Эстәлеккә күсергә

Дәүләткирәй ҡарағайы

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Дәүләткирәй ҡарағайы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылындағы йөҙ йәштән үткән ҡарағай.

Ғәҙелгәрәй ауылының Шүлгән урамында Рәмзиә Әхмәтованың баҡсаһында йөҙ йәштән үткән ҡарағай ултыра. Ҡарамаҡҡа ябай ағас инде, ләкин төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ауылдың күргән-кисергәндәрен, унда йәшәгән кешеләрҙең барыһын да хәтерләй төҫлө. Ауылда барған тормошто шым ғына күҙәтә һәм йылдар балдағына тейнәй бара һымаҡ.

Хәлиуллин Дәүләткирәй Бәҙретдин улы

[үҙгәртергә]

Электән был ҡарағайҙы Дәүләткирәй ҡарағайы тип йөрөттөләр, әммә һуңғы ваҡытта был исем онотолоп бара. Ниҙәр күреп, нимәләр кисерҙе икән был ағасты ултыртыусы Дәүләткирәй олатай?.. Хәлиуллин Дәүләткирәй Бәҙретдин улы ауылға нигеҙ һалыусы Ғәҙелгәрәй Тимербаевтың бишенсе быуыны, 1893 йылда хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бала саҡ, йәшлек осоро ошо ауылда үткән. 1914 йылда беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, 21 йәшендә батша армияһына алынған. Бер йыл һуғышта йөрөгәс, 1915 йылда немецтарға әсирлеккә эләккән.

Әсирҙәр менән әңгәмә үткәргәндә, ишектән ингәндә башындағы фуражкаһы ишек башына эләгеп башынан төшә һәм фуражка эсенән кейеп йөрөгән түбәтәйе менән комиссия алдына килеп баҫа. Уның мосолман кешеһе икәнлеген белеп, немец баронына ат ҡараусы итеп бирәләр.

Ат йәнле, ҡара эшкә әрһеҙ Дәүләткирәйҙе немецтар әллә ни ҡыйырһытмайҙар: яҡшы ашаталар, кейендерәләр, һуңғараҡ немкаға өйләндерергә лә тырышып ҡарайҙар. Өс йыл әсирлектә йөрөү дәүерендә ул немецса һөйләшергә өйрәнә, уларҙың мәҙәниәтенең яҡшы яҡтарын да һеңдерә.

1918 йылда Германиянан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Граждандар һуғышы, 1921 йылғы аслыҡ осоронда юлбаҫарҙарға ҡаршы отрядта һуғыша.

1923 йылда Ҡотан ауылы ҡыҙы Менәүәрә өләсәйгә әйләнә. Ауылда колхоздар ойошторола башлағас, ҡустыһы Сәлимгәрәй менән тәүгеләрҙән булып колхозға инәләр.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны хеҙмәткә алалар. Өфөлә комиссия үткәндән һуң Стәрлегә трудармияға оҙаталар. Стәрлелә заводта эшләп йөрөгәнендә уны Министрҙар советында эшләп йөрөүсе Уразбаев күреп ҡала һәм улар һөйләшеп китәләр.

Уразбаев заманында Бөрйәндә леспромхоз директоры булып эшләгән һәм үтешләй Дәүләткирәй олатайҙарға фатирға төшөп йөрөгән булған.

"һин-урман кешеһе, тимер-томор араһында йөрөгәнсе, районыңа ҡайт, унда ла эш етерлек", - тип районға ҡайтарырға булышлыҡ итә. Бөрйәндә лә трудармия дауам итә.

һөйөш менән Ырғыҙлы араһында Ҡорҡырауыҡ тигән урында ағас ҡырҡалар. һуғыштан һуң ауылда барлығы 12 ғаилә ҡала. Ситкә киткән ауылдаштарҙы димләп, күптәренә ярҙам итеп, ауылды тергеҙеүгә тос өлөш индерә Дәүләткирәй ҡарт.

Антон битләүенә баҙ ҡаҙып, дегет ҡайнатыу эшендә лә эшләй. Дегет өсөн ағас мискәләрҙе үҙе яһай. Эш араһында ауыл халҡына күнәсек, тырыз, батман, тырма һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла эшләп бирер булған.

Урманға барғанда балтаһы һәр саҡ билендә була. Юлдағы йығылған ағастарҙы таҙартыу, юлаусыларға ҡамасаулаған сыбыҡ-сатырҙы киҫеү, йылғалар, шишмәләр аша баҫма, күперҙәр һалыуҙы кеше ҡушыуы буйынса түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса башҡара.

Ауылдағы Һарыла шишмәһенә улаҡтар эшләп һалыу, уны яңыртыу, һыу алышын тәртиптә тотоуҙы ла үҙенең бурысы һанап, күңел биреп эшләй.

Беҙ бала саҡта Һарыла йылғаһында ике улаҡ булды. Аҫтағы улаҡта кер сайҡанылар, эсәк йыуҙылар, мал эсерҙеләр. Өҫтәге улаҡҡа тик эсер өсөн генә һыуға йөрөнөләр.

Быларҙың барыһын да Дәүләткирәй олатай тәртиптә тотто, ябайлаштырып әйткәндә, халыҡты немец мәҙәниәтенә өйрәтте.

1950 йылдарҙа Байегетов Хәйбулла бабай менән парник эшләйҙэр һәм сана эшләүҙе юлға һалдылар. Ул парник 1990 йылдарға тиклем хеҙмәт итте.

Беҙ иҫ белгәндә олатайға 65 йәш ине. Пенсия йәшендә булһа ла, почта ташыны. Уның өсөн махсус ике тәгәрмәсле, рессорлы арба эшләп алғайны. Башҡа эшләгән арба-саналары ла еңел, ҡулланыуға уңайлы булды.

Балаларҙы яратты, кеҫәһендә һәр саҡ ирис кәнфите булыр ине. Ауыл халҡына ла һәр саҡ ғәҙел булды.

Көҙ еткәс, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы эйәртеп Аҡҡашҡа тауына баланға алып барып ҡайтыуы, фашистар концлагерын үтеп, иҫән-һау ауылға ҡайтҡан Ишморатов Абдулҡадир бабай менән ултыртҡан ҡарағайы төбөндә икәүләп мәрәкәләшеп немецса һөйләшеп ултырыуҙары бала саҡтың яҡты хәтирәләре булып иҫтә ҡалған.

Дәүләткирәй олатай 1967 йылдың ноябрендә 74 йәшендә донъя ҡуйҙы. Олатайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә ярты быуат.

Миннәхмәт Йомағужин, ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО УРАЛА.Июль, 2017.