбәндәге мөһим мәсьәлә индерелде: Төрлө илдәр хөкүмәттәре менән үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттә эшләргә.
Украин википедисы Эвген Букет менән Палдиски ҡалаһын үҙ аллы барып күреү бәхетенә ирештек. Салауат батырҙың һәйкәле, уның исемен йөрөткән урам янында фотоға төштөк. Күңелдә хистәр бураны тулҡынды. Донъя күреп, яңы ынтылыштарға байып ҡайттыҡ. («Башҡортостан» гәзитенә баҫтырыу маҡсатында Миңһылыу Абдуллина яҙҙы).