Эстәлеккә күсергә

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлихйән улы

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлихйән улы(Бөрйән районының Иҫке Собханғол, 24.01.1951—Өфө, 2.09.2011)- композитор, педагог, Свердлов ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты(1977), Башҡортостан композиторҙар Союзы ағзаһы(2000).

Биографияһы

[үҙгәртергә]

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлихйән улы 1951 йылдың 24 ғинуарында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Ул киң билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның бер туған ағайы.

Ғәзиздең ижади таланты бик иртә асыла. Туғыҙ йәшендә гармунда, аҙаҡ баянда уйнарға өйрәнә, ә 13 йәштән арыу ғына шиғырҙар ижад итә башлай. 1968 йылда Ғәзиз республиканың Хор йәмғиәтенең баянсылар курсына уҡырға инә.

Хеҙмәт юлын 1969 йылда тыуған ауылының культура йортонда башлай. Артабан Учалы районының данлыҡлы Байрамғол совхозының культура йортонда эшләй, “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертмейстры була.

Ансамбль менән бергә йыш гастролдәрҙә йөрөй. Бер үк ваҡытта Учалы балалар йортонда һәм Уральск ҡасабаһының музыка мәктәбендә музыканан уҡыта. Ижади коллективтар менән әүҙем эшләгәне өсөн күп һанда грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнә.

Талантлы музыкант 1977 йылда Свердлов ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты була. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ танылыу яулай, уның йырҙарын билдәле йырсылар – Нажия Аллаярова, Ильфак Смаков, Нәзифә Ҡадырова үҙҙәренең репертуарына индерәләр.

Композитор белеме алыу маҡсатында Ғәзиз Дәүләтбирҙин Өфөгә килә, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, унда композитор Заһир Исмәғилов класында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас, ул концертмейстр булып эшләй, 2-се һанлы Өфө музыкаль-педагогик колледжда һәм Өфө сәнғәт училищеһендә баян класы буйынса уҡыта. 2001-2007 йылдарҙа Фатима Мостафина исемендәге Башҡорт гимназияһында концертмейстр булып эшләй.

Ғәзиз Дәүләтбирҙин бик күп популяр йырҙар, инструменталь, камера-вокаль һәм хор әҫәрҙәренең, башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртеүҙәре авторы. 2000 йылда ул Башҡортостан композиторҙар Союзына ҡабул ителә.

120-нән артыҡ популяр йыр яҙып, композитор вокаль музыка өлкәһендә бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Билдәле йырсылар Вәхит Хызыров, Резеда Әминева, Фәнүзә Сиражетдинова, Фәрит Бикбулатовтар уның әҫәрҙәренең иң беренсе башҡарысылары булдылар.

Ул байтаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын симфоник оркестр һәм халыҡ инструменттары оркестры өсөн, хор капеллаһы башҡарыуы өсөн эшкәртте. Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың күп әҫәрҙәре Башҡорт хор капеллаһының хор өсөн даими репертуарына инде.

Уның Рауил Бикбаев шиғырына яҙған солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Мәңгелек” исемле ораторияһы Башҡортостан музыка тормошонда ҙур ваҡиға булып теркәлде.

Уның ҡурай һәм фортепиано өсөн пьесаһы, фольклорсы Мөхтәр Сәғитовҡа арналған тауыш, ҡурай, думбыра һәм фортепиано өсөн Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған ҡобайыры Республиканың күп милләтле сәнғәтен байыттылар.

Композиторҙың йырҙары радио һәм телевидениелә яңғыранылар һәм яңғырайҙар. “Китап” нәшриәтендә уның йырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

Ҡыҙғанысҡа күрә ҡаты ауырыу уның икенсе йыйынтыҡ өҫтөндәге эшен туҡтатты. Ул шулай уҡ ҙур әҫәр - башҡорт дастандарына нигеҙләнгән тарихи темаларға опера өҫтөндә эш башлаған була.

Ғәзиз Дәүләтбирҙин тормошта ғәжәйеп баҫалҡы, киң күңелле, намыҫлы кеше була. Кешеләр менән аралашҡанда йор һүҙле, оҫта әңгәмәсе булып хәтерҙә ҡалған. Ғәзиз Сәлих улы 2011 йылдың 2 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған төйәге Бөрйәндә ерләнгән.

Ижады буйынса ҡыҫҡаса белешмә

[үҙгәртергә]

Йырҙары:

  • "Балан" (Мәүлит Ямалетдинов, Зөһрә Алтынбаева, Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарына).
  • "Бөрйәнем — моңдар иле" (Мәҙинә Йәғәфәрова).
  • "Көтәм" (Радик Хәкимйәнов).
  • "Мамык шәл" (Земфира Мул-лағәлиева)
  • "Яҙҙар булһа" (Әнғәм Атнабаев).
  • "Күңелемде биләп алдың" (Мәүлит Ямалетдинов).
  • "Әсе йыуа" (Зөһрә Ҡотлогилдина).
  • "Төштәремә керә бөҙрәләрең" (Тамара Ғәниева).
  • "Көт һин, әсәй" (автор шиғыры).

Инструменталь әҫәрҙәре:

  • Ҡурай һәм фортепиано өсөн "Мәңгелек мәл" ораторияһынан ария-монолог.

Вокаль әҫәрҙәрен башҡарыусылар:

[үҙгәртергә]
  • И.Смаков, Ш.Хәмәҙинуров, Р.Ибраһимова, Р.Ишбаев, И.Хәбиров, Ф.Сиражетдинова, Р.Әминева, О. Килмөхәмәтов.

Композитор тураһында публикациялар

[үҙгәртергә]
  • Дәүләтбирҙина Т. Бәхет сере – тырышлыҡта : [композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тур.] / Тәнзилә Дәүләтбирҙина // Йәншишмә. – 2011. – 2 февр.
  • Зарипов Т. Бөрйәндең моңло һандуғасы : [композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тур.] / Т. Зарипов // Башҡортостан. – 2011. – 29 ғин.
  • Зарипов Т. Тыуған тупрағынан илһам алып : [композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тур.] / Т. Зарипов // Йәшлек. – 2011. – 25 ғин.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә]
  1. Своей музыкой он радовал сердца людей (К 65-летию со дня рождения композитора Газиза Давлетбердина, авторы Владимир Романов)
  2. Колесо времени. Газиз Давлетбердин
  3. Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге
  4. Газиз Давлетбердин
  5. Тыуған тупрағынан илһам алып