Еләк-емештән урама

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Pecan Strudel profile, November 2009.jpg

Еләк-емештән урама — сөсө ҡамырҙан төрөп бешерелгән ризыҡ.

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • Аҡ он
  • Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
  • Аш содаһы
  • Тоҙ
  • Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)

Эслек төрҙәре[үҙгәртергә]

  1. Муйыл иҙмәһе
  2. Балан иҙмәһе
  3. Өрөк иҙмәһе
  4. Ҡара емеш (чернослив) иҙмәһе
  5. Еләк иҙмәһе
  6. Төрлө емеш иҙмәләренән ҡушымта

Эслек әҙерләү[үҙгәртергә]

Муйыл иҙмәһе. Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар. Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла.

Балан иҙмәһе. Кипкән балан булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар. Эслек ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Тәменә ҡарап шәкәр ҡушыла.

Еләк иҙмәһе. Яңы йыйылған йәки киптерелгән еләкте һөттә (һыу ҙа ла мөмкин) ебетеп, турағыстан үткәреп алалар. Тәменә ҡарап шәкәр ҡушалар.

Өрөк һәм ҡара емеште алдан һыуҙа ебетеп алып, турағыстан үткәрәләр.

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Урама өсөн сөсө ҡамыр әҙерләйҙәр. Ингредиенттарҙы (2-5) ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла.

Ураманың ҙурлығына самалап дүрткел формала йоҡа йәймә (0,5 см ҡалынлығында) йәйәләр. Эслекте лә йоҡа ғына итеп тигеҙләп һылап сығалар. Унан һуң йәймәне төрөп сығалар.

180—200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә йәки духовкала 30-45 минутта әҙер була.

Ризыҡтың дауаһы[үҙгәртергә]

Муйыл емеше көслө тәбиғи антибиотик булып тора. Ашҡаҙан-эсәк буйындағы сит-ят микробтарҙы, шеш процестарын баҫа.

Составындағы органик (лимон, алма һәм аскорбин) кислоталары организмдағы кислота-һелте нисбәтен көйләп кенә ҡалмай, иммун системаһын да нығыта.

РР витаминына бай булыуы, холестерин күләмен тейешле миҡдарҙа тоторға булышлыҡ итһә, калийы артыҡ һыуҙан арындыра.

Кальций менән калий икеһе бергә бөйөр эшмәкәрлеген, бүлеп сығарыу ағзаларының эшен сәләмәтлектә тоторға булышлыҡ итә. Яраларҙың бөтәшеүен тиҙләтә.

Балан емеше. Өлгөргән емештәрендә 32 процент инвертлы шәкәр, 3 процент дуплаусы матдә, 82 мг процент С витамины, изовалериан, каприл кислоталары, каротин, пектин матдәләре, витаминдар, микроэлементтар иҫәпләнә.

Балан йөрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда файҙалы. Һейҙек ҡыуығындағы ҡом-ташты ҡыуа.

Тамаҡ шешеү, йүткереү, тиф, үпкә сирҙәренән, һыуыҡ тейгәндә, бронхит, астма сирҙәренән шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауалай. Балан тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.

Өрөк иҙмәһе. Шәкәр, клетчатка, лимон, алма, аскорбин (вит С), салицил кислоталары. В1, В2, В15, Р, РР витаминдары, каротин, бик күп микдарҙағы А витамины, калий,йод берләшмәләре өрөктө ҡиммәтле дарыу рәттәренә ҡуя.

Ҡан составын көйләй, иммунитетты нығыта, тәбиғи антибиотик булып тора. Ҡан тамырҙарына холестериндың ултырыуынан һаҡлай, организмдан токсиндарҙы ҡыуып сығара.

Ҡара емеш (чернослив) иҙмәһе. Составында шәкәр (9 %), пектин (0,8 %), аҡһымдар (0,8 %), клетчатка (0,5 %), алма кислотаһы (1,3 %), В1, В2, Р, РР, С (10 мг%) витаминдары, каротин, натрий, калий, магний, фосфор, тимер (2,1 мг%) тоҙҙары бар.

Кипкән емештәрҙәге шәкәр (57,8 %), органик кислоталар (3,5 %), клетчатка (1,6 %), натрий ( 104 мг%), калий (864 мг%), кальцйя (80 мг%), фосфор (83 мг%), тимер (15 мг%) арҡаһында ҡиммәтле дарыу булып тора.

Йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан составы, ҡан баҫымы, аш-һеңдереү системаһы, бөйөрҙәр, бауыр, күреү һәләтлеге менән бәйле сирҙәрҙән дауалай.

Ревматизм,атеросклероз, подагра, яман шеш булғанда ярҙам итә. Иммунитетты нығыта, антиоксидант булып тора. Лечение черносливом

Еләк иҙмәһе. Еләктә С витамины, фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.

Ҡайын еләге ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәй­гәндә, аҙ ҡанлылыҡта, атеросклероз, туберкулез, шәкәр диабеты башланғанда дауа булып тора.