Иҫәнсапҡан бите
Ослотау битенең үрге осонан, Бикташ урамының башынан Иҫәнсапҡан башлана. Ҡасандыр был ерҙә Иҫән исемле кеше йәшәгән, уның сабынлыҡтары шул ерҙән үк башланған, тау итәгендә бесән күбәләре торған.Тау бите еләклек, ағастар араһында бөрлөгән, ҡурай еләге, урман сәтләүеге уңа.Әле лә Иҫәнсапҡан битенән балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә күнәкләп ер еләге йыя.
Хәниф ҡойоһо (Иҫәнсапҡан ҡойоһо)
Өйҙөрәк йылғаһының ярында, Иҫәнсапҡан эргәһендә ҡойо бар.Тәүҙә уны Иҫәнсапҡан ҡойоһо тип,һуңынаныраҡ Хәниф ҡойоһо тип йөрөтәләр. Бикташ урамының үрге осонда Кәримов Хәниф Миниәхмәт улы ҡатыны Фәриҙә менән матур итеп донья көткәндәр, балалар үҫтергәндәр. Хәниф бабай тәмле һыулы ҡойоно таҙартып, кәртәләп, тәрбиәләп торған.Халыҡ ҡойоноң тәүге исемен онотоп, Хәниф ҡойоһо тип йөрөтә уны.Әле лә шишмә үҙенең бөтмәҫ сылтыр йырын йырлап ағып сыға ла Өйҙөрәк йылғаһына йүгерә.
Оло имән
Был ерҙең атамаһының аңлатмаһы ябай ғына.Ҡасандыр унда бик йыуан, бейек,оло имән үҫеп ултырған.Ул яҙын иң аҙаҡтан япраҡ ярған, көҙөн япраҡтарын ҡойоп, етемһерәгән.Хәҙер ул имән юҡ инде. Уның урынына имәндең ейән-ейәнсәрҙәре –йәш имәндәр үҫеп етеп, оло ағастарға әүерелгәндәр.Ләкин халыҡ хәтерендә уның исеме-Оло имән.(Кәримов Минеғәзим Ғәфүр улынан Хәлилов Линар яҙып алған)
Урҡар, Оло Урҡар,Бәләкәй Урҡар
Ҡоръятмаҫ ауылы тирәһендә “ҡар”,” ҡул”,” үр”, “түбә “ ,”бит”һүҙҙәре ҡушылған атамалар байтаҡ.Ҡар ҡулы, Сығыш ҡулы, Иген ҡулы, Ильяс ҡулы,Шәрифҡул,Сығыр ҡулы,Урҡар,Оло Урҡар, Бәләкәй Урҡар, Һикәлтәле Урҡар,Өстүбә, Яңғыҙтүбә,Төн бите,Сыпай бите һ.б.
“Борон замандарҙа Оло Урҡар, Урҡар, Бәләкәй Урҡар, Улаҡлытау бите урман менән ҡапланған булған. Тау бите кереп аҙашырлыҡ урман булды тип һөйләйҙәр ине ололар” (Ғәззәбаныу Ғәбделкәрим ҡыҙы Ғәйнуллина Һөйләгәндәрҙән)
Урман араһында яҙын ҡар тиҙ иремәгән, йәй уртаһына тиклем ятҡан. Шунан килеп сыҡҡан да инде “Ур ҡар –ҡарлы үр(түбә,баш)”.
Хәҙер был тауҙар шып –шыма башлы, тау араларында ҡойолар сығып ятҡан урындар.
Таштау
Урҡар, Бәләкәй Урҡар, Оло Урҡар тауҙарының дауамы булып, ауылдың төнъяғында ел-дауылдарға бирешмәй,үткәндәрҙең өнһөҙ шаһиты булып, Таштау тыныс ҡына төш күреп ята.Исеме үк уның ниндәй икәнлеге тураһында ҡысҡырып әйтеп тора: итәгендә ҙур-ҙур таштар , арыған юлаусылай,ярты юлда туҡтап ҡалғандар.Ҡайһылары, тауҙан кителеп, түбәнгә тиклем тәгәрәп төшкәндәр.Таштау башы ауыл халҡының көтөү көтөр урыны.Ауыл эсенән ҡараһаң, Таштау битендәге кешеләр шырпы башындай ғына булып күренәләр..
Иген ҡулы
Иген ҡулының икенсе атамаһы – Ҡарағайлыҡ.1956 йылда ултыртылған үҫентеләр хәҙер инде бейек, матур, һомғол ҡарағайҙарға әүерелгән.
Борон был асыҡ ер булған, унда иген сәскәндәр.Урман эсенә уйылып инеп, баҫыу һөрөлгән.Ҡул бөгөлөнә оҡшап торғанға “Ҡул,Иген ҡулы “тип атағандар.Хәҙер унда ҡатнаш урман :бер яҡта ҡарағай ағастары, икенсе яғында-ҡайын, сәтләүек, йүкә, саған үҫә.(Кәримов Мәхәмәтғәли Минәхмәт улынан яҙып алынған)
Василий аҡланы
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылға фронт барған ерҙәрҙән эвакуацияланған ҡарт-ҡоро, бала-саға, бисә-сәсәләр килгән.Халыҡ уларҙы буш өйҙәргә урынлаштырған, йә өйҙәш индергән.Донья булғас, тыуым-үлемһеҙ ҙә булмаған. Василий исемле ҡарт мәрхүм булып ҡалғас, ауыл халҡы уны мосолман зыяратына ҡуйҙырырға риза булмаған. Уның бер үҙен буш аҡланға ҡәбер ҡаҙып ерләгәндәр.Был урын шул көндән алып Василий аҡланы тип йөрөтөлә.