Дин ул — нәсихәт (мосолман әхлағы)
Дин — ул нәсихәт
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән: «Нимә ул дин?» — тип һорағандар. Ул оҙон-оҙаҡ аңлатып тормаған, ә мәҡәл кеүек ҡыҫҡа, тос итеп: «Дин — ул нәсихәт», — тигән. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ә әҙәм балаһы бындай өгөткә һәр ваҡыт мохтаж.
Нәсихәт төрлө була: атай-әсәйҙеке, өләсәй-олатайҙыҡы, туғандарҙыҡы, етәксенеке, иптәштәрҙеке. Бөтөнөһө лә кеше тормош юлында аҙашмай, тура юлдан барһын, хата эшләмәһен, ауырлыҡҡа бирешмәһен, бәхетле булһын тигән ниәттә әйтелә. Ә иң юғарыла — Аллаһ Тәғәләнең өгөтө.
Әҙәм балаһы тормошта һәр саҡ кемдәндер өлгө ала. Иң тәүҙә — атай-әсәйҙән, яҡындарынан. Ғаиләлә туғандар бер-береһен үрнәк итә, белмәгәне белгәненән өйрәнеп үҫә. Беҙ, Совет осоро балалары, күберәк әҙәби геройҙарҙан өлгө алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың ил именлеге өсөн көрәшкән батырҙары үрнәк булып тора. Әкиәттәребеҙҙә, эпостарыбыҙҙа ла ҡаһарманлыҡҡа, илһөйәрлеккә, милләтте, телде һаҡлау мәсьәләләренә ҙур урын бирелгән.
Ә Аллаһ Тәғәлә был йәһәттән динен, ошо тәғлимәтте халыҡҡа өйрәтеү өсөн пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған. Беҙгә Ислам динен индереүсе — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Диндең эсендә әхлаҡ төшөнсәләре, милләт-ара, ғаилә мөнәсәбәттәре ята. Һәр дәүләттең үҙ ҡанундары бар, улар халыҡҡа күпмелер ваҡыт хеҙмәт итә, яңыртыла. Ә Аллаһ Тәғәләнең ҡанундары буйынса мосолман иң тәүҙә уның ҡушҡандарын үтәй, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт гәләйһис-сәләмдең күрһәткән юлынан бара, шулай уҡ, дәүләт ҡанундарын да ихтирам итеп, илдең терәге булып йәшәй. Тимәк, һәр ваҡытта бер-беребеҙгә өгөт-нәсихәттә булырға, «яҡшы һүҙ — йән аҙығы» тигән мәҡәлде онотмаҫҡа, күркәм өлгө күрһәтергә тейешбеҙ. Шулай булғанда, Аллаһ бирһә, илдә, ғаиләлә бәрәкәт булыр, әхлаҡ, иман нуры һүнмәҫ, милләт-ара татыулыҡ нығыныр, Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә үә бәрә-кәтүһ! Амин.