Еләк (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Барғанда йырлап бара,
Ҡайтҡанда илап ҡайта. - Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡыҙыҡай,
Ауыҙынан тамған ҡыҙыл ҡан. - Ҡыҙыл төймә таптым,
Ауыҙыма ҡаптым. - Алһыу битле йомро ҡыҙ,
Бикә түгел, бей түгел,
Уға башың эй, бөгөл! - Тау башында бер тәкә
Башын күтәрә алмай ята. - Ҡыҙыл-ҡыҙыл төймәләр
Келтен-келтен ултыра.
«Бөгөнгө көн алмаһалар —
Китәмен», — тип ултыра. - Йомро-йомро-йомро туп,
Йомро башлы ҡыҙыл туп.
Башы түбән һалынған,
Уға ҡыҙҙар ялынған. - Түңәрәк, түңәрәк шар кеүек,
Ҡыҙыл, ҡыҙыл ҡан кеүек;
Башы түбән һалынған,
Ҡыҙҙарға ҡарап ялынған. - Ҡара ерҙә ҡаҙан аҫтым —
Ҡайнамайынса беште;
Аҡыллыға йомаҡ әйттем —
Уйланы ла белде;
Аҡылһыҙға йомаҡ әйттем —
Тыңланы ла көлдө. - Мин ни күрҙем, ни күрҙем,
Көнгә бешкән аш күрҙем.