Эстәлеккә күсергә

Динебеҙ хаҡында һорауҙар һәм ҡыҫҡа яуаптар (мосолман әхлағы)

Викидәреслек проектынан

ДИНЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҺОРАУҘАР ҺӘМ ҠЫҪҠА ЯУАПТАР

  1. Раббың кем? Яуап: Аллаһ.
  2. Кем һине бар ҡылған? Аллаһ.
  3. Һин кемдең ҡоло? Аллаһтың.
  4. Ҡайҙан беҙ бар булғанбыҙ һәм ҡайҙа барабыҙ? Аллаһтан килгәнбеҙ һәм Уға ҡайтарыласаҡбыҙ.
  5. Ни өсөн беҙ барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ? Аллаһҡа хеҙмәт итер һәм ғибәҙәт ҡылыр өсөн.
  6. Аллаһҡа хеҙмәт итеү нимәне аңлата? Тимәк, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу, Бәйғәмбәребеҙ юлынан барыу һәм ерҙәге тормошта Аллаһтың берҙән-бер дине Исламда булыу.
  7. Ни замандан һин мосолманһың? Әлхәмдүлилләһ, «Ҡалу Бәлә» заманынан.
  8. Ни аңлата «Ҡалу Бәлә» заманы? Ерҙе барлыҡҡа килтерер алдынан, Аллаһ Тәғәлә башта бөтә кешеләрҙең йәндәрен барлыҡҡа килтергән дә (беҙгә хәтлем булғандарҙың, әле барҙарҙың һәм киләсәктә тыуасаҡтарҙың) үҙ ҡаршыһына саҡырып:- Әләсту бираббикум? (Минме һеҙҙең Раббығыҙ?) - тип һораған.- Эйе, һин беҙҙең Раббыбыҙ! Беҙ һиңә буйһонасаҡбыҙ, һәм һинән генә ярҙам һораясаҡбыҙ, - тип яуаплағандар йәндәр. Был «Ҡалу Бәлә» заманы.
  9. Аллаһ ниндәй? Аллаһ бер.
  10. Ҡайһы диндән һин? Минең динем - Ислам.
  11. Китабың? Изге Ҡөрьән.
  12. Ҡиблаң? Ҡәғбәтулла Мүәззәмә (Бөйөк).
  13. Һин кемдең нәҫеленән? Бәйғәмбәребеҙ Әҙәм(ғәләйһиссәләм) нәҫеленән.
  14. Һин кемдең өммәтенән? Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи вә сәлләм) бәйғәмбәр өммәтенән.
  15. Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи вә сәлләм) бәйғәмбәрҙең атаһының исеме кем булған? Абдуллаһ.
  16. Әсәһенең исеме кем булған? Әминә.
  17. Уны имеҙеп үҫтергән ҡатындың исеме кем булған? Хәлимә.
  18. Уның олатаһының исеме кем булған? Абдул-Мотталип.
  19. Бәйғәмбәребеҙ ҡайҙа тыуған? Мәккә-Мөкәррәмә ҡалаһында.
  20. Ҡасан тыуған? 571 йылдың 20 апрелендә.
  21. Бәйғәмбәребеҙҙең ата-әсәһе ҡасан вафат булған? Атаһы бәйғәмбәр тыумаҫ борон, ә әсәһе - Уға 6 йәш саҡта.
  22. Уға нисә йәш саҡта бәйғәмбәрлек килә? 40 йәшендә һәм 23 йыл эсендә был вазифаны тәүәкәлләп ҡуя.
  23. Нисә йәшендә бәйғәмбәребеҙ вафат булған? 63 йәшендә.
  24. Уның ҡәбере ҡайҙа? Мәҙинә әл-Мүнәүәрә (Нурлы) ҡалаһында.
  25. Бәйғәмбәребеҙҙең нисә балаһы булған? Ете балаһы булған. Ҡыҙҙары: Зәйнәп, Роҡия, Өммөгөлсөм, Фатыма. Малайҙары: Ҡасим, Абдуллаһ, Ибраһим. Фатыманан башҡа, бөтә балалары үҙе иҫән саҡта вафат була.
  26. Беҙҙең өсөн бәйғәмбәребеҙҙең ҡатындары кем? Бөтә мосолмандарҙыңда әсәләре булып иҫәпләнә.
  27. Бәйғәмбәребеҙҙең беренсе һәм һуңғы ҡатындары кем булған? Беренсеһе - Хәҙисә, һуңғыһы - Ғәйшә.
  28. Бәйғәмбәребеҙҙең нисә ейәне булған? Ҡыҙы Фатиманан тыуғандар: ике ейәне - Хәсән һәм Хөсәйен, ике ейәнсәре - Зәйнәп һәм Сөкәйнә.
  29. Улар кемдең балалары? Ғәли (раҙыаллаһу ғәнһү) менән Фатыма (раҙыаллаһу ғәнһәнең) балалары.