Дегәнәк (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ауыҙы юҡ — әҙәм тешләр.
- Бер йомғаҡта мең энә.
- Йәбешкәнгә лә йәбешкән,
Йәбешмәгәнгә лә йәбешкән. - Юл буйында ҡарт бабай
Ҡармаша ла һәрмәшә. - Юл буйында бер бабай
Тәки мине ҡармалай. - Юл буйында бер бабай —
Тейгәнгә лә тейә,
Теймәгәнгә лә тейә. - Юл сатында Юламан,
Урала ла сырмала. - Болонлоҡта көсөк ята,
Балағыма йәбешеп ҡайта. - Яланда, япанда
Яман бүре ултыра. - Еҙ мыйыҡлы еҙнәм,
Сәнселмәйсә түҙмәм. - Еҙ мыйыҡлы еҙнәм кеүек,
Һағынып килгән кейәү кеүек. - Йомро-йомро терпеләр,
Һырып алды төлкөләр. - Уҡтау-уҡтау,
Башы суҡтау.
Ергә етмәҫ,
Етмеш ағас ботағы. - Алама башлы, тоҙ күҙле.
- Янына барһаң — йәбешә.
- Алдыңда атаң йоҙроғо.