Эстәлеккә күсергә

Етен орлоғо

Викидәреслек проектынан

Етен орлоғо ярҙамында эсәктәрҙе таҙартыу

Кеше организмында эсәктәр мөһим роль уйнай – аш эшкәртеү барышында аҙыҡтан организм өсөн кәрәкле файҙалы матдәләрҙе һурып ала. Организмдың дөрөҫ эшләүе эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле. 75 йыл ғүмерендә кешенең эсәктәре аша яҡынса 100 мең тонна аҙыҡ һәм 40000 литр шыйыҡлыҡ үтә. Һөҙөмтәлә унда бик күп ағыулы матдә туплана.

Эсәктәрҙе таҙартыуҙың бик күп ысулы бар. Гидроколонотерапия ярҙамында уларҙы йыуҙыртыу күп ваҡытты ала, микрофлораһын боҙа, өҫтәүенә, ҡыйбатлы ғына процедура. Ҡайһы бер табиптар һәм диетологтар бер балғалаҡ етен орлоғонан әҙерләнгән ондо ҡулланырға тәҡдим итә. Ул өс аҙнала эсәктәрҙе таҙартырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ уның ярҙамында кәүҙә ауырлығын нормаға килтереп, май ҡатламдарын кәметергә мөмкин.

Википедияла

Етен орлоғо оно организмдан зарарлы матдәләрҙе сығара һәм холестеринды кәметергә ярҙам итә. Уны ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән дә ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары ауырыуҙарын дауалауҙа ярҙамсы сара булараҡ та файҙаланырға була. Ғалимдар уның мейе эшмәкәрлеген һәм күреү һәләтен яҡшыртыуын да билдәләй.

Тәүге аҙнаһында бер балғалаҡ етен орлоғо онон 100 г кефирға ҡушып эсергә. Икенсе аҙнаһында 100 г кефирға ике балғалаҡ ҡушырға була. Өсөнсө аҙнаһында инде 150 г кефирға – өс балғалаҡ етен орлоғо оно. Кефирҙы өйҙә әҙерләнгән йогурт, майлылығы әҙ булған шыйығыраҡ ҡаймаҡ менән алмаштырырға мөмкин.

Бындай ондо һатыуҙа табып булмаһа, үҙеңә эшләргә мөмкин. Дарыуханала етен орлоғон һатып алып, ҡәһүә ваҡлағыста онтарға. Ошо ҡатнашманы көн һайын иртәнге ашҡа ҡәҙәр ҡулланғанда, өс аҙнанан һаулығығыҙ ҙа борсомаҫ, кәүҙә ауырлығы ла кәмер. Организмды таҙартыу осоронда күп итеп һыу эсергә онотмағыҙ. Шулай уҡ етен орлоғон төрлө аҙыҡҡа ҡушырға ла мөмкин. Мәҫәлән, салатҡа, соустарға, йәшелсә һәм ҡамыр аштарына.


«Йәшлек» гәзите сайты, 08.12.2019